Әхмәтйәнов Динир Әсғәт улы
Динир Әсғәт улы, Әхмәтйәнов (1957 йылдың 28 октябрендә, Әбйәлил районыныңҠырҙас ауылында тыуған) - Башҡортостан республикаһы,Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы.[1]
[үҙгәртергә] Тормош һәм хеҙмәт юлы
Динир Әхмәтйәнов 1957 йылда Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, Урал социаль идара һәм политология институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1979 йылда ВЛКСМ-дың район комитеты ойоштороу бүлеге инструкторы булып башлай.
1980–1981 йылдарҙа – халыҡ депутаттарының Амангилде ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе.
1981–1987 йылдарҙа – «Заветы Ильича» колхозының партком секретары.
1987–1990 йылдарҙа – КПСС-тың Әбйәлил райкомы ауыл хужалығы бүлеге мөдире, ойоштороу бүлеге инструкторы, райком секретары.
1990–1991 йылдарҙа – Свердловск Юғары партия мәктәбенең көндөҙгө бүлеге тыңлаусыһы, РСФСР коммунистар партияһы райкомының беренсе секретары.
1991–1992 йылдарҙа – халыҡ депутаттарының Әбйәлил район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.
1992–1995 йылдарҙа – Әбйәлил районының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы урынбаҫары, “Красная Башкирия” яуаплылығы сикләнгән ширҡәте директоры.
1995–2008 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Аграр мәсьәләләр, аҙыҡ-түлек, экология, тәбиғәт ресурстары һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет рәйесе урынбаҫары.
2008–2011 йылдарҙа – Өфөнөң Ленин районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе.
2011 йылдың майынан алып 21 июненә тиклем – Бөрйән районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.[2]
2011 йылдың 21 июненән алып әлеге көнгә тиклем Бөрйән районы хакимиәте башлығы.
[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр
- ↑ http://www.burzyan.ru/officials/index.php Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципаль районының рәсми сайты(урыҫ.)
- ↑ http://www.bashinform.ru/bash/374085 Башинформ