Өркә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Өркә, өркүлән (лат. Anthoxanthum) — ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Таралышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡынса 25 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ябай өркә үҫә. Башлыса аҡланда һәм һыубаҫар болонда үҫә; Башҡортостандың Урал алдыныңтаулы-урманлы зонаһында һәм төньяҡ өлөшөндә таралған.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кәүшәк кәҫтәр барлыҡҡа килтерә торған 30—50 см бейеклектәге күп йыллыҡ үлән. Япрағы тар, яҫы. Башағы өс сәскәле, өҫкө сәскәһе ике енесле, аҫҡы 2-һе тәңкәгә әүерелгән. Сәскәлеге — ҡуйы башаҡ һымаҡ һепертке, май—август сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июнь—сентябрь өлгөрә.

Ҡулланылышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Декоратив үҫемлек, мал аҙығы үҫемлеге; составында кумариндар бар, аҙыҡ-түлек һәм парфюмерия сәнәғәтендә ҡулланыла.