Өфө дәүләт авиация техник университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Өфө дәүләт авиация техник университеты
(УГАТУ)
Ufa State Technical University of Aviation.jpg
Халыҡ-ара исеме

Ufa State Aviation Technical University

Элекке исеме

Өфө авиация университеты

Асылған йылы

1932

Президент

Кусимов Салауат Таһир улы

Ректор

Ғөзәйеров Мурат Бакый улы

Урынлашыуы

Өфө, Киров районы

Юридик адресы

450077, Өфө ҡ., Карл Маркс ур., 12

Сайт

ugatu.ac.ru

Наградалары

Ленин ордены

Өфө дәүләт авиация техник университеты (ӨДАТУ)Башҡортостан Республикаһының һәм Өфө ҡалаһының иң ҙур университеты. Хәҙерге ваҡытта алдынғы фән һәм мәҙәниәт үҙәге булып тора. ӨДАТУ инновациялы уҡытыу ысулдар буйынса еңеүсе тип иҫәпләнә.

Университеттың тарихы[үҙгәртергә]

1932 йылда Рыбинск ҡалаһында университет беренсе өй ташын һала.

1939 йылдың көҙөндә университетты Өфө ҡалаһына күсереп алып киләләр, сөнки Бөйөҡ Ватан һуғышы башланып китә.

1942 йылда университетҡа яңы исем бирелә. Ул Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө дәүләт авиация университеты булып китә.
1992 йылда УАИ техник статусҡа лайыҡ була.

Мәғлүмәт[үҙгәртергә]

ӨДАТУ бөгөнгө көндә 7 үҡыу бүлегенән тора. Университетта тәжрибәле белгестәрҙе әҙерләү 61 йүнәлеш буйынса алып барыла. Барыһы 8 корпустан торған университет әлеге ваҡытта 9-һын төҙөй. ӨДАТУ 20 меңдән ашыу студенттар белем ала.

Университеттың ректорҙары

1932—1933 — Фрейман С. А.

1933—1935 — Душинов Н. И.

1935—1936 — Гординский З. Г.

1936—1939 — Гогосов Владимир Антонович

1939—1942 — Емелин Иван Павлович

1942—1944 — Гусаров Александр Филиппович

1944—1961 — Емелин Иван Павлович

1961—1992 — Мавлютов Рыфат Рахматуллович

1992—2003 — Күсимов Салауат Таһир улы

2003 йылдан хәҙергәсә — Ғөзәйеров Морат Баҡый улы

Авиация университеты бинаһы – Башҡорт АССР-ң Советтар йорто[үҙгәртергә]

Университеттын баш йорто 1950 йылда архитектор Кәлимуллин Барый Ғибәт улы проекты буйынса «Советтар йорто» һымаҡ төҙөлдө. 1958 йылда йорт университетҡа тапшырылды.

Университетты тамамлаған шәхестәр[үҙгәртергә]

Сәйәсмәндәр[үҙгәртергә]

Фән эшмәкәрҙәре[үҙгәртергә]

Химия[үҙгәртергә]

Математика[үҙгәртергә]

Билдәле уҡытыусылар[үҙгәртергә]

  • Лавров Сергей Андреевич (6.11.1935, Ҡаҙаҡ АССР ы Жана Семей ҡсб), конструктор. Техник ф. канд. (1974). БАССР ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1977). Ҡазан авиация ин тын тамамлағандан һуң (1959) ӨПЭПБ ла эшләй: өлкән инженер конструктор, 1960 й. алып баш конструктор урынбаҫары, 1964 й. — баш конструктор, 1991 й. — тәж. КБ нач., 1994 й. — конструкторлыҡ техник бүлек начальнигы. 1996 й. башлап ӨДИСА ла, бер үк ваҡытта 2005—12 йй. ӨДАТУ ла уҡыта. Л. етәкс. хисаплау техникаһының (борт цифрлы хисаплау машиналары), электр бритваларының, ш. иҫ. донъялағы тәүге “Ағиҙел 1К” космик бритваһының төрлө модификациялары эшләнә һәм етештереүгә индерелә. 30 ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м н бүләкләнгән (1969).

Һылтанмалар[үҙгәртергә]


Википедия ӨДАТУ

Википедия Был мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ уны мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Был иҫкәрмәне дөрөҫөрәге менән алмаштырыр кәрәк.