Өфө (ҡала)
Википедия – ирекле энциклопедия
| Ҡала
Өфө
|
Өфө (ҡала), Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ҡариҙел һәм Дим йылғаларының Ағиҙел йылғаһына ҡушылған ерендә урынлашҡан.
[үҙгәртергә] Тарихы
1574 йылдың иртә яҙында Ағиҙел йылғаһы менән Ҡариҙел йылғаһы ҡушылған бейек ярымутрауҙа Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалына. Ул тулыһынса хәҙерге Дуҫлыҡ монументы урынлашҡан Беренсе май майҙанына һыйған. Уның дөйөм майзаны 1,2 гектар, стенаһының оҙонлоғо 440 метр самаһы булған. Башҡорттар ҡаланы тәүҙә Торатау тип, ә имән стеналар менән уратып алынғас, Имәнҡала тип йөрөтәләр.
1586 йылдан башлап Өфө ҡәлғәһе ҡала тип атала башлай. Ошо уҡ йылда Өфөгә стрелецтар отряды башында ҡаланың беренсе воеводаһы Михаил Нагой килә. Михаил Нагой Иван Грозныйҙың ҡатыны, Ҡабарҙа кенәзе Темрюктың ҡыҙы Марияның ҡустыһы була. Беренсе воеводаның исем-шәрифтәрен Михаил Ноғай тип тә аңлаталар. Мария Темрюковнаның әсәһе нуғай ҡыҙы булған. Был фамилияның сығышы шунан.
1592 йылда ҡалала 180 ир-ат, шул иҫәптән 150 стрелец, 3 пушканан атыусы йәшәгән. Башҡортостандың күпселек өлөшө Өфө өйәҙенә индерелә, ҡалған ерҙәре Верхо-турье, Ҡазан, Тобольск һәм Төмән воеводаларына буйһондорола.
2007 йылда Өфө-2 ҡаласығы урынында (Воровский- Пушкин урамдары киҫешкән урында) үткәрелгән археологик ҡаҙыныу эштәре һөҙөмтәһендә V—XVI быуаттарҙа был урында ҡәлғә булыуы асыҡлана. Ҡаҙыныу урынында саман кирбесенән төҙөлгән стена, биҙәнеү әйберҙәре, һауыт-һаба табыла.
- 1574 йылда ҡәлгә булараҡ төҙөлгән
- 1586 йылдан башлап ҡала булып иҫәпләнә
- 1708 йылдан Ҡаҙан губернаһына ингән
- 1728 йылдан Өфө провинцияһы үҙәге
- 1744 йылдан Ырымбур губернаһына беркетелгән
- 1781 йылдан Өфө наместниклығының үҙәге
- 1796 йылдан яңынан Ырымбур губернаһа составында
- 1802 йылдан граждандар губернаторы резиденцияһы һәм губерна учреждениелары булған губерна ҡалаһы
- 1865 йылдан Өфө губернаһы үҙәге
- 1922 йылдан Башҡортостандың баш ҡалаһы
[үҙгәртергә] Халҡы
| Йылдар | Халыҡ һаны (кеше) | шул иҫәптән | ||
|---|---|---|---|---|
| Башҡорттар | Урыҫтар | Татарҙар | ||
| XVII быуат урталары | 700 - 800 | |||
| 1718 | 5,600 | |||
| 1811 | 9,200 | |||
| 1840 | 16,500 | |||
| 1865 | 20,100 | |||
| 1879 | 23,200 | |||
| 1886 | 27,000 | |||
| 1897 | 49,300 | |||
| 1913 | 100,700 | |||
| 1916 | 112,700 | |||
| 1920 | 92,800 | |||
| 1923 | 85,300 | |||
| 1926 | 98,500 | |||
| 1939 | 250,000 | |||
| 1959 | 546,900 | |||
| 1970 | 770,900 | |||
| 1979 | 976,858 | 92,678 | 568,504 | 240,881 |
| 1989 | 1,079,765 | 122,026 | 585,337 | 291,190 |
| 2002 | 1,049,479 | 154,928 | 530,136 | 294,399 |
| Башҡортостан ҡалалары | ||
| Башҡала: Өфө Ағиҙел | Баймаҡ | Бәләбәй | Белорет | Бөрө | Благовещен | Дүртөйле | Дәүләкән | Ишембай | Күмертау | Мәләүез | Межгорье | Нефтекама | Октябрьск | Салауат | Сибай | Стәрлетамаҡ | Туймазы | Учалы | Яңауыл |
