Быуынтыҡ аяҡлылар (урыҫ. Членистоногие, лат. Arthropoda, бор. грек. ἄρθρον — ,sesy һәм πούς, ποδός) — кәүҙәләре бүлектәргә бүленгән, ә аяҡтары ҡабатланыусан бер тигеҙ өлөштәрҙән торған умыртҡаһыҙ хайуандарҙың иң юғары төрөнә ҡараған беренсел ауыҙлылар тибы. Был тип 1,5 млн. төрҙө берләштерә. Уларҙың кәүҙәләре быуынтыҡланып, симметрик ике яртыға бүленгән, тәндәре хитин менән ҡапланған төрлө хайуандар керә. Быуынтыҡ аяҡлылар — ике яҡлы симметриялы, һыуҙа һәм ҡоро ерҙә тереклек итеүгә яраҡлашҡан, хайуандар.
Беренсе быуынтыҡаяҡлылар боронғо иң ябай төҙөлөшлө күп төклө селәүсендәрҙән килеп сыҡҡаандар. Бер нисә классты берләштерә. Мәҫәлән: ҡыҫала һымаҡтар, үрмәксе һымаҡтар, бөжәктәр һ.б.