Cookie

Википедия – ирекле энциклопедия

Унда күсергә: навигация, эҙләү

Cookie - Браузерҙа һаҡланыу өсөн веб-серверҙан ҡулланыусы компьютерына ебәрелгән ярҙамсы мәғлүмәт. Башҡортса «күкәй» тип тә әйтеүселәр бар.

«Күкәйҙәр» - мәғлүмәттәрҙең ҙур булмаған киҫәктәре. Ҡайһы бер сайттарға ингәндә һеҙҙең компьютерҙа һаҡлана. Бындай сайтты ҡарағанда веб-сервер браузерға локаль дискта бер йәки бер нисә шундай киҫәк һаҡларға тәҡдим итә. Артабан, бындай сайтҡа ингәндә, сервер браузерҙан был сайтҡа ҡараған "cookies" һораясаҡ. "Cookies" веб-серверға, айырым биттәр һораған арала йәки эш сеанстары араһында һеҙгә ҡараған билдәле бер мәғлүмәтте һаҡларға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, "cookies" онлайн кибетенең веб-серверы тарафынан, кибет менән эш сеансы барышында һатып алынған әйберҙәр һалынған кәрзиндең эстәлеге тураһында мәғлүмәт һаҡларға мөмкинлек бирә.

http://ba.wikipedia.org/wiki/Cookie ҡабул ителгән
Личные инструменты