Елкән ҡанатлылар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Papilionidae битенән йүнәлтелде)
Елкән ҡанатлылар
Елкән ҡанатлылар
Махаон (Papilio machaon)
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуынтыҡ аяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Отряд: Тәңкә ҡанатлылар
Подотряд: Көпшә томшоҡлолар
Ғаилә: Елкән ҡанатлылар
Латинса исеме
Papilionidae Latreille, 1802
ITIS 117268
NCBI 7143

Елкән ҡанатлылар (лат. Papilionidae, (рус.  Парусники ) — Тәңкә ҡанатлылар ғаиләһенән суҡмар мыйыҡлы көнөҙгө күбәләктәр. 570 -тән артыҡ төрө билдәле, күбеһе тропиктарҙа тереклек итә; Рәсәйҙә яҡынса 40 төрө бар.

Ҡанат йәйеме Европа төрҙәрендә 90 мм, тропик төрҙәрдә 250 мм; артҡы ҡанаттары эске ҡырыйы буйынса дуғга һымаҡ уйыемлы һәм ҡорһағына тейеп тормай. Аҡһыл һәм төрлө төҫтә. Аяҡтары яҡшы үҫкән. Ҡарышлыуыҡтарының күкрәк алдында сәнескеке һымаҡ итсел еҫле биҙҙәре бар, ҡурҡыныс янағанда улар тышҡа сыға һәм шайыҡса бүлеп сығара. Сатыр сәскәлеләр, ҡантибәрсәләр һ.б. үҫемлектәрҙә һәм ағастарҙа йәшәйҙәр. Ҡурсағы, ғәҙәттә, асчыҡтан-асыҡ аҫылынып тора. Ғаиләнең исеме күбәләктәрнең осоу рәүешеннән алынган — ҡанаттары менән бер нисә тапҡыр елпенеп, иркен осалар.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]