Wikipedia:Бейҙәр
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Wikipedia'лағы бей - бей дәрәжәһе һәм махсус тамғаһы булған ҡатнашыусы. Бей дәрәжәһендәге ҡатнашыусының түбәндә күрһәтелгән мөмкинлектәре бар:
- Башҡа ҡатнашыусыларға хаким хоҡуҡтарын бирә ала. Быны ул дәғүә итеүсенең һорауы буйынса һәм берләшмәлә ҡатнашыусылар менән кәңәшләшкәндән һуң тормошҡа ашыра ала. Бирелгән хаким хоҡуҡтарын бей кире ала алмай.
- Башҡа ҡатнашыусыларға бот тамғаһы биреү һәм кире алыу хоҡуғы бар. Бот тамғаһын алырға теләүселәр махсус биттә ғариза ҡалдыралар. Берләшмәлә ҡатнашыусылар ыңғай тауыш биргәндән һуң, йәки башҡа бүлектәрҙә бот тамғаһы булған дәғүә итеүсегә бей бот тамғаһын бирә ала.
- Ҡатнашыусыларҙың исемен алмаштыра ала.
Википедия эшмәкәрлегендә бейҙең башҡаларҙан өҫтөнлөгө юҡ. Ул үҙ вазифаһын үтәгәндә баш-баштаҡланырға тейеш түгел. Башҡа ҡатнашыусылар менән кәңәшләшкәндән һуң ғына ҡарарҙарын ғәмәлгә ашыра ала.
[үҙгәртергә] Википедиялағы бейҙәр исемлеге
- Башҡорт телендәге бүлектә (ғәмәлдәге бейҙәр ҡалын яҙылыш менән билдәләнә):
- Рөстәм Нурыев 2006 йылдың 26 ғинуарынан. 2010 йылдың 9 мартында, Comp1089 тәҡдиме (Әүҙемһеҙлеге өcөн) һәм үҙенең ризалығы менән, Jusjih стюарды тарафынан бей бурыстарынан бушатылды.
- Comp1089 (фекер алышыу • ҡатнашыусы өлөшө) 2012 йылдың 12 ғинуарынан.
- Урыҫ һәм башҡа телдәге бүлектәрҙәге бейҙәр исемлеген дә ҡарай алаһығыҙ.