Роза

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Роза — яңы исем, төрки телле халыҡтарҙа, шулай уҡ башҡа халыҡтарҙа ла киң таралған ҡатын-ҡыҙ исеме

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Роза исеменең мәғәнәһе рауза сәскәһе исеме менән бәйле[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡкучукова Роза Сабирйән ҡыҙы (12 февраль 1950 йыл — 8 февраль 2021 йыл) — башҡорт эстрада йырсыһы. 1973 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының вокалсыһы, 1999 йылдан — баш администраторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).

Кәримова Роза Шәйхетдин ҡыҙы (7 ноябрь 1935 йыл, БАССР, Нуриман районы, Иҫке Күл ауылы) — театр актёры. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1985), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977) һәм атҡаҙанған (1972) артисы. (1961).

Буканова Роза Ғафар ҡыҙы (29 ғинуар 1950 йыл) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фəн эшмəкəре (2000).

Әхмәтова Роза Сәмиғулла ҡыҙы (13 февраль 1924 йыл — 16 ғинуар 2009 йыл) — инженер-технолог. Техник фәндәре кандидаты (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971)

Маннанова Роза Ғәбдерәүеф ҡыҙы (20 апрель 1923 йыл — 22 октябрь 2012 йыл) — мәғариф һәм йәмәғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1962), БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966).

Роза Рымбаева, Рымбаева Роза Ҡыуаныш ҡыҙы (28 октябрь 1957 йыл) — совет һәм ҡаҙаҡ эстрада йырсыһы (сопрано), педагог, профессор. Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы (1986), Ҡаҙағстан Республикаһының дәүләт премияһы лауреаты (2004), Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан республикаларының атҡаҙанған артисы.

Вәлиева Роза Ғүмәр ҡыҙы (3 ноябрь 1951 йыл) — инженер‑электромеханик, техник фәндәр докторы (2004), профессор (2006).

Ишемова Роза Ғакил ҡыҙы (1 ғинуар 1939 йыл) — башҡорт ғалимы һәм педагог-методисы. 1973—2003 йылдарҙа Рәсәйҙең Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалындағы ғилми хеҙмәткәр. Педагогия фәндәре кандидаты (1988). БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980).

Уразаева Роза Зәйнулла ҡыҙы (20 ноябрь 1944 йыл — 11 август 2005 йыл) — табип, гинеколог, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе алдынғыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).

Ғәниева Роза Шәрип ҡыҙы (30 июль 1921 йыл — 2013 йыл) — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан тәүге нефтсе. 1953—1988 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Ильясова Роза Хәмит ҡыҙы (23 апрель 1947 йыл) — башҡорт ғалимы, сәнғәт фәндәре кандидаты (1982), профессор (2013).

Топонимияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Роза (Тюрингия) (нем. Rosa (Thuringen)) — Германияла, Тюрингия ерендә урынлашҡан коммуна.

Роза (Силәбе өлкәһе) — Рәсәй Федерацияһы, Силәбе өлкәһе Коркин районының эшселәр ҡасабаһы.

Роза утрауы Республикаһы (эспер. Respubliko de la Insulo de la Rozoj) — элекке виртуаль дәүләт. Адриатик диңгеҙҙәге яһалма (антропоген) платформала, Италияның Римини (Форли) ҡалаһынан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ