Тофу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пекинда төшөрөлгән тофу киҫәктәре

То́фу (япон. 豆腐 тофу, ҡыт. 豆腐 йә 荳腐, dòufu (доуфу), кор. 두부 тубу, тай. {{{1}}} тау2хуу2, вьетн. đậu phụ (đậu hũ) дауфу йә дауху), әйтелеүенсә «соя эремсеге» — аҡһымдарға бай ҡуҙаҡлы соя аҙығы. Тәменең нейтраль (йәғни үҙ тәме бөтөнләй юҡ тиерлек) булыуы, уны кулинарияла универсаль ҡулланыу өҫтөнлөгө булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тофу рецебының килеп сығыуы осраҡлы була: соя менән тарттырылған ашамлыҡҡа диңгеҙ һыуы эләгеүе, уның эремсеккә әйләнеүенә алып килә.[1]. Тофу килеп сығыуы тураһындағы бер версия буйынса, ул беренсе тапҡыр беҙҙең эраға тиклем II быуатта Ҡытайҙа алынған һәм Нара осоронда, Японияла VIII быуатта таралған. Был илдәрҙә, шулай уҡ Таиландта, Вьетнамда һәм Кореяла тофу төп аҙыҡтарҙың береһенә әйләнә. Дахутиндағы 打虎亭 (Мисянь, Хунань пров., КНР) кәнәшәләр рельефында төшөрөлгән күренештәр араһында бер рәсемде тофу әҙерләү процесы һүрәтләнгән, тип аңлаталар. Рельеф Хань династияһы ваҡытында барлыҡҡа килгән. Тофу тураһындағы һуңғараҡ мәғлүмәт тик X быуатта ғына килеп сыға.[2] Көнсығыш илдәрҙә вегетарианлыҡтың аралыуы һәм көнбайыш азия илдәре менән мәҙәни бәйләнештәрҙең яҡшырыуы, XX быуатта көнсығыш илдәрҙә тофуҙың киң билдәле булыуына булышлыҡ итә.

Һаҡлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сей тофу һыуы булған вакуум һауытында бер нисә аҙна һаҡланырға мөмкин. Һыу тултырылған һауытта һаҡлаған саҡта, бер аҙна һаҡларға була, ләкин һыуын 1-2 көн һайын алыштырып торорға кәрәк. Тофуҙы туңдырырғандан, ул һары төҫкә инә. Иреткәндән һуң төҫө кире аҡҡа әйләнә, ә ҡуйылығы — ҡатыраҡ һәм ваҡ-ваҡ тишеклегә әүерелә. будда монахтары бер нисә быуат элек тофуҙы туңдырыу менән шөғөлләнәгән.

Төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тофу ҡуйылығы һәм етештереү ысулы менән айырыла.

Dòuhuā (доухуа, 豆花), йомшаҡ тофуҙан аҙыҡ. Тофу йылы татлы сиропта бирелгән. Ламма утрауы, Гонконг.
  • Ябай, ҡуйы йәки ҡаты тофу (ингл. firm tofu) — ҡуйылығы моцарелла сырына оҡшаған. Ҡыҙҙырыу, фритюрҙа әҙерләү һәм ыҫлау өсөн бик яҡшы .
Йомшаҡлығы буйынса ике төп төргә бүленә:
    • "Көнбайыш " тофуһы (ингл. western firm tofu, ҡыт. 豆乾 / 豆干 dòu-gān) —аҙ һыулы, ҡуйыраҡ;
    • «Азия» тофуһы (ингл. asian firm tofu, ҡыт. 豆腐 dòu-fu, момэн до:фу (япон. 木綿豆腐?) — һүҙмә-һүҙ «мамыҡ тофуһы») — күп һыулы, шыйыҡ.
  • Йомшаҡ тофу йәки ебәк тофу (ингл. Silken tofu, нем. Seidentofu, ҡыт. 嫩豆腐 nèn-dòu-fu йә ҡыт. 滑豆腐 huá-dòu-fu, кинугоси до:фу (япон. 絹漉し豆腐?)) — ҡуйылығы пудингҡа оҡшаған бик йомшаҡ тофу. Сей тофу араһында иң күп һыулы тофу. Соустарҙы, аштарҙы, татлы ризыҡтарҙы әҙерләгәндә, парҙа әҙерләүҙә ҡулланыла.
    • Һаҫыҡ тофу — Ҡытайҙа, бигерәк тә Шанхай кухняһында таралған. Көслө еҫе менән айырылып тора.

Көньяҡ- көнсығыш Азияла тофуҙың күп төрҙәре бар. Бик күп етештереүселәр тофуҙы паприка, сәтләүек һәм башҡа төрлө тәмләткестәр ҡушып эшләй. Был осраҡта уның нейтраль тәме юғала. Көнбайыш илдәрендә тофуҙы ыҫлау бик популяр.


Ҡулланыу һәм таратыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кулинарияла тофу универсаль аҙыҡ булып һанала. Уны төрлө төп, десерт һәм татлы ризыҡтарҙы әҙерләгәндә ҡулланырға мөмкин. Көнсөғыш-Азия һәм вегетариан кухняларында тофуҙы ҡыҙҙыралар, боацзы эсенә һалалар, һурпа, һәм соус әҙерләгәндә, парҙа бешергәндә ҡулланалар. Ҡыҙҙырыу, фритюрҙа, аш бешереү өсөн уны йыш ҡына дүрткелдәргә ҡырҡалар. Тәмләткес һәм соус әҙерләгәндә, тофуҙың нейтраль тәме уларҙың тәмен үҙенә алыуын иҫәпкә алырға кәрәк. Кулинар эшкәртеү алдынана уны ҡайһы ваҡыт соя соусы, тамаринд, лимон һуты менән мариналайҙар. Бөгөнгө көндә тофу бөтә донъяла таралған. Үҙенең юғары сифатлы аҡһымға бай булыуы, уны кулинарияла һәм туҡланыуҙа ит һәм хайуан ризыҡтарын яҡшы алмашы булырға мөмкинлек бирә. Бигерәк тә вегетариандар, дини ураҙа тотусылар тофуҙы юғары баһалай.

Аҙыҡ ҡиммәте һәм һаулыҡҡа йоғонтоһо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Соя соусы һәм кишер киҫәктәре менән йомшаҡ тофу моркови

Тофу кәрәкле аминокислоталары булған, юғары сифатлы үҫемлек аҡһымға (ҡуйыһында — 10,7 % , йомшаҡ тофула — 5,3 %) бай,[3][4][5][6], шулай уҡ тимер һәм кальций сығанағы булып тора. Шул уҡ ваҡытта тофу — аҙ калориялы, холестерины булмаған аҙыҡ. 1995 йылда компания The Solae (подразделение Protein Technologies International компании DuPont) споносорланған Кентуки университеты тикшеренеүҙәре, соя аҡһымын ҡулланыу, серологик холестериндың, түбән тығыҙлы липопротеидтың («насар холестериндың») һәм триглицеридтың бик түбәнәйеүенә алып килә, тип иҫбатлай[7], ләкин «яҡшы» холестериндың (юғары тығыҙлы липопротеидтың) артыуы теркәлмәй. «Насар» холестерин кимәлен соя фитоэстрогендыры кәметә, тигән фаразға киләләр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. History of Tofu — Page 1
  2. Pirazzoli-t’Sertevens, M. «Two Eastern Han sites» in Nylan-Loewe, China’s Early Empires, 2010:107-8.
  3. Liu, KeShun. Soybeans : Chemistry, Technology, and Utilization. Springer, 1997. Page 532.
  4. https://books.google.com/books?id=2s_q2y_J3rwC&pg=PA7
  5. «Soybeans offer essential aminoacids humans require» 2013 йыл 6 апрель архивланған. (инг.)
  6. Nutrition Facts and Analysis for Tofu, hard, prepared with nigari
  7. Anderson, Johnstone & Cook-Newell 1995

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Соя аҙығы