Һал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
1884 йылғы Гекльберри Финн мажаралары китабындағы һал.

Һал — һыу өҫтөндә йөҙөү, йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән яҫы ҡоролма[1]. Корпусы булмаған кәмәләрҙең төп өлөшө. Ошо төшөнсәгә тура килгән кәмәләр булыуға ҡарамаҫтан, ғәҙәттәге һал ағас, герметик ябылған мейескәләр, һауа менән тултырылған камералар (пантондар) кеүек ғәҙәттәге һыуҙа йөҙә торған материалдарҙан эшләнә, һәм йөҙөү өсөн двигателе булмай.

Кеше эшләгән һалдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ф. Э. Париж (1841) эшләгән Перу бөкө һалы эскизы.

Ғәҙәттә иң ябай һалдар ағастан һәм ҡамыштан эшләнә. Хәҙерге заманда пантон, мейескәләр, полистирол блоктар ҡалланалар. Һауа менән тултырылған һал эшләү өсөн ныҡлы, күп ҡатлы, резиналы туҡыма ҡулланалар. Тәғәйенләнеше һәм ҙурлығына ҡарап өҫкө ҡоролма, мачта, руле булырға мөмкин. Урман ағыҙыу эшендә бүрәнәлерҙе бергә бәйләп һал эшләйҙәр һәм йылға ағышы буйынса ағыҙалар йәки йылға ағышына ҡаршы тарталар. Был ысул 20 быуат урталарына тиклем киң ҡулланылған, хәҙер һирәк ҡулланыла.

Петр I каналында урман ағыҙыу. 20 быуат башындаға С. Прокудин-Горский фотоһы.

Ял итеү өсөн һығылмалы материалдарҙан эшләнгән, көслө ағымлы һыуҙа йөҙә торған һал ҡулланалар.

Тәбиғи һалдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биологияла, бигерәк тә утрау биогеграфияһында кеше ҡулы менән эшләнмәгән һалдар мөһим төшөнсә. Бындай һалдар шторм, цунами, ер тетрәү ваҡытында ҡоро ерҙән айырылған буталсыҡ үҫемлектәрҙән, хәҙерге ваҡытта һәләкәткә осораған корабль ҡалдыҡтарынан, пластик контейнерҙарҙан тора. Һыуҙа батмай торған үҙенсәләге булғанға улар йөҙҙәрсә, хатта меңдәрсә миль ара үтәләр, тулҡындарҙа тарҡалып емерелеп бөтөлөр, ҡайһы саҡта ҡоро ярға килеп туҡтайҙар.

Тәбиғи һалдарҙа йөҙөү осмай торған хайуандар өсөн океанда таралыу сараһы булып тора. Ошондай һалдарҙа һөтимәрҙәр, ер-һыу хайуандары, һөйрәлеүселәр, шулай уҡ умыртҡаһыҙҙар һәм үҫемлек орлоҡтары, бәхетле осраҡ тура килһә, утрауҙарға күсенеп таралған һәм үрсегән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. G. & C. Merriam Co., Websters New Collegiate Dictionary, 1976, ISBN 0-87779-339-5