Өфө эсперанто клубы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Өфө эсперанто клубы 1968 йылда Өфө педагогика институты һәм Башҡорт дәүләт университетының Эсперанто түңәрәктәре нигеҙендә барлыҡҡа килә. Уның тәүге етәксеһе Б.Г. Колкер, артабан Өфө эсперанто клубының рәйесе - әлеге мәлдә Эсперанто хәрәкәтенең алдынғы эшмәкәре.

Клубтың иң әүҙем йылдары 70-се, 80-се йылдарға тура килә. Клуб бер нисә мәртәбә күсә килгән Заменгоф кубогына эйә була — был кубок йыл һайын илдең эштәре буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән клубына тапшырыла.

Заменгоф кубогы Өфө эсперанто клубында

Әлбиттә, түңәрәктә ҡатнашҡандар барыһы ла клубтың актив ҡатнашыусылары булып китмәй, һәм барыһы ла эсперанто хәрәкәтендә ҡатнашыуын дауам итмәй. Әммә бөтә Союз күләмендә үткәрелгән — Совет эсперанто йәштәре лагеры (эсперанто телендә — Sovetiaj Esperantistaj Junularaj Tendaroj, SEJT) слеттарында ҡатнашҡандар һис шикһеҙ был хәрәкәттәрҙә әүҙем ҡатнашыусыларға әйләнә, тиергә мөмкин. Был слеттар йыл һайын туристик шарттарҙа (tendaro — палата лагере исеме лә шунан килә) үткәрелә. Йыл һайын был слетты ойоштороу теләге һәм мөмкинлеге булған теге йәки был эсперанто клубына тапшырыла. Шулай итеп, эсперантистар яңы ижади, йылы мөнәсәбәтле, ғәҙәти булмаған атмосфераға эләгеп, тулыһынса эсперанто теле мөхитенә сумып ҡына ҡалмай, (был слеттарҙа аралашыу эперанто телендә генә бара), шулай уҡ күп сәйәхәт итеп, яңы урындар менән дә таныша.

Салауат ҡалаһында Өфө эсперанто клубы ойошторған Урал эсперантистары осрашыуы

Мәҫәлән, 1986 йылда Алтайҙың Телецк күле буйында йыйылған лагерь Өфө эсперантистарының хәтерендә оҙаҡҡа ҡала. Киләһе йылда лагерҙы украин эсперантистары Карпат тауҙарында Славско ауылы янында ойоштора. Бында Өфөнән килгән төркөм иң күләмлеһе була. Ә 1970 йылда Өфө клубы үҙе Кушнаренко ауылы янында Бөтә Союз слетын ойоштора. Өфө клубы шулай уҡ Урал эсперантистары, Башҡортостан ҡалалары эсперантистары осрашыуҙарын даими рәүештә ойоштора.

Өфө эсперанто клубы ҡатнашыусылары йыл һайын уҙғарылған ижади ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып, эсперанто теленә иң яҡшы тәржемә, иң яҡшы башҡарыу һымаҡ төрлө номинацияларҙа еңеүсе булып сыға. Эсперанто телендә яҙыусы билдәле шағир Ғ. Ғәзизов (Ғәфүр Ғәзизи) эшмәкәрлеген Өфө эсперанто клубында башлай. Әлеге мәлдә Францияла йәшәүсе Өфө эсперантисты Н. Корженевская әлеге көндә Сан-Марино халыҡ-ара фәндәр академияһының ағзаһы булып тора. Шулай уҡ Өфө эсперанто клубының бүтән ҡатнашыусылары (мәҫәлән, Н. Шигаев, Н. Цвиленева) эсперанто телен ҡулланыусы фәнни эшмәкәрҙәр йәмғиәтендә тора.

Бөгөнгө көндә эсперантистар аралашыу өсөн Интернет селтәрен ҡуллана, эсперанто телендәге төрлө интернет-форумдарҙа ҡатнаша, ә ижади ярыштар слеттарҙа ғына түгел, Интернет аша ла үткәрелә.