Эстәлеккә күсергә

Ҡөрьән: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Xqbot (фекер алышыу | өлөш)
ә r2.7.3) (робот үҙгәртте: ko:꾸란; косметические изменения
148 юл: 148 юл:


* [http://alquran-online.anna-world.com/ Al Quran Online Translation & Listen]
* [http://alquran-online.anna-world.com/ Al Quran Online Translation & Listen]
* [http://ayatlar.com Qör'än ayatları], Garapsa va Urıssa


[[Төркөм:Дин]]
[[Төркөм:Дин]]

09:14, 30 июнь 2012 өлгөһө

Ҡөрьән, Ҡөрьән-Шәриф. АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ пәйғәмбәре Мөхәммәт Саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм аша кешеләргә ебәрелгән изге китабы. Китаптағы һүҙҙәр - АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ һүҙҙәре.

Ҡөрьән-Шәриф егерме өс йыл эсендә индерелгән

«Ҡөрьән» һүҙенең тура мәғәнәһе — «уҡыу» йәки «көйләп уҡыу». Әммә уны күсермә мәғәнәлә «изге китап» тип йөрөтәләр. Китаптың башҡа исемдәре лә бар: «Ҡөрьән кәрим», «Ҡөрьән шәриф», «Кәләм шәриф», «Әл-мусхәф», «Әл-китап», «Ҙикр», "Фурҡан" һәм башҡалар. Ислам дине тәғлимәте буйынса, ул Алла тарафынан Ябраил фәрештә аша төрлө ваҡыттарҙа Мөхәммәт бәйғәмбәргә егерме өс йыл буйына бирелгән. Төрлө өйрәтеүҙәрҙән, дини бойороҡтарҙан, өгөт-нәсихәттәрҙән, кәңәштәрҙән торған был китап рифмалы проза (көйлө нәҫер) рәүешендә ижад ителгән. Ҡөрьән сүрәләргә, сүрәләр аяттарға бүленә. Ҡөрьәндә бөтәһе 114 сүрә, төрлө иҫәп буйынса 6204 - тән 6236 - ға тиклем аят бар. Хәҙерге ғалимдар ҡулланылышта булған Ҡөрьәндең төп нөсхәгә тура килеүенә һәм уның Мөхәммәт бәйғәмбәр аша индерелеүенә шик тотмай. Көндәлек тормошта (намаҙҙа, исем ҡушҡанда, ижаб ҡылыуҙа, мәйетте һуңғы юлға оҙатканда һ. б.) бөтә сүрәләр ҙә уҡылмай. Диндар кешеләргә Әл-Фатиха (Әлхәм) сүрәһен, Әл-Бәҡара сүрәһенең 255-се (Ҡөрьәндең ҡайһы бер баҫмаларында 256-сы аяттан башлана) аятынан башлап сүрә бөткәнсе (Аятел Көрсиҙе), Йасинды, Әл-Мөлөк сүрәһен (Тәбәрәкте) һәм китаптың һуңғы өлөшөндәге уаҡ сүрәләрҙе белеү етә. Китап тулыһынса Ҡөрьән сыҡҡанда ғына уҡыла.


Ҡөрьән-Аллаһы тағәлә һүҙе

Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең донъя халыҡтарына ҡалдырған ошо мөҡәддәс китабы Ислам диненең нигеҙен тәшкил итә. Ер шарының миллионлаған кешеләре өсөн ул — Аллаһы тағәлә һүҙе. Мәҙәниәтебеҙҙең бөйөк ҡомартҡыһы булған был әҫәрҙе белмәй тороп, кешелек тарихының ынтылышлы аҙымдарын һәм бөгөнгө тормошобоҙҙоң мәңгелек менән бәйле булыуын аҙағынаса аңлап, шулай уҡ үҙебеҙҙе һәр яҡлап үҫкән, заман менән бергә атлаусы шәхес итеп тойоп та булмайҙыр, моғайын. Иман-иғтиҡад тейешле ғәмәлдәр, кешеләр өсөн кәрәкле өгөт-нәсихәттәр Ҡөрьән-Шәрифтә әйтелә.

Сүрәләр

  • 1 -- Фәтиха (Китапты асыу) -- 7 аят, Мәккәлә ингән.
  • 2 -- Баҡара (Һыйыр) -- 286 аят
  • 3 -- Ғимран (Мәрйәмдең атаһы) -- 200 аят
  • 4 -- Нисә (Ҡатындар) -- 176 аят
  • 5 -- Мәәидә (Табын) -- 120 аят,
  • 6 -- Әнғәм (Мал-тыуар) -- 165 аят, ?
  • 7 -- Әғрәф (Кәртәләр) -- 206 аят, Мәккәлә ингән.
  • 8 -- Әнфәл (Табыш малы) -- 75 аят.
  • 9 -- Тәүбә (Тәүбә) -- 129 аят, ?
  • 10 -- Юнус (Юныс) -- 109 аят, ?
  • 11 -- Һуд (Һуд) -- 123 аят, Мәккәлә ингән.
  • 12 -- Йосыф (Йософ) -- 111 аят, Мәккәлә ингән.
  • 13 -- Рәғид (Күкрәү) -- 43 аят, Мәҙинәлә һәм Мәккәлә ингән.
  • 14 -- Ибраһим (Ибраһим) -- 52 аят, Мәҙинәлә һәм Мәккәлә ингән.
  • 15 -- Хижр (Хижр иле) -- 99 аят
  • 16 -- Нәхел (Бал ҡорто) -- 128 аят
  • 17 -- Исра (Төнгө йөрөү, Яҡуп улдары) -- 111 аят
  • 18 -- Кәһәф (Мәмерйә) -- 110 аят
  • 19 -- Мәрйәм (Мәрйәм) -- 98 аят
  • 20 -- Та-һа (Та-һа) -- 135 аят
  • 21 -- Әнбийә (Пәйғәмбәрҙәр) --112 аят
  • 22 -- Хаж (Хаж) - 78 аят
  • 23 -- Мөьминүн (Мөьминдәр) -- 118 аят
  • 24 -- Нур (Нур) -- 64 аят
  • 25 -- Фурҡан (Яҡшыны ямандан айырыусы китап) -- 77 аят
  • 26 -- Шүғәрә (Шағирҙар) -- 227 аят
  • 27 -- Нәмәл (Ҡырмыҫҡа) -- 93 аят
  • 28 -- Ҡасас (Ҡиссалар) -- 88 аят
  • 29 -- Ғәнкәбүт (Үрмәксе) -- 69 аят
  • 30 -- Рум (Рум) -- 60 аят
  • 31 -- Лоҡман (Лоҡман) -- 34 аят
  • 32 -- Сәждә (Сәждә) -- 30 аят
  • 33 -- Әхзәб (Төркөмдәр) -- 73 аят
  • 34 -- Сәбә (сәбә иле) -- 54 аят
  • 35 -- Фәтыр (Яралтыусы) -- 45 аят
  • 36 -- Йәсин (Йәсин) -- 83 аят
  • 37 -- Саффат (Сафтар) -- 182 аят
  • 38 -- Сад (дауыт) -- 88 аят
  • 39 -- Зүмәр (халыҡ өйөрө) -- 75аят
  • 40 -- Мөьмин (Мөьмин) -- 85 аят
  • 41 -- Фуссиләт (Аңлатылды) -- 54 аят
  • 42 -- Шура (Кәңәш) -- 53 аят
  • 43 -- Зухруф (Алтын хазина) -- 89 аят
  • 44 -- Духан (Төтөн) -- 59 аят
  • 45 -- Жәҫиә (Теҙленеү) -- 37 аят
  • 46 -- Әхҡәф (Ҡом тауы) -- 35 аят
  • 47 -- Мөхәммәд (Мөхәммәд) -- 38 аят
  • 48 -- Фәтех (Еңеү) -- 29 аят
  • 49 -- Хужүрәт (Бүлмәләр) -- 18 аят
  • 50 -- Ҡаф (Ҡаф) -- 45 аят
  • 51 -- Ҙәрийәт (Таратыусылар) -- 60 аят
  • 52 -- Тур (Тау) -- 49 аят
  • 53 -- Нәжем (Йондоҙ) -- 62 аят
  • 54 -- Ҡамар (Ай) -- 55 аят
  • 55 -- Рахмәән (Рахмәән) -- 78 аят
  • 56 -- Ваҡийға (Ваҡиға) -- 96 аят
  • 57 -- Хәдид (Тимер) -- 29 аят
  • 58 -- Мүжәдәлә (Бәхәс) -- 22 аят
  • 59 -- Хәшер (Ҡыуып сығарыу) -- 24 аят
  • 60 -- Мүмтәхинә (Ҡатын-ҡыҙҙы Һынау) -- 13 аят
  • 61 -- Саф (Рәт) -- 14 аят, Мәҙинәлә ингән.
  • 62 -- Жумға (Йома) -- 11 аят, Мәҙинәлә ингән.
  • 63 -- Монафиҡтар (Ике йөҙлөләр) -- 11 аят, Мәҙинәлә ингән.
  • 64 -- Тәғабун (Алданыу) -- 18 аят, Мәҙинәлә ингән.
  • 65 -- Талаҡ (Талаҡ) -- 12 аят, Мәҙинәлә ингән.
  • 66 -- Тәхрим (Харам) - 12 аят, Мәҙинәлә ингән.
  • 67 -- Мүлк (Хәкимиәт) -- 30 аят, Мәккәлә ингән.
  • 68 -- Ҡәләм (Ҡәләм) -- 52 аят, Мәккәлә ингән.
  • 69 -- Хаҡҡа (Ҡотолғоһоҙлоҡ) -- 52 аят, Мәккәлә ингән.
  • 70 -- Мәғәриж (Баҫҡыс буйлап) -- 44 аят, Мәккәлә ингән.
  • 71 -- Нух (Нух) -- 28 аят, Мәккәлә ингән.
  • 72 -- Джинн (Ен) -- 28 аят, Мәккәлә ингән.
  • 73 -- Мүзәммил (Ябынған) -- 20 аят, Мәккәлә ингән, ҡайһы бер аяттары Мәҙинәлә ингән.
  • 74 -- Мүдәҫҫир (Бөркәнгән) -- 56 аят, Мәккәлә ингән.
  • 75 -- Ҡиәмәһ (Ҡиәмәт) -- 40 аят, Мәккәлә ингән.
  • 76 -- Инсан (Кеше) -- 31 аят, Мәккәлә, Мәҙинәлә ингән.
  • 77 -- Мүрсәләт (Йомош менән ебәрелгән) -- 50 аят, Мәккәлә ингән.
  • 78 -- Нәбә (Хәбәр) -- 40 аят, Мәккәлә ингән.
  • 79 -- Нәзиғәт (Йолҡоп алыу) -- 46 аят, Мәккәлә ингән.
  • 80 -- Ғәбәсә (Һытыҡ йөҙ) -- 42 аят, Мәккәлә ингән.
  • 81 -- Тәҡүир (Төрөп ҡуйыу) -- 29 аят, Мәккәлә ингән.
  • 82 -- Инфитар (Ярылыу) -- 19 аят, Мәккәлә ингән.
  • 83 -- Мутаффифин (Кәметеп үлсәү) -- 36 аят, Мәккәлә ингән.
  • 84 -- Иншиҡаҡ (Йыртылыу) -- 25 аят, Мәккәлә ингән.
  • 85 -- Буруж (Йондоҙҙар) -- 22 аят, Мәккәлә ингән.
  • 86 -- Тарих (Таң йондоҙо) -- 17 аят, Мәккәлә ингән.
  • 87 -- Әғлә (Бөйөк) -- 19 аят, Мәккәлә ингән.
  • 88 -- Ғәшийә (Бөйөк ваҡиға) -- 26 аят, Мәккәлә ингән.
  • 89 -- Фәжер (Таң) -- 30 аят, Мәккәлә ингән.
  • 90 -- Бәләд (Ҡала, Ил) -- 20 аят, Мәккәлә ингән.
  • 91 -- Шәмс (Ҡояш) -- 15 аят, Мәккәлә ингән.
  • 92 -- Ләйл (Төн) -- 21 аят, Мәккәлә ингән.
  • 93 -- Духа (Иртәнге шәфәҡ) -- 11 аят, Мәккәлә ингән.
  • 94 -- Иншарах (Асылыу) -- 8 аят, Мәккәлә ингән.
  • 95 -- Тин (Инжир) -- 8 аят, Мәккәлә ингән.
  • 96 -- Ғәләҡ (Яралғы тамсыһы) -- 19 аят, Мәккәлә ингән.
  • 97 -- Ҡадр (Ҡәҙер кисе) -- 5 аят, Мәккәлә ингән.
  • 98 -- Бәйинә (Асыҡ аңлатыу) -- 8 аят, Мәҙинәлә ингән.
  • 99 -- Зилзилә (Ер тетрәү) -- 8 аят, Мәккәлә ингән.
  • 100 -- Ғәдийәт (Яу уҙышы) -- 11 аят, Мәккәлә ингән.
  • 101 -- Ҡариға (Әфәт) -- 11 аят, Мәккәлә ингән.
  • 102 -- Тәкәҫүр (Байырға ярышыу) -- 8 аят, Мәккәлә һәм Мәҙинәлә ингән.
  • 103 -- Ғаср (Ғасыр, Быуат) -- 3 аят, Мәккәлә ингән.
  • 104 -- Һүмәҙә (Ғәйбәтсе) -- 9 аят, Мәккәлә ингән.
  • 105 -- Фил (Фил) -- 5 аят, Мәккәлә ингән.
  • 106 -- Ҡурайыш (Ҡурайыш) -- 4 аят, Мәккәлә ингән.
  • 107 -- Мәғүн (Саҙаҡа) -- 7 аят, Мәккәлә ингән.
  • 108 -- Кәүҫәр (Байлыҡ) -- 3 аят, Мәккәлә ингән.
  • 109 -- Кәфирүн (Кәферҙәр) -- 6 аят, Мәккәлә ингән.
  • 110 -- Наср (Ярҙам) -- 3 аят, Мәҙинәлә ингән.
  • 111 -- Тәббәт (Ҡулы ҡороһон) -- 5 аят, Мәккәлә ингән.
  • 112 -- Ихлас (Ихлас) -- 4 аят, Мәккәлә ингән.
  • 113 -- Фәләҡ (Таң атыу) -- 5 аят.
  • 114 -- Нәс (Кешеләр) -- 6 аят.

Башҡорт телендә баҫтырып сығарыу

1. Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 960 б.

Ижади төркөм:

  • Фәнил Нафиҡ улы Байышев (Д. Кинельский тәржемәһен ҡайтанан эшкәртеп сыҡты, баҫманың фәнни һәм дөйөм мхәррире),
  • Нурмөхәмәт Әлебай улы Сөйәрғоллов (транскрипцияны эшләне),
  • Дәүләткирәй Дәүләтбай улы Мәһәҙиев(башҡортсаға тәржемәнең махсус мөхәррире).
  • Нәшриәт мөхәррире Барый Миңнеғәлим улы Ноғоманов.
  • Техник мөхәррире Наилә Йыһангир ҡыҙы Зарипова.
  • Корректорҙары Әлифә Закир ҡыҙы Хажиева, Әлфиә Нәжип ҡыҙы Әсәҙуллина.

2. Ҡөрьән тәфсире. — Ҡазан: "Матбуғат йорто" нәшриәте, 2005. — 784 б.

  • Рабит Мөхлисулла улы Батулла — Төрлө ғалимдарҙың тәржемәлере һәм шәрехтәреннән матбуғатҡа әҙерләүсе
  • Ильшат Әнүр улы Хафизи — Ҡөрьәнде башҡортсаға тәржемә итеү өсөн яуаплы
  • Рүфинә Әнүр ҡыҙы Хафизова — Тәржемә итеүсе Һәм компьютерҙа йыйыусы
  • Ф.Ф.Әкимбетов, М.З.Солтанова, Ф.Г.Вәхитова — тәржемәне тикшереүселер


Ҡалып:Link FA