Никола Тесла: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: ia:Nikola Tesla
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
35 юл: 35 юл:
* Радио менән идара итеүсе робототехника балалар уйынсыҡтарында ғына түгел хәрби дирәлә лә киң ҡулланыла.
* Радио менән идара итеүсе робототехника балалар уйынсыҡтарында ғына түгел хәрби дирәлә лә киң ҡулланыла.
<references/>
<references/>

* [http://www.nikolatesla.fr/documents.htm NikolaTesla.fr] - More than 1,000 documents on Tesla


[[Категория:Шәхестәр]]
[[Категория:Шәхестәр]]

09:28, 30 сентябрь 2011 өлгөһө

Никола Тесла

Ни́кола Те́сла (сер. Никола Тесла1856 йылдың 10 июлендә Австрия империһының, хәҙерге Хорватияның Смилян ҡалаһында тыуған — 1943 йылдың 7 ғинуарында АҠШ-та Нью-Йорк ҡалаһында вафат— физик, инженер, электротехника һәм радиотехника өлкәһендә уйлар табыусы. Австро-Венгрияла бала сағы үткән, 1891 йылда АҠШ граждаглығы алғас, Франция һәм АҠШ-та эшләгән. [1].

XIX —XX быуат башында электричество һәм магнетизм үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙә фәнни-революцион өлөшө менән билдәле. Тесланың патенттары һәм теоретик хеҙмәттәренә нигеҙләнеп ҡоролған, алмаш токта эшләүсе ҡоролмалар, күп фазалы электр двигательдәре, сәнәғәт революцияһының икенсе этабын барлыҡҡа килтерә.

Ул, шулай уҡ, эфир гипотезһы яҡлы булыуы менән билдәле.

Никола Тесла Колорадо-Спрингс лабораторияһында. Фотография 1900 йылда ике ҡатлы экспозиция ысулы менән төшөрөлгән

Тесла исеме менән магнит индукцияһын үлсәү берәмеге аталған. Ғалим Э. Крессон, Дж. Скотт, Т. Эдисон миҙалдары менән наградланған. Замандаштары уны «XX быуатты уйлап тапҡан ғалим№ тип иҫәпләй. Радто мөмкинлектәрен күрһәткәс Тесла инженер-электрик булараҡ билдәле була. Тесланың хеҙмәттәре элетротехника фәненә юл аса, уның асыштары инновацион әһәмиәткә эйә була. АҠШта Тесла билдәлелеге буйынса теләһә ниндәй ғалим менән ярыша ала.

Асыштары һәм хеҙмәттәре

Алмаш ток

1889 йылда Тесла юғары йышлыҡлы һәм юғары көсөргәнешле ток үҙенсәлеген өйрәнеүгә күсә. Юғары йышлыҡлы электромеханик генератор һәм юғары йышлыҡлы трансформатор өлгөләрен эшләй.

Тикшереүҙәр ваҡытында Тесла хәүефһеҙлеккә ҙур ихтибар бирә. Юғары йышлыҡтағы электр тогы тәьҫирен үҙ организмында тикшереп ҡарай. Тесла эшләгән медицина аппараттары бөгөн дә донъяла киң ҡулланыла. Юғары йышлыҡтағы токтың тире һәм тиресә ҡатламға йоғонтоһо күпертке, ҡыуыҡса, таптарҙы таҙартарға булышлыҡ итә. Юғары йышлыҡтағы токтың тирегә тәьҫир итеүе хәҙерге заманда электротерапияла ҡулланыла.

Магнит ҡыры теорияһы

1888 йылда Тесла (Г. Феррарисатан алдараҡ) әйләнеүсе магнит ҡырына фәнни билдәләмә бирә. Ошо уҡ йылда Тесла күп фазалы электр машиналарына (асинхрон двигательдәргә) һәм электр энергияһын алмаш ток ярҙамында тапшырыуға патент ала. Ике фазалы системаны ул иң экономиялы тип иҫәпләй. Ике фазала системала эшләүсе эре ГЭСтар, шул иҫәптән Ниагара ГЭСы төҙөлә.

Радио

Тесла радиоэлемтә ярҙамында электр тогы алыуға патент ала. 1891 йылдың 10 мартында «Дүға электр лампаһы менән идара итеү ысулы» («Method of Operating Arc-Lamps») U.S. Patent 447920 патентын ала. Алмаш ток генераторы эшләп сығарған 10 000 Гц йышлыҡтағы ток дуға электр лампаһының тауышын кәметеүгә булышлыҡ итә. 1891 йылда асыҡ лекцияла Тесла радтоэлемтә принцибын күрһәтә. 1893 йылда сымһыҙ элемтә эшләү менән мәшғүл була.

Резонанс

Тесла катушкаһын ярҙамында оҙон электр разряды алыу өсөн ҡулланалар. Бер фәнни журналда механик осциллятор ярҙамында теләһә ниндәй әйберҙе, резонанс йышлығына көйләп, емереп булыуы хаҡында һөйләнә. Приборҙы өйҙөң өрлөгөнә тоташтырғандар. Бер ни тиклем ваҡыттан өй һелкенә башлаған һәм ер тетрәгән. Тесла сүкеш алып приборҙы ватҡан һәм ярҙамсыларына был турала бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан. Янғын һүндереүселәргә һәм полицейскийҙарға тәбиғи әр тетрәү булды тип аңлатҡан.

Исемен мәңгеләштереү

СИ системаһында магнит индукцияһын үлсәү берәмеге Тесла исеме меән аталған.

Тесланың 150 йыллығына сығарылған серб көмөш монетаһы. 2006
Файл:P91a-500din-1978-a king.jpg
Югослафия Совет социалистик Республикаһында СФРЮ 1978 йылда сығарылған банкнотаһында Тесла һәйкәле артында юғары йышлыҡлы трансформатор.

Хорватияның башҡалаһы Загреб ҡалаһында Никола Тесла урамында ғалимға һәйкәл ҡуйылған. Бедград университеты алдында һәйкәл ҡуйылған.

Тесла идеяларын ҡулланыу

  • Алыҫ араға электр тогын тапшырыу өсөн алмаш ток ҡулланыла
  • ГЭС, АЭС, ТЭС-тарҙа электр энергияһын алыу өсөн электр генераторҙары ҡулланыла.
  • Электр генераторҙарын хәҙерге заман элетр поездарында, электр автомобильдәрендә, трамвай, троллейбустарҙа ҡулланалар.
  • Радио менән идара итеүсе робототехника балалар уйынсыҡтарында ғына түгел хәрби дирәлә лә киң ҡулланыла.
  1. «Tesla, Nikola». Encyclopædia Britannica from Encyclopædia Britannica 2007 Ultimate Reference Suite.