Башнефть (шашка клубы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
("Башнефть (шашка клубы)" битенән йүнәлтелде)
Башнефть

«Башнефть» шашка клубы — Башҡортостан Республикаһының профессиональ шашка клуб. Клубтар араһында үткәрелгән Чемпиондар Кубогы ярыштарында күп тапҡырҙар еңеүсе. 2000 йылдан клубтарҙың Европа рейтингында 1-се урынды биләй. «Башнефть», 2004 йылда ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында Европа Конфедерацияһы Кубогын яулап, ошондай уңышҡа өлгәшкән тәүге клуб булараҡ таныла. Клубҡа нигеҙ һалынған тәүге көндән алып — уның рәйесе һәм тренеры Ю. В. Черток .

Шашка клубының урынлашҡан урыны һәм адресы: 450077, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы,  Достоевский урамы, 49-сы йорт.

Клубтың ир-егеттәр командаһы Европа чемпиондары  Кубогы (2000-01), Европа Шашка конфедерацияһы Кубогы (2000-01, 2004-07, 2010) хужаһы, көмөш (2003, 2008), бронза (2002) призёр, Рәсәй чемпионы (2000-01, 2006), көмөш призер (1999, 2002, 2004-05, 2011). Ҡатын-ҡыҙҙар командаһы — Европа Шашка конфедерацияһы Кубогы (2002, 2004, 2010, 2011) хужаһы, көмөш (2001, 2003), бронза призёр (2006), Рәсәй чемпионы (2000-01, 2004-05), клубтар араһында көмөш призер (2002).

1999 йылда клуб «Ишембайнефть» НГДУ-һы эргәһендәге «Нефтсе» шашка клубы булараҡ барлыҡҡа килә (президенты — Владимир Давыдов), 2001 йылдан клуб хәҙерге атамаһын һәм статусын йөрөтә. 2002 йылда «Нефтсе» (Ишембай) профессиональ шашка клубы «Башнефть» атамаһын ала һәм Ишембайҙан Өфөгә күсерелә (президенты — Илгиз Фәйзулла улы Мәжитов). «Башнефть» 2004 йылда Таллинда өсөнсө тапҡыр Европа Шашка конфедерацияһы Кубогын яулай, артабан Кубок мәңгелеккә клуб музейында һаҡлауға ҡалдырыла.

2002 йылда бөтә турнирҙарҙа ла еңә: Рәсәй Кубогы, Европа Шашка конфедерацияһы Кубогы EDC һәм Европа чемпиондары Кубогы[1].

2004 йылда «Башнефть» — ир-егеттәр араһында ла, ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла Европа клубтары чемпионы. Европа Шашка конфедерацияһының күсмә Кубогы ир-егеттәр командаһында мәңгелеккә ҡалдырыла.

2006 йылда «Башнефттең» ир-егеттәр командаһы — клубтар араһында Европа чемпионы (Франция).

2007 йылда «Башнефттең» ир-егеттәр командаһы клуб командалары араһында дүртенсе тапҡыр рәттән Европа чемпионатында еңеү яулай.

«Башнефть» спортсылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Клуб намыҫын түбәндәге спортсылар яҡлай: Шварцман Александр (Халыҡ-ара шашкалар буйынса Рәсәйҙең V клуб чемпионатында һәм башҡа ярыштарҙа), Марк Подольский, Александр Балякин, Владимир Мильшин һәм башҡалар.

«Башнефть» клубында тәрбиәләнеүселәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Блиц-уйын буйынса Рәсәй чемпионы О. А. Беллер (2001), йәштәр араһында Рәсәй чемпионы В. В. Штумпф (1996), Европа беренселегенең бронза призёры: Ф. М. Ишморатов (1999, юниорҙар араһында), Европа беренселегендә еңеүселәр: А. Р. Шәйбәков (2004, миникадеттар араһында), О. В. Абдуллина (2002-04, ҡыҙҙар араһында), А.Иҙрисова (2004, кесе йәштәге ҡыҙҙар араһында), А. М. Әминева (2002, в группе «надежды»), Ю. Вәлиева, А. Сәғитова, А. Урманов, И. Рыжов, С. Федин, Р. Әйүпова, Д. Рысаев, Г. Әбүбәкирова һәм башҡалар. Уларҙың күптәре аҙаҡ клуб өсөн сығыш яһай башлай..

Титулдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылға клуб титулы
Йыл  Призер Ярыш Үткәреү урыны Призлы урын
2000 Клуб командаһы Европа конфедерацияһы Кубогы  Литва 1 Алтын
2000 Клуб командаһы донъя команда чемпионаты  Бөйөк Британия 1 Алтын
2000 Клуб командаһы Европа чемпиондары
Кубогы 
 Нидерланд 1 Алтын
2001 Клуб командаһы Европа чемпиондары

Кубогы

 Россия 1 Алтын
2001 Клуб командаһы Европа конфедерацияһы Кубогы  Россия 1 Алтын
2002 Клуб командаһы (ир-егеттәр) Европа конфедерацияһы Кубогы  Испания 3 Бронза
2002 Клуб командаһы
(ҡатын-ҡыҙҙар)
Европа конфедерацияһы Кубогы  Испания 1 Алтын
2003 Клуб командаһы Европа конфедерацияһы Кубогы  Польша 2 Көмөш
2004 Клуб командаһы (ир-егеттәр) Европа конфедерацияһы Кубогы  Эстония 1 Алтын
2004 Клуб командаһы (ҡатын-ҡыҙҙар) Европа конфедерацияһы Кубогы  Эстония 1 Алтын
2005 Клуб командаһы донъя команда
 чемпионаты
 Италия 1 Алтын
2005 Клуб командаһы Европа конфедерацияһы Кубогы  Франция 1 Алтын
2006 Клуб командаһы донъя команда чемпионаты

 Сенегал 1 Алтын
2006 Клуб командаһы (ир-егеттәр) Европа конфедерацияһы Кубогы  Франция 1 Алтын
2006 Клуб командаһы (ҡатын-ҡыҙҙар) Европа конфедерацияһы Кубогы  Франция 3 Бронза
2007 Клуб командаһы Европа конфедерацияһы Кубогы  Франция 1 Алтын
2008 Клуб командаһы Европа конфедерацияһы Кубогы  Рәсәй 2 Көмөш
2009 Клуб командаһы Европа конфедерацияһы Кубогы  Болгария 1 Алтын
2010 Клуб командаһы (ир-егеттәр) Европа конфедерацияһы Кубогы  Латвия 1 Алтын
2010 Клуб командаһы (ҡатын-ҡыҙҙар) Европа конфедерацияһы Кубогы  Латвия 1 Алтын
2011 Клуб командаһы (ир-егеттәр) Европа конфедерацияһы Кубогы  Болгария 2 Көмөш
2011 Клуб командаһы (ҡатын-ҡыҙҙар) Европа конфедерацияһы Кубогы  Болгария 1 Алтын

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]