Эстәлеккә күсергә

"Псковитянка"

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
"Псковитянка"
Рәсем
Атамаһы Псковитянка
Производная работа Царь Иван Васильевич Грозный[d]
Сәнғәт формаһы Опера
Место первого исполнения Мариин театры[d]
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты XIX быуат
Композитор Римский-Корсаков Николай Андреевич
Либретто авторы Римский-Корсаков Николай Андреевич
Беренсе тапҡыр башҡарыла 13 ғинуар 1873
Персонаждар Boyar Nikita Matuta[d], Guard's voice[d], Prince Afanasy Vyazemsky[d], Princess Olga Yuryevna Tokmakova[d], Tsar Ivan Vasilevich the Terrible[d], Yushko Velebin[d], Boyarïshnya Stepanida Matuta[d], Bomely (Bomelius)[d], Mikhail Andreyevich Tucha[d], Prince Yuriy Ivanovich Tokmakov[d], Perfilyevna[d] һәм Vlasyevna[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d]
 "Псковитянка" Викимилектә

«Псковитянка» — композитор Николай Римский-Корсаковтың Лев Мейҙың шул исемдәге драмаһы мотивтары буйынса өс актлы (шаршаулы) алты картиналы либреттоһын үҙе яҙған операһы. Беренсе тапҡыр Мариинский театрында , Санкт-Петербургта, 1873 йылда дирижер Эдуард Направник етәкселегендә ҡуйылған. 1894 йылда Римский-Корсаков операһын яңынан эшкәрткән.

1898 йылда композитор яҙған бер актлы «Боярыня Вера Шелога» операһы бер үк ваҡытта «Псковитянка» операһының прологы булып тора ала.

  • Иван Грозный — бас;
  • Кенәз Токмаков, Псков посаднигы — бас;
  • Ольга, уның ҡабул ителгән ҡыҙы — сопрано;
  • Матута баяр — тенор;
  • Баяр ҡыҙы Матута Степанида (Стеша) — сопрано;
  • Михайло Туча, посадничий улы — тенор;
  • кенәз Вяземский — бас;
  • Бомелий, батша табибы — бас;
  • Велебин Юшко, Новгородтан хәбәр килтереүсе (сапҡынсы)— басс.
  • Власьевна, һөт әсә — меццо-сопрано;
  • Перфильевна, һөт әсә — меццо-сопрано.

Баярҙар, опричниктар, халыҡ.

Опералағы ваҡиғалар Псковта һәм уның тирә-йүнендә 1570 йылда бара.

Беренсе картина. Псковтың абруйлы посаднигы, батша наместнигы кенәз Токмаков йорто янындағы баҡсаорто янындағы баҡсала һөт әсәләр Перфилиевна менән Власьевна азат Псковҡа Новгород азатлығын тармар иткән мәскәү батшаһы Иван Васильевичтың яҡынлашып килеүе тураһында һөйләшәләр. Ҡыҙҙар горелки уйнайҙар, бары тик Токмаковтың балалыҡҡа ҡабул иткән ҡыҙы Ольга һәм уның менән посадничий улы Михайло Туча менән осрашыуҙары тураһында серләшкән Стеша ғына уйнамай. Власьевна ҡыҙҙарға әкиәт һөйләп, ошо саҡта Тучаның һыҙғырғаны ишетелә. Уның янына йәшеренеп кенә Ольга сыға, улар мөхәббәттәре тураһында һөйләшә. Бына улар яҡынлашып килгән аяҡ тауыштарын ишетеп ҡала һәм Туча ҡойма артына һикерә, ә Ольга ҡыуаҡтар артына йәшеренә. Баҡсаға кенәз Токмаков менән ҡарт баяр Матута килеп инә. Матута Ольгаға өйләнергә теләүен белдерә. Токмаков, Ольганың үҙ әсәһе — баяр ҡатын Вера Шелоганың барлығы, ә атаһы кем икәнлеген белмәүе тураһында Матутаға әйтә. Ошо саҡта вечеға саҡырып саң һуғалар. Ишеткән хәбәрҙәр Ольганы ныҡ тетрәндерә.

Икенсе картина. Псков майҙанына халыҡ йыйылған. Майҙанда сапҡынсы Юшка Велебин, ул рус батшаһы Иван Грозныйҙың Новгородты баҫып алыуы һәм хәҙер инде Псковҡа юл тотоуы тураһында һөйләй. Халыҡ аптырашта ҡатып ҡала. токмаков менән Матута Иван Грозныйға буйһонорға кәрәк тиҙәр. Михайло Туча уларға ҡаршы сыға һәм үҙе янына азатлыҡ өсөн янған йәштәрҙе туплай һм батшаға ҡаршы сығырға өндәй. Ул йәштәр менән майҙандан сығып китә. Майҙанда тороп ҡалған халыҡ йәштәрҙе йәлләй, уларҙың иҫән-һау ҡалыуҙарына күҙе етмәй, сөнки улар Иван Грозныйҙың ҡулы артыҡ ҡаты икәнлеген бик яҡшы аңлай.

Беренсе картина. Псковтағы ҙур майҙан. Йорт алдында — буйһоноу билдәһе итеп батшаны һәм уның ғәскәре ҡаршы алырға тип өҫтәлдәргә икмәк-тоҙ сығарып ҡуйылған. Халыҡ ҡурҡыуға ҡалып батшаның ҡалаға килеп инеүен көтә. Ольга Власьевнағаүҙе ишеткән ғаилә серен аса. Власьевна Ольганың бәхетһеҙлеген күҙаллай. Ҡалаға батша килеп инә.

Икенсе картина. Токмаков йортондағы бүлмә. Токмаков менән Матута Иван Грозныйҙы ҡаршылай. Ҙур күндәмлек менән Ольга батшаны һыйлай. батша Ольгаға бик яҡшы ҡарай һәм ҡыҙҙың әсәһенә ныҡ оҡшашлығын күрә. Ҡыҙҙар батшаны данлап йырлай. Иван грозный Токмаковтан Ольга тураһында белешә һәм Ольганың үҙ ҡыҙы икәнлегенә инана, йәшлек хәтирәләрен иҫенә төшөрә.

Операның сәхнәләге финалы, 1896 йыл постановкаһы, Грозный ролендә — Федор Шаляпин

Беренсе картина. Печера монастырена табан юл, төпкөл урман. Батша урманда һунар итә. Йәшен башлана. Юл буйлап һөт әсләре менән бергәләшеп баяр ҡыҙҙары үтә. Ольга уларҙан ҡалыша, сөнки монастырға ул бары тик Михайло туча менән осрашырға ғына килгән була. Ошо юлда ғашиҡтар осраша. Улар һөйләшеп торғанда Михайлоға Матутаның ялсылары ташлана, Туча яралана, Ольга һуштан яҙа, Матутаның ялсылары Ольганы күтәреп алып китә, ә Матута батша Иван Грозныйға Тучаның хыянаты тураһында һөйләрг йыйына.

Икенсе картина. Псков янындағы батша ставкаһында Иван Грозный хәтирәләргә бирелеп ултыра, Уның уйҙарын батша һаҡсыларының Ольганы урларға маташҡан Матутаны тотоуҙары тураһындағы хәбәре бүлдерә.. Тучаны хыянатта ғәйепләргә тырышыусы Матутаны Иван Грозный тыңлап та тормай. Батша янына Ольганы алып киләләр. Башта Иван Грозный уның менән дорфа һөйләшә, ҡыҙҙың бер генә һүҙенә лә ышанмай. Тик ғашиҡ ҡыҙҙың үҙ мөхәббәте тураһында шул тиклем асыҡ итеп һөйләгәнен, уның мөләйемлелеген күреп, батшаның йөрәге ирей. Тучаның яралары төҙәлгәндән һуң, ул , Ольганы азат итер өсөн, үҙенең отряды менән батша һаҡсыларына һөжүм итә. Иван Грозный Псков «вольницаһын» атып бөтөрөргә, ә Михайло Тучаны үҙе янына тотоп килтерергә бойора. Әмм Туча әсирлектән ҡотола. Ольга шул саҡта Тучаның бик алыҫта хушлашыу йырын йырлағанын ишетеп ҡала: ҡыҙ сатырҙан егете яғына табан йүгереяземскийҙың Тучаға тип атҡан уғы аҫтына яңылыш барып эләгә. Ольга үлә. Грозный ҡыҙының үле тәненә табан бөгөлә. Псков халҡы бөйөк ҡалаһының һәләк булыуына ҡайғырып илай.