«Будапештты алған өсөн» миҙалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
«Будапештты алған өсөн» миҙалы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 9 июнь 1945
Дәүләт Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Уровень выше «Японияны еңгән өсөн» миҙалы
Уровень ниже "Кёнисбергты алған өсөн" миҙалы
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән баҡыр иретмәһе[d]
Изображение орденской планки
Һаны 362 050
Лауреаттар категорияһы Категория:«Будапештты алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
Commons-logo.svg «Будапештты алған өсөн» миҙалы Викимилектә

«Будапештты алған өсөн» миҙалы СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 9 июнендәге Указына ярашлы булдырыла. Миҙал проекты авторы — рәссам А. И. Кузнецов.

Миҙал тураһындағы Положение[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Будапештты алған өсөн» миҙалы менән 1945 йылдың 20 декабре — 15 феврале осоронда туранан-тура Будапешт ҡалаһын штурмлауҙа һәм алыуҙа ҡатнашҡан Ҡыҙыл Армия, Хәрби-Диңгеҙ флоты хәрбиҙәре һәм НКВД ғәскәрҙәре, шулай уҡ ҡаланы азат иткәндә хәрби операцияларҙың етәкселәре һәм ойоштороусылары бүләкләнә.

«Будапештты алған өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм башҡа СССР ордендары һәм миҙалдары булған осраҡта «Японияны еңгән өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла.

1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «Будапештты алған өсөн» миҙалы менән яҡынса 362 050 кеше бүләкләнгән.

Миҙалдың тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Будапештты алған өсөн» миҙалы баҡыр иретмәһенән яһала. Миҙалдың диаметры — 32 мм. Формаһы — теүәл түңәрәк.

Миҙалдың алғы яғында: үҙәктә — «ЗА ВЗЯТИЕ БУДАПЕШТА» яҙыуы, яҙыу өҫтөндә — биш осло йондоҙ, ә аҫта — ботаҡҡа ботаҡ килгән ике ураҡ менән сүкеш һүрәте.

Миҙалдың кире яғында — Будапештты алыу датаһы: «13 февраля 1945», дата өҫтөндә — биш осло йондоҙ.

Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнгән. Миҙалдың ситтәре ҡабарыңҡы итеп ҡаймалаған.

Миҙал биш мөйөшлө ҡалыпҡа элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла. Ҡалып 24 мм киңлегендәге ебәк муар таҫма менән уратылған. Таҫманың төҫө — һарғылт-ҡыҙыл. Таҫманың уртаһынан 8 мм киңлегендәге зәңгәр буй үтә.

Иллюстрациялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Миҙал таҫмаһын үҙләштереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2005 йылдың 18 июлендәге Рәсәй Федерацияһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министры 552-се һанлы бойороғона ярашлы «Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡаһарманлығы өсөн» исемле миҙал булдырыла. Миҙал таҫмаһы «Будапештты алған өсөн» миҙалы таҫмаһы менән оҡшаш эшләнгән.

Мәҙәниәттә миҙал[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Михаил Исаковскийҙың «Враги сожгли родную хату» йырының иң аҙағында әлеге награда телгә алына.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР — СПб.: Печатный двор, 1997. — Б. 106—107. — ISBN 5-7062-0111-0.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР — Мн.: Народная асвета, 1986. — Б. 84—85.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]