«Знамя труда» (Ҡоншаҡ районы гәзите)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Знамя труда»
Тиражы

3500

Веб-сайты

https://www.zt74.ru

«Знамя труда»Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының ижтимағи-сәйәси гәзите. Тиражы 4,5—5 мең дана (2001). Учредителдәре — автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма "Стальная искра" гәзите редакцияһы, өлкә «ГУБЕРНИЯ» нәшриәт йорто дәүләт учреждениеһы, Ҡоншаҡ районы хакимиәте. Тиражы (2006) 3,5 мең дана. Баш мөхәррир Ф. Насурдинов.[1]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1930 йылда, район ойошторолған йылда «Колхозсы» исеме менән сыҡҡан гәзит. ВКП (б)-ның Ҡонашаҡ районы комитеты, район советы депутаттарының район колхозсылары союзының органы. Гәзит башҡорт телендә сыҡҡан. Беренсе мөхәррире М. А. Алмаев, 1937 йылда ВКП (б)-нан сығарыла, 1941 йылда фронтҡа китә, 1943 йылда немец концлагерында һәләк була.[2]

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында гәзитте Ә.Закиров, Усманов, Ш.Шакиров, В.Юнысов мөхәррирләне. 1955 йылдан баҫма рус телендә сыға. "Колхозник", ред. Ғ. Ғилметдинов етәкләгән. 1958 йылда сыҡҡан гәзит 4 һыҙатлы була һәм хәҙерге «Знамя труда» исеме менән сыға. Шул ваҡыттан гәзиттә ны К.Юлдашев, Д. Карякин, В. Соколов, А. Х. Әхмәтйәновтар (1965-88) эшләй. Күп йылдар гәзиттә журналистар А. Вишнякова, Н. Ғибәҙуллина, В.Траханов, И. Ибраһимова, В.А. Кагарманов, Соколов, В.Г. Супрун, З. Фазылов, Р. Хисмәтуллиналар хеҙмәттәшлек итә.

Гәзиттә ай һайын «Интенсификация» тигән ҡушымта сыға, йылына 2-3 тапҡыр күрше Арғаяш районы «Восход» гәзите менән берлектә баҫма сығарыла.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гәзит һәр ваҡыт йәштәрҙе ауылда ҡалдырыу, белем биреү, милли йолаларҙы һаҡлау мәсьәләләренә айырыуса ҙур иғтибар бүлде. 1995 йылда «Знамя труда» гәзите редакцияһы "Евразия" фонды гәзиттәрҙе үҫтереү буйынса иң яҡшы проектҡа конкурс еңеүсеһе (грант - 10 мең долл) булды һәм Дж. Сорос фонды халыҡты социаль яҡлау проблемалары буйынса мәҡәләләре өсөн 3 мең долларлыҡ грантҡа эйә булды. Грант ярҙамында матди-техник базаны яҡшыртырға, компьютер йыйылмаһын һәм верстканы көйләүгә, шулай уҡ гәзиттең баҫылғанға тиклем өлгөһөн әҙерләүгә мөмкинлек бирҙе. Йәштәр бите тематикаһын сығарыу, хәрби-патриотик теманы (1990, 1995), Рәсәй Президенты һайлауҙарын (1996), идара итеү хоҡуғын (2000-01) сығарыу өсөн өлкә конкурстары дипломдарына лайыҡ була.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]