«Ололоҡлау» («Поклон») мемориаль ансамбле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
«Ололоҡлау» («Поклон») мемориаль ансамбле
Ил Рәсәй
Ҡала Сальск
Проект авторы Б. В. Игнатенко
Төҙөүсе В. Л. Глухов

«Ололоҡлау» мемориаль ансамбле — Ростов өлкәһенең Сальск ҡалаһында Азатлыҡ майҙанында урынлашҡан мемориаль комплекс.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1918 йылдың 23 апрелендә хәҙерге мемориаль комплекс урынында Совет власы өсөн алыштарҙа 20 — 22 апрелдә Урта Егорлык ауылы эргәһендә үлтерелгән ҡыҙыл армеецтар хөрмәтенә матәм митингыһы үтә. Тәүҙә туғандар ҡәберендә пирамида формаһында ағас һәйкәл ултыртыла.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында туғандар ҡәберенә Совет Армияһының 1942 йылда Сальскты обороналауҙа һәм бер йылдан һуң уны азат итеүҙә һәләк булған һалдаттары ерләнелә.

1947 йылда туғандар ҡәберендә төҙөкләндереү эштәре башҡарыла, уға гипстан һалдат скульптураһы ҡуйыла. Осонда йондоҙ булған һәм «Тыуған ил өсөн алыштарҙа башын һалған геройҙарға мәңгелек дан!» тигән яҙыу урынлаштырылған пирамидаға гипстан венок эшләп ҡуйылған .

1967 йылда комплекс реконструкциялана һәм хәҙерге йөҙөн ала. Уның скульпторы ла (В. Л. Глухов), архитекторы ла (Б. В. Игнатенко) Сальск кешеһе. Мемориал ҡалҡыулыҡта урынлашҡан алһыу мәрмәр онтаҡтарынан торған ете метрлыҡ уҡтан ғибәрәт. 1975 йылда туғандар ҡәберенә ҡалҡыулыҡ артына, туғыҙ ҡәбер ташы ҡуйыла. Уларға ерләнгән 177 һалдаттың фамилиялары яҙылған аҡ Урал мәрмәренән эшләнгән плиталар нығытыла.

1981 йылда туғандар ҡәберлеге эргәһенә Советтар Союзы Геройы, Сальскта йәшәгән Б. И. Терентьев ерләнә.

Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына һәйкәлгә илтеүсе аллеяла Сальскта йәшәгән Советтар Союзы Геройҙарының реконструкцияланған барельефтары урынлаштырыла.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]