«Тумо» ижади технологиялар үҙәге
«Тумо» ижади технологиялар үҙәге | |
әрм. Թումո ստեղծարար տեխնոլոգիաների կենտրոն ингл. Tumo Center for Creative Technologies | |
Нигеҙләү датаһы | 2011 |
---|---|
![]() | |
Нигеҙләүсе | Simonian Educational Foundation[d] |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Ереван |
Адрес | Հայաստան, 0038, Երևան, Հալաբյան փող., 16 շենք |
Рәсми сайт | tumo.org |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 7230 ± 9[2] |
![]() |
«Тумо» ижади технологиялар үҙәге (әрм. Թումո ստեղծարար տեխնոլոգիաների կենտրոն) — Әрмәнстандың Ереван ҡалаһындағы уҡытыу үҙәге. 2011 йылда нигеҙләнә. 12 −18 йәшлектәрҙе заманса технологиялар ҡулланып, IT өлкәһендә эшләргә өйрәтә[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Тумо» тәүҙә үҫмерҙәр өсөн мәктәпте тамамлағандан һуң белем биреү үҙәге булараҡ уйланыла. Уға әрмән сығышлы Америка эшҡыуары Сэм Симонянин нигеҙ һала. Төҙөлөш 2003 йылда башлана һәм 2009—2010 йылдарҙа тамамлана[4]. «Тумо» үҙәге 2011 йылдың 14 авгусында асыла һәм унда рок-музыканттар Серж Танкян, Dorians концерт менән сығыш яһай[5].
Тәүге 5 йыл эсендә үҙәктә 10 меңдән ашыу кеше белем ала. 2016 йылда «Тумо» ижади технологиялар үҙәге француз журналы «We demain» төҙөгән донъяның инновацион мәктәптәре рейтингында беренсе урынға сыға[6].
Белем биреү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙәктә белем алыу дүрт йүнәлеш буйынса ойошторолған: анимация, уйындар эшләү, веб-әҙерләмәләр һәм һанлы киң мәғлүмәт саралары. Шулай уҡ бейеү, спорт һәм музыка дәрестәренә иғтибар бүленә. Мотлаҡ дисциплиналар буйынса дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр үтә. Белем алыу циклы ике йыл дауам итә[7].
«Тумо» үҙәге Ливан архитекторы Бернар Хури проекты буйынса төҙөлгән заманса бинаның тәүге ике ҡатында 6000 квадрат метр майҙанды биләй[8]. Ҡалған ҡаттар ҡуртымға бирелә, ошо килемдәр үҙәктең бюджетын булдыра.
Киңәйеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2013 йылдың ғинуарында, Әрмәнстан үҙәк банкы ярҙамы менән «Тумо» Дилижанда белем алыу программаһын аса. 2015 йылдың майында Бөтә Әрмәнтан хәйриә фонды менән партнерлыҡта Гюмриҙа филиал аса[9]. 2015 йылдың сентябрендә Таулы Ҡарабахтың Степанакерт ҡалаһында филиал асыла[10][11].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.lobbyfacts.eu/datacard/tumo-center-for-creative-technologies?rid=455076325447-19
- ↑ (unspecified title)
- ↑ Tumo Center for Creative Technologies to Open in Yerevan, Armenia . PR Newswire (29 июнь 2011).
- ↑ Tumo Center: Closing the Cycle, Keeping Armenia’s Youth Engaged . The American Times (24 апрель 2013). 2020 йыл 14 август архивланған.
- ↑ Tumo's Grand Opening in Yerevan . Tumo (14 август 2011). Архивировано 2 декабрь 2013 года. 2013 йыл 2 декабрь архивланған.
- ↑ Армянский центр «Тумо» возглавил рейтинг самых инновационных школ мира по версии журнала We Demain // newsarmenia.am
- ↑ Barsoumian, Nanore Students Create Own Career Path in Armenia . The Armenian Weekly (4 октябрь 2013).
- ↑ «В „Тумо“ ребята начинают понимать, что в мире намного больше возможностей, чем им казалось ранее» 2017 йыл 18 апрель архивланған. // express.am
- ↑ Gyumri Tumo Center to Open in Spring 2015 . Asbarez (14 ноябрь 2014).(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)
- ↑ Tumo Center Opens in Stepanakert (1 September 2015). 2017 йыл 6 октябрь архивланған.
- ↑ Stepanakert "Tumo" Center is planned to be launched in September . Armenpress (13 август 2015).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт (инг.)(инг.)