Урал (башҡорт халыҡ үҙәге)
Башҡорт халыҡ үҙәге «Урал» БХҮ «Урал» «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге | |
Нигеҙләнгән ваҡыты |
1989 |
---|---|
Лидер |
Иҫәнов Риф Шәрифрахман улы |
Башҡорт халыҡ үҙәге «Урал» (урыҫ. Башкирский народный центр «Урал») — башҡорт халҡының телен һәм мәҙәниәтен тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү, уларҙы республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашырға йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған йәмәғәт ойошмаһы. Штаб-фатиры Башҡортостанда, Өфө ҡалаһында урынлашҡан.
Дөйөм характеристика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Республика башҡорт мәҙәниәте клубы «Аҡ тирмә» инициативаһы буйынса, 1989 йылдың 17 декабрендә «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең ойоштороу съезы әҙерләнә һәм саҡырыла. Беренсе съезда республиканың бөтә ҡала һәм райондарынан, шулай уҡ күрше субъекттарҙан 989 делегат ҡатнаша. Ойошманың тәүге рәйесе итеп Шәкүров Рәшит Закир улы һайлана.
БХҮ "Урал"дың Уставы 1991 йылдың 19 декабрендә Башҡортостан Республикаһы юстиция Министрлығында теркәлә.
Йәмәғәт ойошмаһы уставына ярашлы, идара итеүҙең юғары органы булып съезд (йыйын) тора, ул ике йылға бер тапҡыр саҡырыла.
Съездар араһында ойошма эшмәкәрлеген координациялау һәм етәкселек итеү Совет аша тормошҡа ашырыла, уның составынан «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге Идараһы һайлана, шулай уҡ эшсе төркөмдәр, даими һәм ваҡытлы комиссиялар һ. б. барлыҡҡа килә. «Урал» БХҮ Идараһы даими эшләүсе орган булып тора түбәндәге функцияларҙы үтәй:
- съезд, пленумдар һәм Идара ултырыштары ҡарарҙары үтәлешен контролләү;
- властың закондар сығарыу һәм башҡарма, идара итеү органдарына закон, указ һәм ҡарар проекттарын әҙерләү;
- съезд, пленум, йыйылыштар, митингылар, фәнни-ғәмәли конференциялар һәм башҡа саралар ойоштороу, аңлатыу, пропаганда һәм нәшриәт эшмәкәрлеге алып барыу;
- урындағы ойошмалар менән етәкселек итеү[1].
Ойошманың Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында урындағы үҙәктәре бар, улар биш филиалға берләшә: көньяҡ-көнсығыш, үҙәк, көньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш.
«Урал» башҡорт халыҡ үҙәге эшенең төп йүнәлештәре булып властың төрлө тармаҡтарына (РФ Дәүләт Думаһына, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һ. б.) һайлау буйынса һайлау кампанияһында ҡатнашыу, дәүләт программаһын эшләү, ҡабул итеү һәм тормошҡа ашырыу, мәғариф проблемаларын хәл итеү, йәш быуынды тәрбиәләү һәм эшкә урынлаштырыу, тирә-яҡ мөхитте, республика халҡы сәләмәтлеген һаҡлау һ. б тора.
Башҡорт халыҡ үҙәге I—III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын әҙерләне һәм үткәрҙе, башҡорт ырыуҙары йыйынын тергеҙеү буйынса эштәр алып бара.
«Урал» БХҮ йәмәғәт ойошмалары һәм сәйәси партиялар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә һәм уртаҡ эш алып бара (Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Аҡ тирмә», Башҡорт йәштәре союзы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар союзы һ. б.) . «Замандаш» гәзитен сығара.
««Урал» Башҡорт халыҡ үҙәгенең мәҙәни традицияларҙы һаҡлауға, башҡорт халҡының милли үҙаңын уятыуға, халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыуға һәм республика халыҡтары менән дәүләт власы органдары араһында эшлекле һөйләшеүҙәрҙә таяныс булараҡ индергән өлөшөн баһалап бөтөрлөк түгел. Башҡортостандың хәҙерге заман тарихы «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең съездары ҡарарҙарын эҙмә-эҙлекле, структуралы, ихтыяр көсө менән тормошҡа ашырыусы йәмәғәтселек менән тығыҙ бәйләнгән.[2]»
Рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәшит Шәкүр (1989—1991)
- Ҡолшәрипов М. М. (1991—1996)
- Боҫҡонов А. М. (1996—2002)
- Ҡәҙим Аралбай (2002—2004)
- Р. Ш. Иҫәнов (2004 йылдан алып)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһында мәҡәлә(недоступная ссылка)
- Башҡорт Халыҡ Үҙәге «Урал» 2014 йыл 16 ғинуар архивланған.
- Этнополитическая мозаика Башкортостана. 2. т. М., 1992. С 142—143.
- «Урал» башҡорт халыҡ Үҙәгенә 25 йыл! 2016 йыл 31 август архивланған.