«Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены
Нигеҙләү датаһы 28 декабрь 1988
Рәсем
Дәүләт  СССР
 Рәсәй
Юғарыраҡ дәрәжә «Почёт Билдәһе» ордены
Түбәнерәк дәрәжә I дәрәжә Дан ордены[d]
Барлыҡҡа килеү урыны Мәскәү
Изображение орденской планки
Һаны 600
Лауреаттар категорияһы Категория:«Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены кавалерҙары
 «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены Викимилектә

«Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены — СССР дәүләт наградаһы, 1992—1994 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы. Статуты һәм тасуирламаһы СССР Юғары Советы Президиумы 1988 йылдың 28 декабрендәге Указына ярашлы раҫлана. Награда проекты авторы — рәссам А. Б. Жук.

«Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены — СССР-ҙа булдырылған ордендар араһында иң һуңғыһы була. Ул кешеләрҙе ҡотҡарған саҡта, йәмәғәт тәртибен һәм социалистик милеген һаҡлауҙа, енәйәтселек, тәбиғәт һәләкәттәре менән көрәштә һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн тәғәйенләнә[⇨]. 1991 йылдың аҙағына 529 СССР гражданы һәм 100-ҙән ашыу сит ил граждандары бүләкләнә.

ССР Юғары Советы Президиумы 1992 йылдың 2 мартындағы 2424-се һанлы Указына ярашлы Рәсәй наградлау системаһында һаҡланып ҡала, әммә ғәмәлдә 1994 йыл Батырлыҡ ордены менән алыштырыла[⇨].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ордендың статуты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены менән бүләкләнәләр[1]:

  • кешеләрҙе ҡотҡарғанда, уларҙың ғүмеренә енәйәтсел ҡул һуҙыуҙы туҡтатҡан саҡта күрһәткән батырлығы өсөн;
  • хәүеф шарттарында йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа, социалитсик милекте яҡлауҙа, енәйәтселәрҙе тотоуҙа һәм енәйәтсел төркөмдәрҙе фашлаған саҡта күрһәткән батырлыҡ өсөн;
  • тәбиғәт һәләкәттәре, янғындар, авариялар, катастрофалар ваҡытында һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә йәки уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөүҙә күрһәткән батырлыҡ һәм сыҙамлылыҡ өсөн;
  • гражданлыҡ һәм хеҙмәт бурысын ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа башҡа фиҙаҡәр ғәмәлдәре өсөн.

«Шәхси батырлығы өсөн» ордены күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм СССР-ҙың башҡа ордендары булған осраҡта Почет орденынан[1] һуң урынлаштырыла.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Шәхси батырлығы өсөн» ордены 1992—1994 йылдарҙа. «СССР» яҙыуы юҡ.

«Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены бер аҙ ҡабарынҡы биш осло йондоҙҙан ғибәрәт, уның өҫтө төрлө яҡҡа таралған нурҙар рәүешендә эшләнгән. Йондоҙҙоң тупаҫ остары араһында һул яҡтан — имән ботағы, уң яғынан — лавр ботағы, улар аҫта бер-беренә тоташҡан[2][1].

Йондоҙҙоң уртаһында — ҡалҡан, уның уртаһы бер аҙ ҡабарынҡы һәм күтәрмә менән ҡаймаланған. Ҡалҡандың өҫкө өлөшөндә — ураҡ менән сүкешле бәләкәй биш осло йондоҙ. Уның аҫтында «ЗА ЛИЧНОЕ МУЖЕСТВО» рельефлы яҙыу. Ҡалҡандың аҫҡы өлөшндә — «СССР» рельефлы яҙыу[1]. 1992 йылдың 2 мартында Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы Президиумының 2424-1-се һанлы Указындасовет ордендарының тасуирламаларын Рәсәй Федерацияһының дәүләт символикаһына тап килтерергә бойорола, шуға күрә 1992—1994 тапшырылған ордендарҙа СССР һүҙе юҡ[3].

«Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены көмөштән эшләнә. Нурлы биш осло йондоҙ, ураҡ менән сүкеш һәм яҙыуҙар алтынға ялатылған. Йондоҙ һәм таҫма рубин ҡыҙыл эмаль менән ҡапланған һәм алтынға ялатылған күтәрмәләр менән ҡаймаланған. Ҡалҡандың ситтәре аҡ эмаль менән ҡапланған, күтәрмәләрҙең эске һәм тышҡы яҡтары алтынға ялатылған. Имән, лавр ботаҡтары һәм ҡалҡандың уртаһы оксидатланған[2].

Нурлы йондоҙҙоң ҡапма-ҡаршы ятҡан остары араһы — 45 мм[1]. Ордендың бейеклеге — 48 миллиметр, киңлеге — 44,5 мм. Дөйөм ауырлығы — (33,250 ± 1,62) грамм[2].

Орден элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында ҡалыпҡа тоташтырыла. Ҡалып ебәк муар таҫма менән уратылған. Таҫманың төҫө — ҡыҙыл, ситтәренән 3 аҡ буй үтә. Таҫманың киңлеге — 24 мм, һәр буйҙың киңлеге — 1 мм[4].

Бүләкләүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены менән бүләкләнгән кесе сержантБ. Мазуров (106-сы гвардия һауа-десант дивизияһы), Афғанстан, 1993 йыл.

Тәүге «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены менән бүләкләү 1989 йылдың 3 февралендә була: орден менән Орджоникидзе (хәҙерге Владикавказ) ҡалаһы 42-се мәктәп уҡытыусыһы Ефимова Наталья Владимировна бүләкләнә.1988 йылдың 1 декабрендә ҡораллы енәйәтселәр төркөмө автобусты баҫып ала. Ефимова үҙ теләге менән автобуста ултырып ҡала һәм балаларға ярҙам күрһәтә. Орденды СССР Президенты М. С. Горбачев тапшыра. 2-се һанлы орден менән СССР КГБ полковник Кирсанов Ю. С. лайыҡ була [3][5][6].

1991 йылдың аҙағына бөтәһе 529 СССР гражданы һәм 100-ҙән ашыу сит ил гражданы бүләкләү 529 граждандарҙы бүләкләнә; Ленинград аҡса һуғыу йортонда 8000 тирәһе билдә эшләнгән булған[4][7]. орден менән бүләәкләнеүселәр араһында — 19990 йылдың октябрендә Непалда Лхоцзе тау башына менгән 8 спортсы-альпинист[4].

1992—1994 йылдарҙа дүрт сит ил гражданы орден менән бүләкләнә[4][7][8]:

Һуңғы орден кавалерҙарыы — Ставрополь крайы башлығы урынбаҫары Александр Владимирович Коробейников һәм Иссн урмансылығы урмансыһы Цыплихин Иван Ефимович (үлгәндән һуң) — 1994 йылдың 28 октябрендә [9].

Постсовет киңлегендә оҡшаш ордендар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһы Президентының 1994 йылдың 2 мартындағы 442-се Указына ярашлы башҡа ордендар менән бер рәттән Батырлыҡ ордены раҫлана[10].

Белоруссия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены (бел. Ордэн «За асабістую мужнасць») Белоруссия награда системаһында бар. Орден 1995 йылдың 13 апрелендә «Беларусь республикаһының дәүләт наградалары тураһында»3726-XII-сы Законына ярашлы булдырылған.

Днестр буйы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Танылмаған Днестр буйы Молдова Республикаһы наградалар системаһында шулай уҡ «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены бар. Ул Днестр буйы Молдова Республикаһы Президентының указы менән 1995 йылдың 27 ғинуарында булдырыла[11].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гончаров А. И. Наградная система Российской Федерации. — М.: Посев, 2010. — 280 с. — ISBN 978-5-85824-198-0.
  • Гусев И. Е. Ордена, медали и наградные знаки от Петра I до современности / И. Е. Гусев. — М.: АСТ, 2014. — 159 с. — ISBN 978-5-7793-2432-8.
  • Дуров В. А. Отечественные награды, 1918—1991 гг. / В. А. Дуров. — М.: Просвещение, 2005. — 256 с. — ISBN 5-09-014190-8.
  • Изотова М. А., Царёва Т. Б. Все награды России и СССР. Ордена, медали и нагрудные знаки. Полная энциклопедия орденов и медалей России. — Ростов н/Д: Вадис: М.: РИПОЛ классик, 2008. — 432 с. — (Большой энциклопедический словарь). — ISBN 978-5-9567-0344-1 (Все награды России и СССР).
  • Левин С. С. Ордена СССР : коллекционное периодическое издание. — М.: Аргументы и факты, 2014. — В. 21 (Орден «За личное мужество»). — 16 б. — ISSN 2311-2166.
  • Рогов М. А. История наград и знаков МВД России (1802—2002). — М.: «Интерпресс», 2004. — 543 с. — ISBN 1-932525-24-6.
  • Щеголев К. А. Современные награды России. Традиции и преемственность. — М.: Вече, 2009. — (История наград). — ISBN 978-5-9533-3696-3.