«Юрматы ере» мемориаль комплексы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
«Юрматы ере» мемориаль комплексы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Урынлашыу Стәрлетамаҡ районы

«Юрматы ере» мемориаль комплексы

«Юрматы ере» мемориаль комплексы — Ишембай һәм Салауат ҡалаларының хәҙерге биләмәләрендәге бөтөрөлгән тораҡ пункттар хөрмәтенә, шулай уҡ яуҙарҙа батырҙарса һәләк булған Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлегенә 2003 йылдың 24 сентябрендә ҡуйылған мемориаль комплекс.

Ул Салауат — Ишембай — Стәрлетамаҡ трассаһы буйында, Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы биләмәһендә, Салауат ҡалаһы менән сиктән алыҫ түгел урынлашҡан. Салауат ҡалаһы ҡала округы «Мираҫ» мәҙәниәт һәм сәнғәт муниципаль бюджет учреждениеһының структур бүлексәһе булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Аллағыуат, Ҡарлыкүл, Ирек, Ҡыҙыл Яңауыл, Күс артелы, Яңы Петровск (Кожак) һәм Кесе Аллағыуат ауылдарынан (уларҙың урындарында Салауат ҡалаһы төҙөлгән) 1428 кеше фронтҡа киткән, 513 кеше һуғыш яланында һәләк булған. Уларҙың исемдәре «Юрматы ере» мемориалының гранит плиталарына[1] соҡоп яҙылған[2]. Улар араһында Аллағыуат ауылы кешеһе Советтар Союзы Геройы Әхтәмов Хәсән Баһҙый улының да исеме бар.

«Юрматы ере» мемориаль комплексы «Аллағыуат» йәмәғәт ойошмаһы советы инициативаһы, Салауат ҡалаһы, Стәрлетамаҡ районы, Стәрлетамаҡ совхоз-техникумы хакимиәттәре һәм «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матди ярҙамы арҡаһында барлыҡҡа килгән.

Бөгөнгө көндә «Юрматы ере» мемориаль комплексы янында иҫтәлекле саралар ойошторола, ветерандарҙы тәбрикләйҙәр, һәләк булғандар иҫтәлегенә веноктар һалалар.

Йыл һайын 9 майҙа, 22 июндә һәм һәр аҙнаның шәмбе көндәрендә, йәштәр ЗАГС-та теркәлеү үткәндән һуң, мемориал һәйкәле янында сәскәләр һалыу тантанаһы үткәрелә.

Мемориаль комплекс проекты авторы — Прочухан В. П., Әхтәмов Хәсән Баһҙый улы һәйкәле авторы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы М. Р. Хәлилов

Мемориаль комплекс составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Комплекс составына инә:

  • Символикалы обелиск.
  • Советтар Союзы Геройы Б. Х. Әхтәмов бюст-һәйкәле (1925—1944 йй.)
  • Ҙур һәм Кесе Аллағыуат, Ҡарлыкүл, Ирек, Ҡыҙыл Яңауыл, Күс артелы, Яңы Петровск (Кожак) ауылдарынан һәм Юрматы ҡасабаһынан яуҙа һәләк булған яугирҙәрҙең исемдәре яҙылған һигеҙ стела (513 исем).
  • Мансур гранитынан 1,5 м бейеклектәге иҫтәлекле таҡта «Бер кем дә онотолмай, бер нәмә лә онотолмай».
  • Ете күсерелгән ауылға арналған, дәүләт символикалары менән, 8 м бейеклегендәге металл һәм граниттан эшләнгән обелиск.
  • Ауылдар исеме яҙылған ете иҫтәлекле таш.
  • Беседка, өй-музей.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2008 йылда «Салауат» телекомпанияһы конкурсында «Юрматы ере» мемориаль комплексы донъяның 7 мөғжизәһе исемлегенә индерелгән.
  • Комплекс биләмәһендә 250-нән ашыу ағас ултыртылған.
  • Мемориал обелисыгында 7 йондоҙ, халҡының күпселек өлөшө Салауат ҡалаһына күсерелгән ете ауылды символлаштыра.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]