«Һәләк булған яугирҙарға» мемориаль комплексы (Дондағы Ростов)
Иҫтәлекле урын | |
«Һәләк булған яугирҙарға» мемориаль комплексы
| |
Файл:Вечный Огонь в Ростове-на-Дону.jpg | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Дондағы Ростов, Карл Маркс майҙаны |
Проект авторы | Э. Г. Мирзоев, А. В. Симоненко |
«Һәләк булған яугирҙарға» мемориаль комплексы комплексы — Дондағы Ростовта Карл Маркс майҙанындағы Фрунзе исемендәге скверҙа урынлашҡан мәңгелек уты булған һәйкәл. Ул Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарға һәм тыныс халыҡҡа арнала. Һәйкәл 1969 йылда асыла. Мемориал авторҙары — Ростов скульпторҙары Э. Г. Мирзоев менән А. В. Васильев һәм архитектор Л. В. Симоненко[1]. 1975 йылдан алып мәңгелек ут эргәһендә 1-се пост ойошторолған. «Һәләк булған яугирҙарға» мемориаль комплексы урындағы әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1943 йылда ҡала азат ителгәс, Фрунзе исемендәге скверҙа оккупация осоронда һәм Ростов өсөн алыштарҙа һәләк булған 300-ҙән ашыу совет һалдаты һәм тыныс халыҡ туғандар ҡәберлегенә ерләнә. 1957 йылдың апрелендә туғандар ҡәберлеге эргәһендә һәйкәл ҡуйыла. 1959 йылдың 9 майында бында мәңгелек ут тоҡандырыла[3]. Уны яндырыу хоҡуғы Советтар Союзы Геройҙары П. А. Самохинға һәм Н. Н. Павленкоға бирелә[4]. Әлеге һынланышында мемориал 1969 йылда эшләнә, бер нисә тапҡыр реконструкциялана. 1975 йылдың 9 майынан мәңгелек ут янында 1-се пост эшләй. Ростов мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, мемориалы эргәһендә ҡарауылда тора.
Һүрәтләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мемориал ҙур дәүмәлле бетон ярымҡулсанан ғибәрәт, уны ике терүә тотоп тора. Ҡулсаның эске яғында хәсрәтле Ватан-Әсә һүрәтләнгән метал барельеф ҡуйылған. Уның уң ҡулында — лавр ботағы. Ҡулса уртаһында мәңгелек ут яна. Ул биш сатлы йондоҙ менән тирәсләнгән. Йондоҙ 45 штык өҫтөндә урынлашҡан. Мемориал авторҙарының идеяһы буйынса, ярымҡулса көс ҡулланып өҙөлгән ғүмерҙәрҙе символлаштыра.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зубков, А. И. Колокола памяти — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1985. — 41с. : ил.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Андрианов В. И., Терещенко А. Г. Партизанам-подпольщикам // Памятники Дона. — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1981.
- ↑ Пролетарский район . rostov-gorod.ru. Дата обращения: 5 август 2013.
- ↑ В караул с адвокатом . Российская газета (15 апрель 2011). Дата обращения: 11 август 2013.
- ↑ Памятник погибшим воинам ВОВ -"Вечный огонь" . Официальный портал городской Думы и Администрации города. Дата обращения: 11 август 2013.