«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы
Нигеҙләү датаһы 4 март 2009
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
 Украина
 Беларусь
 Ҡаҙағстан
Юғарыраҡ дәрәжә «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы
Түбәнерәк дәрәжә «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалы[d]
Алдағы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалы[d]
Изображение орденской планки
Лауреаттар категорияһы Категория:«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
 «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы Викимилектә

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы — Рәсәй ФедерацияһыПрезидентының 2009 йылдың 4 мартындағы 238-се указына ярашлы булдырыла.

Миҙал тураһындағы Положение[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы менән

Юбилей миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 60 йыл» миҙалынан һуң урынлаштырыла.

Миҙалдың тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы томпактан эшләнә, 32 мм диаметрлы, түңәрәк формал.

Миҙалдың алғы яғында — I дәрәжә Дан орденының һүрәте, йондоҙҙоң түбәнге нурҙары араһында — «1945 — 2010» һандары.

Миҙалдың кире яғында уртала — «65 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» тип яҙылған: «1941-1945 йылдарҙағы бөйөк ватан һуғышында еңеүгә 65 йыл».

Миңалдың ситтәре күтәрмә менән ҡаймалаған. Миҙалдағы бөтә һүрәттәр, һандар, яҙыуҙар ҡабарынҡы итеп эәшләнгән.

Миҙал ҡалыпҡа элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырылған. Биш мөйөшлө ҡалып ҡыҙыл төҫтәге ебәк муар таҫма менән ҡапланған. Таҫманың киңлеге — 24 мм; таҫма уртаһынан бишешәр буй үтә; өс ҡара һәм ике ҡыҙғылт һары төҫтә, һәр береһе 2 мм. Ситтәге ҡара буйҙар 1 мм киңлектәге ҡыҙғылт һары төҫтәге буй менән ҡаймаланған.

Миҙалдағы үҙләштереүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалдың таҫмаһы «Берлинды алған өсөн» совет миҙалы таҫмаһын ҡабатлай. Таҫма авторы — рәссам А. И. Кузнецов (1945 йыл).
  • Миҙалдың алғы яғында совет Дан ордены һүрәте төшөрөлгән. Дан ордены авторы — рәссам Н. И. Москалев (1943 йыл).

БДБ илдәрендә миҙал аналогтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ошондай уҡ миҙалдар БДБ илдәрендә индерелә:

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]