Әхәтов Ғабделхәй Хурам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Əхәтов Ғабделхәй Хурам улы битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ғабделхәй Əхәтов
Ғабделхәй Хурам улы Əхәтов
Professor G. Akhatov.jpg
Тыуған ваҡыты:

8 сентябрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Тыуған урыны:

Татарстан АССР-ы, Минзәлә кантоны, Иҫке Айман ауылы[1]

Вафат ваҡыты:

25 ноябрь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (59 йәш)

Вафат урыны:

Яр Саллы

Ил:

СССР

Фәнни даирә:

филология, лингвистика, төрки теле

Ғилми дәрәжә:

филология фәндәре докторы

Ғилми исеме:

профессор

Альма-матер:

Ҡаҙан

Награда һәм премиялары


Outstanding achievements labor.png VeteranLaborRibbon.png

Gold VDNH.jpg High School of the USSR.png

Сайт:

http://www.akhatov.org (урыҫ.)]

Имза:

Signature of Professor Gabdulkhay Akhatov.jpeg

Профессор Ғабделхәй Əхәтов: 1958—1985 — Башҡорт дәүләт университетының татар филологияһы кафедраһы мөдире булып эшләй

.

Ғабделхәй Əхәтов, Ғабделхәй Хурам улы Əхәтов (8 сентябрь 1927 — 25 ноябрь 1986) — төрки донъяһында танылыу яулаған телсе-ғалимы, филология фәндәре докторы (1965), профессор (1970).

Тормош юлы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ғабделхәй Əхәтов 1927 йылдың 8 сентябрендә Татарстан АССР-ның Минзәлә кантоны Иҫке Айман ауылында тыуған.

Ғалим татарҙар тығыҙ урынлашып йәшәгән региондарҙа дәүләт университеттары һәм институттарының филология факультеттары базаhында татар теле һәм әҙәбиете кафедраларын ойоштороуҙы башлап йөрөй. Шул ук ваҡытта, ул үҙе лә төрлө юғары уҡыу йорттарының татар теле һәм әҙәбиәте кафедралары менән 30 йылдан артыҡ етәкселек итә.

Аспирантураны тамамлап, кандидатлыҡ диссертацияhы яҡлағандан һуң, 26 йәшендә Г. Әхәтов Тобольск дәүләт педагогия институтында татар теле һәм әҙәбиәте кафедраhының тәүге мөдире булып эшләй башлай.

1958 йылдан башлап, ул Башҡорт  дәүләт университетында ла татар теле һәм әҙәбиәте кафедраhының тәүге мөдире була һәм уның менән 27 йыл дауамында етәкселек итә.

Уның тәҡдиме менән hәм СССР Фәндәр академияhының ағза-корреспонденты (hуңыраҡ - академигы) Кононов А. Н. теләктәшлеге ярҙамында СССР Фәндәр академияhы Президиумы 1973 йылда совет һәм сит ил тюркологтарының үҙ-ара ғилми хеҙмәттәшлеген үçтереy маҡсатында тюркологтарҙың Совет комитетын ойоштороп ебәрә. Профессор Ғaбделхәй Әхәтов был комитеттың эшен ғyмеренең һyңғы көндәренә тиклем, йәғни 20 йылдан артыҡ йәнләндереп тора.

Профессор Г. Әхәтов бер төркөм университеттарҙың филология буйынса докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау советтары менән 10 йылдан ашыу рәйеслек итә, эксперт төркөмөн етəклəй, Юғары Аттестация Комиссияһы ағзаhы була.

40-тан артыҡ филология фәндәре кандидаты һәм докторы әҙерлəй.

Профессор Ғабделхәй Әхәтов Себер, Урта Азия һәм башҡа региондарға лингвистик һәм диалектологик экспедициялар ойоштора һәм улар менән етәкселек итә.

1986 йылдың 25 ноябрендә Татарстандың Яр Cаллы ҡалаhында вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ғабделхәй Хурам улы Әхәтов төрки тел ғилеме, ул төрки ғилми мәктәптәренә — татар диалектологияһы һәм Ҡазан фразеология мәктәптәренә нигеҙ һалыусы классик ғалим.

Себер татарҙары һөйләштәренең фонетик үҙенсәлектәрен ентекләп өйрәнеп, ул, тәугеләрҙән булып, ерле халыҡ телендәге ц-лаштырыу күренешенә иғтибар итә һәм уны ҡыпсаљтарҙан килә торған күренеш тип һанай. Үҙенең «Көнбайыш Себер татарҙары диалекты» тигән фундаменталь классик хеҙмәтендә (1963) Ғ. Әхәтов Төмән һәм Ом өлкәһендәге тубыл-иртыш татарҙарының территориаль таралыштары тураһында материалдар әҙерләй. Себер татарҙары теленең фонетик системаһын, лексик составын һәм грамматик төҙөлөшөн комплекслы өйрәнеп, ғалим был телдең бер мөстәҡил диалект булып, һөйләштәргә бүленмәуе һәм боронғо төрки телдәрҙең береһе булыуы тураһында һығымта яһай.

Профессор Ғ. Әхәтов, төрки телдәрҙә тәүгелəрşəн булып, татар теленең фразеологик әйтелмәләрен теоретик яҡтан системалы рәүештә тасуирлай. Ул — СССР-şа тәүгеләрҙəн булған «Татар теленең фразеологик һүҙлеге» (1982) авторы.

200-ҙән ашыу ғилми монография, дәреслек һәм уҡыу-уҡытыу ҡулланмалары, методик күрһәткестəр, юғары уҡыу йорттарының филология факультеттары өсөн мотлаҡ булған уҡытыу программалары авторы.

Диалектология, лексика һәм фразеология өлкәләренә ҡараған, халыҡ-ара ғилми даирәләрҙә билгеле фундаменталь фәнни хеҙмәттєренән тыш, ғалимдың тел теорияһының дөйөм мәсьәләләренә ҡараған хеҙмәттәре лә бар. Миşал өсөн, ул, тел ғилемендә тәугелєрҙән булып, парлы һуҙҙєрҙең төп үҙенсәлектәре тураһында фундаменталь ғилми хеҙмәт яҙа, инҡар итеү күренешенең лингвистик тєбиғєтен төрлө яҡлап асыҡлай, төрки телдәргә хас һуҙ парлашыу күренеше законсалыҡтарын билдәләй.

Ғўмеренең һуңғы йылдарында ул структур лингвистика мәсьәләләренә һәм халыҡ-ара яһалма тел формалаштырыуҙа компьютер ҡулланыу мөмкинселектәрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирә. Бынан сирек быуат уҡ элек (1986), алға ҡарап, ғалим донъя телселәрен компьютерлаштырыуға ҡушылырға өндәй.

Уның ғилми хеҙмәттәре телселәрҙең XIII Халыҡ-ара конгрессында (Токио, 1982) 1977—1981 йылдарҙа донъя күләмендә тел ғилемендәге иң яҡшы хеҙмәттәр булараҡ билдәләп үтелә, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм дипломдар менән бүләкләнә.

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Г. Х. Әхәтов. «Җирле диалект шартларында ана телен укыту методикасы мәсьәләре». — Тобольск, 1958.
  • Г. Х. Әхәтов. «Себер татарлары теле. — 1 нче кисәк. Фонетик үзенчәлекләр». — Казан: ТКН, 1960.
  • Г. Х. Ахатов. «Диалект западносибирских татар». — Уфа, 1963.
  • Г. Х. Ахатов. «Местные диалекты — надежный источник для сравнительно-исторического изучения языков». — Сб."Вопросы диалектологии тюркских языков". Баку, 1963.
  • Г. Х. Ахатов. «Лексико-фразеологические особенности восточного диалекта татарского языка». — Сб."Материалы вузов Уральского экономического района. Языкознание". — Свердловск, 1963.
  • Г. Х. Ахатов. «Об ударении в языке сибирских татар». — Сб."Проблемы тюркологии и истории востоковедения". — Казань: изд-во КГУ, 1964.
  • Г. Х. Ахатов. «Диалекты западносибирских татар». Дисс. на соиск. учен. степени докт. филолог. наук. Ташкент, 1965.
  • Г. Х. Әхәтов. «Татар телендэ тошем килешнец бирелуе» // «Совет мәктәбе». — Казан, 1965. — № 1.
  • Г. Х. Ахатов. «Диалекты западносибирских татар». Дисс. на соиск. учен. степени докт. филолог. наук. — Ташкент, 1965.
  • Г. Х. Ахатов. «Языковые контакты народов Поволжья и Урала» (монография). Уфа, 1970.
  • Г. Х. Ахатов. Видный башкирский языковед (К 60-летию со дня рождения Дж. Г. Киекбаева). — «Кызыл таң», Уфа, 1971, 25 октября.
  • Г. Х. Ахатов. «Фразеология» (монография). Уфа, 1972.
  • Г. Х. Ахатов. «Современный татарский язык» (программа для студентов вузов). Казань: изд-во Казанского госпединститута. 1974.
  • Г. Х. Ахатов. «Лексика современного татарского языка» (учебник для студентов вузов). Уфа, 1975.
  • Г. Х. Ахатов. «Татарская фразеология» (программа для студентов вузов). Уфа: изд-во БГУ, 1975.
  • Г. Х. Ахатов. «Диалект западносибирских татар в отношении к литературному языку». Уфа: изд-во БГУ, 1975.
  • Г. Х. Ахатов. «Использование диалектных данных для сравнительно-исторического изучения тюркских языков». — Сб."Советская тюркология и развитие тюркских языков в СССР. Алма-Ата, 1976.
  • Г. Х. Ахатов. «Татарская диалектология. Диалект западно-сибирских татар» (учебник для студентов вузов). Уфа, 1977.
  • Г. Х. Ахатов. «Полисемантичные слова в татарском языке» (программа спецкурса для студентов вузов). Уфа, изд-во БГУ, 1977.
  • Г. Х. Ахатов."Татарская диалектология. — Уфа, 1977.
  • Г. Х. Ахатов. «Татарская диалектология. Cредний диалект». — Уфа, 1979.
  • Г. Х. Ахатов. «О составлении фразеологического словаря татарского языка» (монография). Уфа, 1979.
  • Г. Х. Ахатов. «Арский подговор заказанского говора татарского языка». Сб. ЧувГУ им. И. Н. Ульянова, Чебоксары, 1979.
  • Г. Х. Ахатов. «Мишарский диалект татарского языка». — Уфа, 1980.
  • Г. Х. Ахатов. Группы говоров татарского языка на территории Башкирской АССР // Языкознание. — М: 1980.
  • Г. Х. Ахатов. «Источники построения исторической диалектологии татарского языка». — Нальчик, 1981.
  • Г. Х. Ахатов. «Мензелинский говор татарского языка». — Чебоксары, 1981.
  • Г. Х. Ахатов. «Об основных признаках парных слов». // Ж. «Советское финно-угроведение». — Таллин, 1981, № 2.
  • Г. Х. Ахатов. «Диалекты и топонимия Поволжья». — Чебоксары: изд-во ЧувГУ им. И. Н. Ульянова. 1981.
  • Г. Х. Əхәтов. «Татар теленең фразеологик әйтелмәләр сүзлеге». — Казан, 1982.
  • Г. Х. Əхәтов. «Татар диалектологиясе». — Казан,1984.
  • Г. Х. Ахатов. «О природе двойного отрицания в тюркских языках кыпчакско-булгарской подгруппы». // Ж. «Советская тюркология». 1984, № 3.
  • Г. Х. Ахатов. «О законе спаривания слов в тюркских языках»//Turcologica. — М., 1987.
  • G. Achatow. «Unsere vielsprachige Welt»/NL — Berlin, 1986.
  • G. Achatow. «Linguistik im Bund mit Computer»/NL. — Berlin, 1986.
  • Г. Х. Əхәтов. «Татар теленең лексикасы». — Казан, 1995.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]