Эстәлеккә күсергә

Абаринов Пётр Тимофеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абаринов Пётр Тимофеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1905
Тыуған урыны Краснодар крайы, РСФСР
Вафат булған көнө 17 ноябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Вафат булған урыны Речица районы[d], Гомель өлкәһе, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Абаринов Пётр Тимофеевич — (1905 йыл-17 ноябрь 1943 йыл) 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә. Гвардия өлкән сержанты[1].

Пётр Тимофеевич Абарников 1905 йылда Краснодар крайы Рязань районында тыуған.

1941 йылдың сентябрендә Тажик ССР-ы Гарм өлкәһе (шунда уҡ Төркмән ССР-ы Марый өлкәһе тип тә бирелгән?) Комсомолабад район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла[2].

1943 йылдың 18 сентябренән алып 24 октябргә тиклем «үҙен бик хәстәрлекле һәм тилбер старшина итеп күрһәтте. Шуның өсөн һуғыш барғанда ла эскадрон аҙыҡ-түлек, фураж менән тәьмин ителде. Усохи ауылы эргәһендәге Днепрҙың көнбайыш яры өсөн барған һуғышта иптәш Абарников яугирҙәргә тәғәйенләнгән аҙыҡ-түлекте кәмәләрҙә алып сығып, артабан башҡалар ярҙамында яурындарына йөкләп килтерҙе һәм һалдаттарҙы туҡландырҙы. Эскадронды һуғыш боеприпастары менән тәьмин итеүҙе лә һәйбәт ойошторҙо»[3][4].

Абаринов Пётр Тимофеевич 1943 йылдың 17 ноябрендә һәләк була. Белоруссия ССР-ы Гомель өлкәһе Речица районы Головки ауылында ерләнгән[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абаринов Пётр Тимофеевичтың исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[7] һәм Краснодар крайы Рязань районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.