Абаға сәскә атҡанда (опера)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абаға сәскә атҡанда
Нигеҙләү датаһы 1978
Атамаһы Коли цвіте папороть[1]
Сәнғәт формаһы Опера
Әҫәрҙең теле украин теле
Нәшер ителеү ваҡыты XX быуат
Композитор Станкович, Евгений Фёдорович[d]
Беренсе тапҡыр башҡарыла 8 апрель 2011
Сәнғәт әҫәренең бүлектәре һаны 3 Акт[1]

Абаға сәскә атҡанда (укр. Коли цвіте папороть,рус. Когда цветет папоротник) — Евгения Станковичтың өс актлы фольк-операһы. 1970 йылдар уртаһында яҙылып, тәүге тапҡыр 2011 йылда концерт залында яңғырай, 2017 йылда опера сәхнәһендә премьераһы үтә. Опера нигеҙендә Николай Гоголь әҫәрҙәре, милли фольклор, героик эпос, халыҡ йолалары ята.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Опера «Алитеп» француз концерт фирмаһы заказы буйынса Парижда үтәсәк Бөтә донъя күргәҙмәһе өсөн яҙыла. Уның премьераһы 1978 йылда «Украина» һарайында уҙырға тейеш була, сараға Франция вәкилдәре саҡырыла. Әммә совет цензураһы операны сәхнәгә сығарыуҙы тыя, декорациялар һәм костюмдар юҡ ителә.

«Музыка» журналы редакцияһы фекере буйынса, тыйыу сәбәбе булып «этник үҙенсәлектең теләһә ниндәй сағылышын тыйыу» тора[2]. Максим Стриха белдереүенсә, операның тыйылыуы «быуылған ун йыллыҡҡа» тура килә һәм Украина Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының идеология буйынса секретары вазифаһында «украин мәҙәниәтен һәм уның вәкилдәрен күрә алмаған» Валентин Маланчук ултырған ваҡытҡа тура килә[3].

Советтар Союзы тарҡалғас, 1990 йылдарҙа йәмғиәттә был әҫәр ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуға ҡарамаҫтан, ул 20 йыл дауамында тулы күләмдә башҡарылмай. Айырым номерҙарын ғына «Киев» һәм Веревка исемендәге халыҡ хоры тарафынан башҡарыла. Максим Стрих фекеренсә, Украина бойондороҡһоҙлоғо ваҡытында операны башҡарырға теләмәү, бер яҡтан уның «„Украина дәүләте“ҙең рәсми парадигмаһына тура килмәүе», шулай уҡ Милли операның көнбайыш антрепренерҙарына йүнәлеш алыуы менән аңлатыла. Белгестәрҙең тар даирәһенә фольк-операның Веревка исемендәге хор һәм Ф. Глущенко етәкселегендәге симфоник оркестр ҡатнашлығындағы һуңғы генераль репетицияһынан (1979 йылдың 27 октябре) аудиояҙма булыуы ла билдәле. 2005 йылда опера Р. Станкович-Спольскаяның диссертация тикшереүе предметы булып тора[4].

Яҙылыуына 33 йыл үткәс, 2011 йылдың 8 апрелендә операның премьераһы үтә. Ул Киев филармонияһында йыл һайын уғҙарылған «Миҙгелдең музыкаль премьералары» фестивале сиктәрендә ҡуҡйыла.

2017 йылдың 15 декабрендә Львов опера театры сәхнәһендә премьераһы була.

Ҡылыҡһырламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Абаға сәскә атҡанда» операһы неофольклоризмдың сағыу миҫалы һәм ҡайһы жарнҙарҙа новатор булып тора. Композитор тәүге тапҡыр опера жанрында симфоник оркестрҙы халыҡ хоры йырлауы менән берләштерә, фольклорҙың быуаттар буйы тупланған традицияларын — авангард саралар менән байыта, ә оркестр партитураһына халыҡ инструменттарын индерә.

Р. Станкович-Спольская үҙенең тикшеренеүендә түбәндәге жанрҙар үҙенсәлеген билдәләй[4] — йөкмәтке бөтөнлөгө һәм тамамланышы булмауы, халыҡ йырҙары нигеҙендә ҡоролоуы, сағыу лексика-стилистик бер ишлелек, сюжет ҡабатлауҙары һәм һәм хәл-тороштан сығып «дублдәр», ныҡлы вариативлығ һәм хатта йөкмәткенең эҙмә-эҙлекле асылыуында импровизация ҡулланылыуы. Постмодернистик сәнғәт өсөн күрһәткес булып йөкмәткенең тармаҡланыуы тора: операла бер нисә һәм мәҙәни-ваҡыт арауыҡтары аралашҡан күренештәр күрһәтелә, улар сюжет буйынса бер-береһе менән бер нисек тә киҫешмәй, ә бары тик идея-символик һмә композиция-интонация кимәлендә генә көйләнә.

Композиция йәһәтенән опера өс актлы. Беренсе һәм өсөнсө акт номер структураһын һаҡлай, икенсеһе соната-симфония циклы логикаһында төҙөлә һәм жанр ҡоролошо принцибын һаҡлай. Композитор бындай традицион алымдарҙы сикке акттар араһында номер композициялары араһындағы бәйләнеш һәм айырыу булараҡ ҡуллана. Әйткәндәй, ҡабатланған структуралар образ үҫешен ттәрәнәйтә һәм художество-интонация дөйөмләштереүен яңы кимәлгә сығара[4].

Операла картина-символдар ҡулланыла. Опера йәки инструменталь-балет сәхнәһе билдәле милли ысынбарлыҡты сағылдыра һәм либретто нигеҙендәге үҙ аллы образға ҡушыла. Опера структураларын символлаштырыу идеяһы, тикшеренеүселәр белдереүенсә, украин халыҡ йырҙарынан башлана.

Операның ҡайһы бер жанр үҙенсәлектәре хореография һәм симфония жанрынан барлыҡҡа килә. Станковичтың балет ижадына ишетелгән материалды аныҡ һүрәтләү, образ аныҡлығы, символдар менән эш итеү һәм теманы йөкмәткеле һүрәтләү хас — «Абаға сәскә атҡанда» операһында тап шул һыҙаттар күренә лә инде.

Украин телендә баҫылған хеҙмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Станкович-Спольська Р. Фольк-опера Є. Станковича «Цвіт папороті» як факт національної історії // Київське музикознавство. Вип. 8. — К.: КДВМУ, 2002. — С. 180—188. (укр.)
  • Станкович-Спольська Р. Неофольклоризм в опері XX століття і «Цвіт папороті» Є.Станковича // Музика у просторі культури. Науковий вісник НМАУ ім. П.І.Чайковського. Вип. 33. — К.: НМАУ, 2004. — С. 254—263. (укр.)
  • Станкович-Спольська Р. Фольклорні джерела «Цвіту папороті» Є. Станковича // Київське музикознавство. Вип. 11. — К.: КДВМУ, 2004. — С. 123—131. (укр.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]