Аббревиатура

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Аббревиат́уралар (итал. abbreviatura, лат. brevis — ҡыҫҡа) — һүҙҙе йә һүҙбәйләнеште ҡыҫҡартып яһалған һүҙ; һүҙбәйләнешкә ингән һүҙҙәрҙең баш хәрефтәренән йә ижектәренән тора.

Аббревиатуралар ҡыҫҡартылған ҡушма һүҙҙәргә һәм инициаль аббревиатураларға бүленә[1].

Ҡыҫҡартылған ҡушма һүҙ — ул һүҙбәйләнештәге һүҙҙәрҙең беренсе элементтарынан (морфемаларҙан) яһалған һүҙ. Мәҫәлән, колхоз (коллективное хозяйство), теракт (террорсылыҡ акты).

Инициаль аббревиатуралар — һүҙҙәрҙең беренсе хәрефтәренән йә беренсе өндәренән хасил ителгән һүҙҙәр; хәрефле, өнлө һәм хәрефле-өнлөләргә бүленә. Мәҫәлән, РФ — Рәсәй Федерацияһы, БР — Башҡортостан Республикаһы, АҠШ — Америка Ҡушма Штаттары.

Йәнә акроним тип йөрөтөлгән осраҡтар була. Улар ҙа һүҙҙәрҙең беренсе хәрефтәренән яһала, ләкин хәрефләп уҡыла торған аббревиатураларҙан айырмалы (РФ — эРэФ, СССР — эСэСэСэР, ЮС — ЮэС), өнлө уҡылыш буйынса түгел, ә тотош уҡылыш буйынса ҡулланыла. Мәҫәлән, НАТО, ТАСС, НАСА, вуз.

Аббревиатураларға яҙыуҙа шартлы рәүештә ҡыҫҡартылған һүҙҙәр инә (мәҫәлән, һ. б. һәм башҡалар, б. э. т. — беҙҙең эраға тиклем).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ахманова О. С. Словарь лингвистических терминов. — 2-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969. — 608 с.

Тышҡы һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.