Абдразаҡ (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Абдразаҡ  — ғәрәптәрҙән ингән башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Адразаҡ — ризыҡ биреүсе тигән мәғәнәне аңлата мосолман ир-ат исеме [1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фамилиялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абдразаҡов Илдар Әмир улы (26 сентябрь 1976 йыл) — опера йырсыһы (бас). 1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 2000 йылдан — Санкт-Петербургтың Мариин театры солисы. Рәсәйҙең атҡаҙанған (2021), Башҡортостан Республикаһының (2011) һәм Татарстандың (2013) халыҡ артисы. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2014) һәм Салауат Юлаев (2018) ордендары кавалеры.

Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы (15 ғинуар 1934 йыл — 6 март 2008 йыл) — башҡорт театр актёры, кинорежиссёр, сценарист. «Башҡортостан» киностудияһын ойоштороусы һәм уның беренсе директоры. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1997 йылдан Рәсәй Кинематографсылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2006) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар (2010, үлгәндән һуң) лауреаты.

Абдразаҡов Оморҙаҡ Ишдәүләт улы ; 1787—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 18131814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы. Прапорщик.

Абдразаҡов Ғәбдрәхим Абдрафиҡ улы (28 ноябрь 1914 — 25 май 2004 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы разведчигы. Рядовой ҡыҙылармеец[1][2].

Топонимдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбдрәзәк (рус. Абдрезяково) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ