Эстәлеккә күсергә

Абдрахманов Әхтәм Мөфтәхетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдрахманов Әхтәм Мөфтәхетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1913
Тыуған урыны Ҡаранйылға, Яңы Троицкий ауыл Советы, Шишмә районы
Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө яугир, хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание кесе лейтенант[d] һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ватан һуғышы ордены

Абдрахманов Әхтәм Мөфтәхетдин улы (рус. Абдрахманов Ахтям Муфтахутдинович) (22 май 1913 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкының атлы посыльныйҙар взводы командиры. Лейтенант. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1][2].

Әхтәм Мөфтәхетдин улы Абдрахманов 1913 йылдың 22 майында[3] Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Митрәй (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Ҡаранйылға) ауылында тыуа. Урындағы мәктәптә башланғыс белем ала.

Абдрахманов Әхтәм Мөфтәхетдин улы 1935 йылдың 23 октябренән Көньяҡ фронттың 29-сы запас часында, Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында хеҙмәт итә.

Лейтенант Әхтәм Мөфтәхетдин улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкының атлы посыльныйҙар (йомошсолар) взводы командиры булып хеҙмәт итә[4][5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абдрахманов Әхтәм Мөфтәхетдин улының исеме «Они вернулись с победой. Башҡортостан» баҫмаһының 12-се томына [7] һәм Шишмә районының Ҡаранйылға ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.