Абдрахман (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдрахман
Нигеҙләү датаһы 1816
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Татлыбай ауыл советы һәм Йылайыр кантоны
Почта индексы 453656
Карта

Абдрахман (рус. Абдрахманово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 245 кеше[1]. Почта индексы — 453656, ОКАТО коды — 80206849002.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Сыңғыҙ ауылы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә утар урынында 1816 йылда төҙөйҙәр. Беренсе булып 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы 96-йәшлек Абдрахман Ҡолмәмбәт төпләнә, шуға күрә ауыл уның исемен йөрөтә. Уның менән бергә Йәрмөхәмәт һәм Йәркәй Мәмбәтовтар (Йәркәйҙең улдары — Иҙрис, Яхъя), Биҡҡол Яҡшыбаев, Рахманғол Ҡорманғолов һәм башҡалар күсеп килә[2]. Ауылдың икенсе исеме лә бар — Монаш.

1816 йылда 12 ғаилә теркәлгән, йылдан-йыл халыҡ һаны артып бара: 1834 йылда — 74 кеше, 1859 йылда — 102 кеше, 1920 йылда — 300 кеше, 1939 йылда — 209 кеше, 1999 йылда 269 кеше йәшәгән[3]. Төп шөғөлө — малсылыҡ. 1839 йылда 74 ғаиәләгә 283 йылҡы малы, 354 эре мал, 37 һарыҡ, 453 кәзә тура килгән һәм 20 дисәтинә сәсеүлек ерҙәре булған.

Совет осоронда ауыл — эреләтелгән Сталин исемендәге колхоз, һуңынан — Иҫәнсурин исемендәге, Куйбышев исемендәге колхоз составына ингән.1957 йылдан алып — «Сибай» совхозы бүлексәһе[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 301
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 209 104 105 49,8 50,2
2002 йыл 9 октябрь 229 112 117 48,9 51,1
2010 йыл 14 октябрь 239 114 125 47,7 52,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юлай һаҙы йылғаһы янында урынлашҡан[3].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 36 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Татлыбай): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 28 км

Ауылдың билдәле шәхсетәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Нурый Буранбаев — КПСС-тың Учалы район комитеты һәм Башҡортостан өлкә комитетының элекке секретары;
  • Риза Яхин — Социалистик Хеҙмәт Геройы;
  • Ильяс Насыров — Баймаҡ баҡыр иртеү заводы мастеры, күренекле металлург, Ленин ордены кавалеры;
  • Дәүләтбаев — "Баймаҡ баҡыр иретеү комбинаты"ның байыҡтырыу фабрикаһы начальнигы[3].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. http://ufagen.ru/places/baymakskiy/abdrakhmanovo_baym.html Абдрахманово (Мунаш)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.