Эстәлеккә күсергә

Абдулбанеева Памира Мансур ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдулбанеева Памира Мансур ҡыҙы
Файл:Абдулбанеева Памира Мансур ҡыҙы.jpg
Тыуған көнө

22 июнь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Вафат көнө

31 март 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (81 йәш)

Вафат урыны

Өфө

Һөнәре

тауыш режиссёры

Карьераһы

1965-1999

Наградалары

Ҡалып:Почётное звание Республики Башкортостан

Абдулбанеева Памира Мансур ҡыҙы (рус. Абдулбанеева Памира Мансуровна;22 июнь 1939 йыл31 март 2021 йыл) — хеҙмәт ветераны. 1965—1999 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы телевидение студияһының тауыш режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ().

Памира Абдулбанеева (ҡыҙ фамилияһы Сөләймәнова) 1939 йылдың 22 июнендә тыуған. Һуғыш йылдарында ғаилә Урта Азияла йәшәй, биш йәшендә ҡыҙҙы Өфөгә алып ҡайталар.

« Биш йәшемдә апайым мине Өфөгә алып ҡайтты, балалар баҡсаһына урынлаштырҙы. Унда бейей башланым. Балалар баҡсаһы теген фабрикаһыныҡы ине, шуға күрә беҙгә костюмдар тегеп бирә торғайнылар. Концерттар йыш ойошторолдо, һәм мин үҙемде ысын артистка итеп тоя инем[1]. »

Ленинград хореография училищеһынан килгән комиссия кәрәкле һәләте булыуға ҡарамаҫтан, Памира Мансур ҡыҙының йәш категорияһы абитуриент талаптарына тап килмәй тигән һығымтаға килә. Артабан ул Өфө Пионерҙар һарайының (хәҙер В. М. Комаров исемендәге Балалар ижады һарайы) бейеү түңәрәгенә йөрөй. Рудольф Нурыевтың бейеү буйынса тәүге партнёры була, һуңынан улар хат алыша[2]. Памира Сөләймәнованың Рудольф Нурыев тураһындағы хәтирәләренән өҙөк:

Пионерҙар йортоноң бейеү түңәрәгенә йөрөй башлағас, һине шунда уҡ күрмәнем. Әммә бер ваҡыт беҙҙе парлап ҡуйҙылар, һәм һинең менән бейеү башҡа малайҙар менән бейеүгә ҡарағанда еңелерәк һәм күңеллерәк булып сыҡты: һин музыканы яҡшыраҡ тояһың, ышаныслыраҡ йөрөтәһең[1].

1965-1999 йылдарҙа Памира Мансур ҡыҙы Башҡорт телерадиокомпанияһының баш тауыш режиссёры булып эшләй, тиҫтәләрсә теле- һәм кинофильмдар, тапшырыуҙар һәм программалар төшөрөүҙә ҡатнаша. «Башҡортостан» киностудияһы менән хеҙмәттәшлек итә, нәфис һәм документаль фильмдарҙың, шулай уҡ телеүҙәктең музыка студияһында яҙҙырылған концерт номерҙарының тауыш операторы була. Әмир Абдразаҡов, Булат Йосопов һәм башҡа бик күп режиссёрҙар менән эшләй. «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була[3].

2021 йылдың 31 мартында вафат була. Хеҙмәттәштәре Памира Мансур ҡыҙын «тауыш яҙҙырыу техникаһын камил үҙләштергән юғары кимәлдәге белгес» тип иҫкә ала[2].

  1. 1,0 1,1 Жиленко Нина. Вальс-каприс одной судьбы, газета "Вечерняя Уфа" (14 март 2023). 6 февраль 2025 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 В Уфе скончалась ветеран башкирского телевидения Памира Сулейманова-Абдулбанеева. 6 февраль 2025 тикшерелгән.
  3. Өфөлә "Башҡортостан" телевидениеһы ветераны арабыҙҙан китте. 6 февраль 2025 тикшерелгән.