Абдуллов Ғибәт Абдулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Абдуллаев Ғәбит Абдулла улы битенән йүнәлтелде)
Абдуллов Ғибәт Абдулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 20 май 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (107 йәш)
Тыуған урыны Мәләүез районы, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы
Хәрби подразделение 112-се Башҡорт атлы дивизияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Абдуллов Ғибәт Абдулла улы(рус. Абдуллов Гибат Абдуллович) (20.05.1916-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 62-се кавалерия полкының 1-се ҡылыссылар эскадронында хеҙмәт итә. Гвардия ҡыҙылармеецы, ефрейтор. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры [1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғибәт (Ғибәтулла) Абдулла улы Абдуллов 1916 йылдың 20 майында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (XX быуат башында Мәләүез районы Арыҫлан ауыл Советы биләмәһе) Яңауыл ауылында тыуған һәм фронтҡа 1942 йылдың 9 ғинуарында саҡырылған тигән мәғлүмәт бар «Шайморатовсылар» сайтында[1][2].

Абдуллов Ғибәт 1941 йылдың ғинуарында Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына, һәм декабрь айынан башлап һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнаша[2].

1942 йылдың 29 ғинуарында 3032 һәм 3780 эвакогоспиталдәрендә ятып дауалана һәм уға хәрби хеҙмәткә ярамай тигән 463/696 һанлы танытма ла бирелә[3].

Гвардия ҡыҙылармеецы Абдуллов Ғибәт Абдулла улы, Белорус фронты 7-се кавалерия корпусына буйһонған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 62-се кавалерия полкының 1-се ҡылыссылар эскадроны ҡылыссыһы була, йыш ҡына разведкаға йәлеп ителә[4][5].

Архив документында Ғибәт Абдулла улының батырлығы былай тасуирлана:

« 1943 йылдың 19 сентябрендә Клочково ауылын алыу буйынса алыш алдынан гвардия ҡыҙылармеецы Абдуллов, разведка взводы командиры менән бергә, полкты йылға аша сығарырға яраҡлы кисеү тапты. Улар беренсе булып Клочково ауылына бәреп инде, өс дошман һалдатын әсирлеккә алды һәм дошмандың ут нөктәләре урынлашҡан урындарҙы билдәләне. Хәрби операциялар барышында иптәш Абдулов алдынғылар иҫәбендә һәм башҡа разведчиктарҙы үҙенең артынан эйәртеүсе өлгө булып тора.[2] »

Башҡорт кавалерия дивизияһы составында 1941 йылдың 21 июленән башлап 1943 йылдың 23 ноябренә тиклем яу юлы үтә[2].

Абдуллов Ғибәт Абдулла улы шулай уҡ Волкинский районы хәрби комиссариатына ҡараған 208-се фронт запас уҡсылар полкында ла хеҙмәт итә.

1985 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы уңайы менән, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены бирелгән осорҙа Абдуллов Ғибәт Абдулла улы Мәләүез районы Муллағол ауылында йәшәй тиелә[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абдуллов Ғибәт Абдулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[8] һәм БР-ҙың Мәләүез районы Яҡтыкүл ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ЦАМО. Фонд 33. Опись 686044. Единица хранения 2309.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]