Абдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
 Башҡортостан Республикаhы
 Башҡорт АССР-ы
Тыуған көнө 4 ғинуар 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (49 йәш)
Тыуған урыны Маҡар ауылы, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Абдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙы (4 ғинуар 1975 йыл) — тел белгесе, профессор (2016), филология фәндәре докторы (2010)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙы Ишембай районының Маҡар ауылында тыуған. 1995 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын ҡыҙыл дипломға тамамлай, хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ ҡалаһының 21-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 1996» конкурсы лауреаты. 1998—2001 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында аспирантураның көндөҙгө бүлегендә белем ала, Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты. Профессор К.Ғ. Ишбаев етәкселегендә 2001 йылда «Башҡорт теленең морфонологияһы» тигән темаға кандидатлыҡ, 2009 йылда «Башҡорт телендә форма яһалыш һәм һүҙ үҙгәреш: функциональ-семантик аспект» темаһына докторлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡлай.

1996 йылдан алып 2017 йылға тиклем Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында (хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында) ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, 2010 йылдан профессор вазифаларын башҡара, башҡорт филологияһы факультетының фән буйынса декан урынбаҫары булып эшләй. 2017 йылдан әлегәсә Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы мөдире, 2019 йылдан — башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы[2].

Гөлфирә Риф ҡыҙы — Башҡорт дәүләт университетындағы филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертациялар яҡлау буйынса совет (Д. 212.013.14) рәйесе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы фәнни-техник өлкә эксперты. Рәсәй Федерацияһы фән һәм юғары белем биреү министрлығының Юғары аттестация комиссияһы эксперты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһында Тел ғилеме, ғәмәли лингвистика һәм мәғлүмәти технологиялар буйынса фәнни советтың ғилми сәркәтибе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры. Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығының Уҡыу-методик советы ағзаһы. Исеме «Юғары мәктәптең алтын исемдәре» китабына (2021) индерелгән.

Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни тикшеренеүҙәре төрки, сағыштырма-оҡшаштырма тел ғилеме проблемаларына арналған. Г. Р. Абдуллина — 500-ҙән артыҡ ғилми-методик хеҙмәт, шул иҫәптән, 14 монография, 2 һүҙлек, 10 уҡыу ҡулланмаһы һәм дәреслек, 20 артыҡ уҡытыу-методик баҫма һәм программалар авторы. 25 мәҡәләһе инглиз телле Scopus, Web of Science журналдарында, 50-нән артыҡ мәҡәләһе Рәсәй Федерацияһы фән һәм юғары белем биреү министрлығының Юғары аттестация комиссияһы тарафынан раҫланған баҫмаларҙа донъя күргән.

Башҡорт телен популярлаштырыу йәһәтенән ҡулланылыусы «Сәләм», «Самоучитель по башкирскому языку», «Башҡорт теленең дактиль алфавиты», «Башҡорт теленең ым-ишара теле» мобиль ҡушымталары уның ҡатнашлығында эшләнгән.

Төп ғилми-методик баҫмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. Башҡорт теленең морфонологияһы: монография. — Өфө: Ғилем, 2000. — 84 б. (авторҙаш). 2. Башкирский язык. Морфонология: монография. — Уфа: Гилем, 2004. — 128 с.

3. Башҡорт теленең морфемикаһы, һүҙьяһалышы һәм морфонологияһы: Уҡыу ҡулланмаһы. — Өфө: Ғилем, 2006. — 178 с. (авторҙаш).

4. Формообразование башкирского языка: монография. — Уфа: Гилем, 2008. — 236 с.

5. Словоизменение башкирского языка: монография. — Уфа: Гилем, 2008. — 124 с.

6. Башҡорт теленең морфологияһы: уҡыу ҡулланмаһы. — Стәрлетамаҡ: Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы, 2009. — 132 б.

7. Башҡорт теленең грамматик системаһы: форма яһалыш һәм һүҙ үҙгәреш: уҡыу ҡулланмаһы. — Өфө: Ғилем, 2011. — 294 б.

8. Башҡорт телендә юҡлыҡ категорияһы (функциональ-семантик анализ): монография. — Өфө: БДУ, 2012. — 106 б. (авторҙаш).

9. Вопросы формообразования и словоизменения в башкирском языке. Сб.научных статей Г. Р. Абдуллиной. — Уфа: БашГУ, 2012. — 216 с.

10. Башҡорт теле. Юғары уҡыу йорттарының филология факультеты студенттары өсөн дәреслек. — Өфө: Китап, 2012. — 616 б. (авторҙаш).

11. Башкирский язык: для русскоязычной аудитории: Учебное пособие. — Уфа: БашГУ, 2012. — 78 с. (в соавторстве).

12. Формообразовательные и словоизменительные категории в современном башкирском языке (функционально-семантический аспект): монография. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2013. — 332 с.

13. Морфонологические явления в словообразовательной системе современного башкирского языка // Современное состояние и перспективные векторы развития филологии, лингвистики, языкознания и коммуникативистики: Коллективная монография в 3-х томах. Т. 3 / Под науч. ред. О. П. Чигишевой. — Ростов-на-Дону: Научное сотрудничество, 2015. — С. 5-29.

14. Башкирско-русский словарь лексики одежды и украшений. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 204 с. (в соавторстве).

15. Морфемное строение слова в башкирском и английском языках: монография. — Стерлитамак, 2016. — 168 с. (в соавторстве).

16. Отрицание и средства его выражения в башкирском языке: монография. — Стерлитамак, 2016. — 124 с. (в соавторстве).

17. Хәҙерге башҡорт теленең морфологияһы: уҡыу ҡулланмаһы. — Өфө: БДУ, 2016. — 108 б.

18. Прозвища в башкирском языке: монография. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2017. — 164 с.(в соавторстве).

19. Башҡорт теле грамматикаһы. I том. Фонетика, графика, алфавит, орфография, морфемика, морфонология, һүҙьяһалыш. — Өфө: Китап, 2018. — 340 бит (авторҙашлыҡта).

20. Башҡорт теле грамматикаһы. II том. Морфология. — Өфө: Китап, 2018. — 312 бит (авторҙашлыҡта).

21. Бөрйән районында солоҡсолоҡ лексикаһы (Үҫеше, хәҙерге торошо): уҡыу ҡулланмаһы. — Өфө: БДУ, 2018. — 80 б. (авторҙашлыҡта).

22. Сопоставительное исследование терминологического поля и профессионального дискурса в разноструктурных языках: монография . — Уфа, РИЦ БашГУ, 2019. — 120 с. (в соавторстве).

23. Эшлекле башҡорт теле: уҡыу ҡулланмаһы. Өфө: Мир печати, 2020. — 200 б. (авторҙашлыҡта).

24. Башҡорт телен уҡытыуҙа заманса мультимедиа технологиялары һәм методтары: уҡыу ҡулланмаһы. — Өфө: Самрау, 2020. — 85 б. (авторҙашлыҡта).

25. Башҡорт телендә кейем-һалым һәм биҙәүестәр лексикаһы: монография. Өфө: Самрау, 2020. — 248 б.(авторҙашлыҡта).

26. Русско-башкирский словарь лексики одежды и украшений. — Уфа: Самрау, 2021. — 245 с.(в соавторстве).

27. Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондары буйынса диалектологик экспедиция материалдары: ғилми-популяр баҫма. — Өфө: Самрау, 2021. — 415 бит.(авторҙашлыҡта).

28. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының фольклор текстары: ғилми-популяр баҫма. — Өфө: Самрау, 2021. — 180 бит.(авторҙашлыҡта). Ағаһы Рәфис — Стәрлетамаҡта БДУ-ның филиалында, һеңлеһе Гөлназ Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжында белем бирә. Атаһының бер туған ағаһы, Абдулла Абдуллин — Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы делегаты — оҙаҡ йылдар тарихты уҡытҡан, мәктәп директоры булған.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының попечителдәр советы рәйесе (2021)[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһы почетлы мәғариф хеҙмәткәре (2020).
  • Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының «Студенттарҙың фәнни-тикшеренеү эштәрен үҫтереү өсөн» билдәһе (2012).
  • Рәсәй Федерацияһы Фән һәм юғары белем биреү министрлығының «Юғары мәктәптең алтын исемдәре» билдәһе (2021).
  • Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2020).
  • Башҡортостан Башлығының Рәхмәте (2020).
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы (2020),
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы (2019, 2020),
  • Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Почет грамотаһы (2020)
  • Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2021)[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]