Абдуллина Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдуллина Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Рәсем
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 июль 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Башҡорт Илсекәйе ауылы, Мөрсәлим ауыл советы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, викимедиасы
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Абдуллина Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы (5 июль 1952 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997), тыуған яҡты өйрәнеүсе, Башҡорт Википедияһы ирекмәне (2016 йылдан)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы Абдуллина 1952 йылдың 5 июлендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Илсекәй ауылында Фәйзрахман һәм Сафия Фәссәхетдиновтарҙың ғаиләһендә өлкән бала булып тыуған. Илсекәй башланғыс мәктәбен тамамлағандан һуң, артабан уҡыуын Ҡалмаҡҡол урта мәктәбендә дауам итә. 1967 йылда Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын педучилищела 4-се курста уҡығанда башлай: Дыуан районы Ҡәҙер һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

1971/1972 уҡыу йылында Салауат районы Урмансы һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә эшләй, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта, класс етәксеһе була. «Аҡҡош» ижад түңәрәген етәкләй. Уҡыусыларын тыуған яҡ тарихын һәм топонимдарын өйрәнеү эшенә йәлеп итә; дружина һәм мәктәптәге пионер отрядтары исемдәрен йөрөткән герой-пионерҙарҙың портреттарын төшөрә.

1972-1976 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы Башҡорт дәүләт педагогия институтында рус филологияһы факультетында уҡый. Институтты тамамлағандан һуң, ғаиләһе менән Урмансы һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә ҡайта, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

1977-1991 йылдарҙа Лаҡлы урта мәктәбендә эшләй: тарих фәнен уҡыта, бер үк ваҡытта шәжәрә, йола байрамдары өсөн сценарийҙар яҙа һәм уларҙы тормошҡа ашыра. «Ҡыҙыл ҡәнәфер» тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәге ойоштора һәм уның етәксеһе була. Түңәрәк ағзалары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, хәбәрһеҙ юғалған, яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған ауылдаштары тураһында мәғлүмәт: фоторәсемдәр һәм фронттан яҙған хаттар туплауы һөҙөмтәһендә 1985 йылдың 9 майында Тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла[2][3]. Филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Шәкүр Миңһылыу Абдуллинаның крайҙы өйрәнеү хеҙмәтен былай тип баһалай:

« ...тыуған ерен, ғәзиздәрҙән-ғәзиз Башҡортостаныбыҙҙы йәне-тәне менән яратҡан, ата-бабаларыбыҙҙың данлы тарихы менән ғорурланып, уны өйрәнеүҙе һәм халыҡҡа еткереүҙе үҙенә маҡсат итеп ҡуйған Миңһылыу Абдуллина (...) тыуған төйәк, ырыу, ауыл тарихын өйрәнеүҙең, нәҫел-нәсәптәрҙең шәжәрәләрен төҙөүҙең бик күптәр өсөн фәһем бирерлек һәйбәт бер өлгөһөн күрһәтеүгә өлгәшкән. Бындай эштә ике мәсьәлә айырыуса әһәмиәт ҡаҙана: материалды табыу, ентекләп өйрәнеү, системаға килтереү, һәм уны төҙөк бер епкә теҙеп (сюжетҡа тиһәк тә булалыр) яҙа белеү. Материалды өйрәнеүгә килгәндә, халыҡ хәтеренә ныҡлы таянған хәлдә, яҙма, документаль сығанаҡтарҙы өйрәнеү, мәғлүмәттәрҙе бер-береһе менән сағыштырып, төпсөп сығыу, һис һүҙһеҙ, һәйбәт һөҙөмтәләр биргән.[4] »

[5]

1992/1993 уҡыу йылында Ейәнсура районы Яңы Петровка ауылы урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре уҡыта, республиканың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусылары өсөн асыҡ дәрес һәм крайҙы өйрәнеү түңәрәгенең асыҡ ултырышын үткәрә.

1993-2006 йылдарҙа Салауат районының Илсекәй төп, Ҡарағол башланғыс мәктәптәрендә эшләй. 1994 йылда тыуған ауылы Илсекәйҙә 30 йыл буйына үткәрелмәгән Ҡарғатуй байрамын ойоштора[6]. БР Үҙәк дәүләт тарих архивындағы рәүиз, йәниҫәп материалдарын өйрәнеп, 1995 йылда — Илсекәй мәҙәниәт йортонда, 1997 йылда Ҡарағол ауылында ла Шәжәрә байрамы ойоштора.

20082018 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы Дим районының 123-сө лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 2009 йылда «Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» һөнәри конкурсында 2-се дәрәжәле финалист була[7]. Асыҡ дәрестәр күрһәтә, Рәсәй ҡала мәктәптәре менән видеоконференцбәйләнештәрҙә (ВКС) ҡатнаша. 2015 йылда «Илһам» конкурсының район этабында «Юбиляр шағир» номинацияһында I урын яулай. 2013, 2014 йылдарҙа «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурстарының район этабында жюри ағзаһы, уҡытыусыларҙы аттестациялау эксперт төркөмө ағзаһы була. 2014, 2015 йылдарҙағы төп дәүләт имтихандарында изложение һәм диктанттар тикшереү буйынса Республика предмет комиссияһы эшенә йәлеп ителә.

2015 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышлап, энеһе Фәссәхов Әғзәм Фәйзрахман улы менән авторҙашлыҡта «Воины-односельчане» тигән үҙнәшер китап баҫтырып сығара.

2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторған «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсының «Ҡатын-ҡыҙ — педагог» номинацияһы финалисы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Министрҙар Советы, ВЦСПС һәм ВЛКСМ Үҙәк комитетының «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһе (13 декабрь, 1979)
  • Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығының Почёт Грамотаһы (29 май, 1986)
  • КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Министрҙар Советы, ВЦСПС һәм ВЛКСМ Үҙәк комитетының Почёт Грамотаһы — «Бөйөк Октябрҙең 70 йыллығына ҡарата Бөтә Союз социалистик ярышында иң юғары һөҙөмтәләр ҡаҙанғаны өсөн», (ноябрь, 1987)
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (23 сентябрь, 1997, 607-се ҡарар)
  • «Хеҙмәт ветераны» (2000)
  • «Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2009» һөнәри конкурсының II дәрәжәле финалисы һәм еңеүсеһе (2009)
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы Почёт грамотаһы — XIV «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2009» конкурсының «Һөнәренә тоғролоҡ өсөн» номинацияһы еңеүсеһе (2009)
  • Өфө ҡала Хакимиәте Башлығы П. Р. Качкаев Премияһы лауреаты — «Дәүләт телдәрен үҫтереү һәм пропагандалауға өлөш индергәне өсөн» (октябрь, 2009)
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — 2010» Гранты лауреаты (2010)
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының II дәрәжәле призёры Дипломы — «Уҡытыусы ижадында ИКТ» (2010)
  • «Эҙләнеүсе педагог» һөнәри конкурсы еңеүсеһе — педагогик проект темаһы: «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙы лингвокультурологик үҫтереү сараһы булараҡ педагогик технологиялар» (20102013)
  • Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығының Почёт грамотаһы — «Мостай уҡыуҙары» ғилми-практик конференцияһында мастер-кластар конкурсы. Мастер-класс темаһы: «Мостай Кәрим һәм Рауил Бикбаев шиғырҙарында милли идея сағылышы», (31 октябрь, 2013)
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы Дипломы — «Аҡмулла — бар заманда хаҡ мулла» — Мифтахетдин Аҡмулла ижады буйынса дәрес ҡулланмаһы республика конкурсы еңеүсеһе, апрель, 2016
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Почёт Грамоталары (2013, 2016, 2017)
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы (2019)
  • Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау Фондының «Дәүләт телдәрен үҫтереү һәм пропагандалауға өлөш индергәне өсөн» Гранты эйәһе (Өфө ҡалаһы, 162-се Күп профилле «Смарт» мәктәбе, 2019)

Матбуғат хәбәрсеһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Бәлки, мине үлтерерҙәр…» (Н. З. Зинуров тураһында) — Совет Башҡортостаны, 1989, 192-се һан, 20 август.
  • Йолаларыбыҙҙы һаҡлайыҡ. — Йүрүҙән, 1997, 69-сы һан, 27 август.
  • Тел. Рух. Иман. — Йүрүҙән, 1998, 14-се һан, 18 февраль.
  • «Беҙ, башҡорттар, 50 миллион» тигән мәҡәлә өҫтөндә уйланып… — Йүрүҙән, 1998, 33-сө һан, 25 апрель.
  • Илсекәй — боронғо ауыл — Йәшлек, 2001, 88, 89, 90-сы һандар, 4, 7, 9 август
  • Түбәләҫ ырыуы, Йүрүҙән, 1999, 8-се һан
  • Бөтә тормош юлы өлгө уларҙың. — Йүрүҙән, 2002, 25 май.
  • Ғүмер емештәре. — Йүрүҙән, 2004, 94-се һан, 20 ноябрь.
  • Лаҡлы музейы тарихынан (шулай уҡ Ленин ордены менән наградланған батыр Мәғсүм Абдуллин тураһында) — Йүрүҙән, 2005, 25-се һан, 23 март.
  • Слово об отце. — На земле Салавата, 2005, 43-й, 25 мая.
  • Миңһылыуҙың бәхете (Әхмәтйәнова Миңһылыу Муллахмәт ҡыҙы) — Башҡортостан, 2008, 26-сы һан, 9 февраль.
  • Атайғынам, атайым! — Йәшлек, 2009, 58-се һан, 19 май.
  • Ауылым яугирҙәре — Башҡортостан, 2011, 36-сы, 38-се һандар, 24, 26 февраль
  • Әсәйем лөғәте (Әй-Йүрүҙән һөйләше лексикаһына күҙәтеүҙәр) — Киске Өфө, 2012 й. — 29-сы һан, 16 б., 2014 й. — 38-се һан, 16 б., 41-се һан, 16 б., 44-се һан, 16 б., 45-се һан , 11 б., 46-сы һан, 11 б.
  • Өй һалды, ағас ултыртты… — Киске Өфө, 2012 й., 24-се һан, 16-22 июнь, 12 б.
  • Ололар көнөнә ҡарата — Киске Өфө, 2013 й., 39-сы һан
  • Туған тел — милләт һаҡсыһы — Киске Өфө, 2013 й., 40-сы һан
  • «Атамалар туған телдә булһын ине» — Киске Өфө, 2013 й., 46-сы һан
  • Башҡорт теле һәм әҙәбиәте тураһында бер кәлимә һүҙ — Киске Өфө, 2014 й., 9-сы һан
  • Мәҙәниәт йылы … ауылдарыбыҙға ла барып етһен ине — Киске Өфө, 2014 й. — 12-се һан, 22-28 март
  • Һеҙҙең ауылда нисектер, бына беҙҙең ауылда…(юмор) Киске Өфө, 2014 й.- 13-сө һан, 29 март-4 апрель
  • Ауылдарҙы бөлдөрөүме был? Киске Өфө, 2015 й., — 34-се һан, 22-28 август
  • «Август кәңәшмәләре милли мәғарифҡа бағышланһын ине» Киске Өфө, 2016 й. — 32-се һан, 8-14 август
  • Киске Өфө, 2016 й. — 34-35-се һан

«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында баҫылды[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт ауылдарын планлаштырыу тураһында (Башҡортостан мәҙәниәте дәресе), № 6- 1997
  • «Байыҡ Айҙар сәсән» (сценарий), № 11-2011
  • «Сыңрау торна» йыры тарихы (сценарий), № 7-2015
  • «Салауат батыр — ир ине» «Тамаша» журналы, № 3-2011

Китабы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Воины-односельчане» (авторҙаш), Уфа: «Дизайн», 2015

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙҙары:

Айгөл — Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай, уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһы Миграция хеҙмәтендә әйҙәүсе белгес була.

Айһылыу — Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай. «Китап» нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт бүлегендә мөхәррир, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Киң мәғлүмәт саралары бүлегендә Баш консультант, «Аманат» балалар һәм үҫмерҙәр журналында баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.

Зифа — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын, Башҡорт дәүләт аграр университетының дәүләт идаралығы факультетын тамамлай. Уҡытыусы. Ғаилә, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығында хеҙмәт баҙары анализы бүлегендә начальник урынбаҫары вазифаһында.

Нәркәс — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетыңың художество-графика факультетын һәм Германиялағы Оснабрюк университетының медиа-информатика факультетын тамамлай, Мюнстер ҡалаһында программист булып эшләй.

Бер туғандары барыһы ла педагогтар — Әғзәм (1955), Флорида (1958), Гүзәл (1971) — уҡытыусы, Альфрида (1960) — тәрбиәсе.

Ейәндәре — Илнур (1997), Айнур (1999), Заһит (2000), Илдар (2011), Эмир (2015), ейәнсәре — Ләйсән (2014).

Бер туғандары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер туғандары ла уҡытыу-тәрбиә эшендә:

энеһе Фәссәхов Әғзәм Фәйзрахман улы (1.01.1955) уҡытыусы, инглиз теле — һөнәре. Тиҫтә йылдан ашыу Салауат районы Илсекәй төп мәктәбе директоры булды. БДУ-ның ФРГФ тамамлаған. 5 бала тәрбиәләп үҫтерҙе. 8 ейән-ейәнсәре бар.

һеңлеләре: Герасимчук (Фәссәхетдинова) Флорида Фәйзрахман ҡыҙы (3.01.1958) — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетын тамамланы. Украинаның Житомир өлкәһе Овруч районындағы Прибытки мәктәбендә немец теле уҡытыусыһы булды. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. 4 ейән-ейәнсәре бар.

Хәсәнова (Фәссәхетдинова) Альфреда Фәйзрахман ҡыҙы (1.03.1960) — Өфөләге 1-се педагогия училищеһын тамамлаған. Салауат районы Тирмән балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләне. Хәҙер хаҡлы ялда. 2 ул тәрбиәләп үҫтерҙе. 5 ейән-ейәнсәре бар.

Бәширова (Фәссәхетдинова) Гүзәл Фәйзрахман ҡыҙы (24.11.1971) — Зәйнәб Биишева иемендәге Стәрлетамаҡ педагогия институтының педагогика факультетын тамамлаған. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендә уҡыта. 2 улы, 3 ейән-ейәнсәре бар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәжәрәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡәбилә берләшмәһе — Табын.
Ырыу — Ҡыуаҡан.
Тармаҡ — Түбәләҫ.
Зат — Һунбыҡтар («Беҙ үҙебеҙ — һундарҙан»)
Ағас — ҡарағас.
Оран — салауат.
Ҡош — ҡарағош.
Тамға — сүмес.

1.Мамыҡҡол менән Ҡалмаҡ Күсәбаевтар (Көҫәпәевтар)

2.Ҡалмаҡ Күсәбаевтың (Көҫәпәев) улы Аҡкөбәк Ҡалмаҡов.

3.Аҡкөбәктең улдары: Исламғол, Хисмәтулла, Ғиззәтулла

4.Хисмәтулланың улы Фәтхетдин

Фәтхетдиндең улдары:

5.Фәссәхетдин менән Низаметдин

6.Фәссәхетдиндең улдары: Миңдәхмәт (1912—1943), Фәйзрахман (24.07.1925-6.04.2009), Хәлилрахман (1925—1943), Шаһиәхмәт (13.03.1928-4.10.2010)

7.Фәйзрахмандың балалары: Миңһылыу (5.07.1952), Әғзәм (1.01.1955), Флорида (3.01.1958), Альфрида (1.03.1960), Гүзәл (24.11.1971)

8.Әғзәмдең улдары: Рафаэль (26.01.1986), Абзал (12.02.1994)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ғәббәсова Зилә. «Ҡарға туйы» — байрам тыуы (Илсекәйҙә) — Йүрүҙән, 1994, 42-43-сө һандар, 28 май, 1 июнь.
  • Хәйретдинова З. Ф. Мәктәп музейы — тәрбиә усағы. — Йүрүҙән, 2007, 99-сы, 8 декабрь.
  • Шамиль Ахметшин Здравствуйте, односельчане! В Баш-Ильчикеево прошли народные гуляния в форме сабантуя. На земле Салавата, 2015 г. — № 49, 17 июня.
  • Мирхәйҙәров. Р. М. Аралашыу — үҙе ҙур байрам. Йүрүҙән, 2017 й. — 63-сө һан, 8 август
  • Лиана Вәлиуллина. «Түбәләҫтәр ҡор йыйҙы». Йүрүҙән, 2021 й., 1-2 бб. — 94-се һан, 23 ноябрь
  • Фәссәхов Әғзәм Тормошон хеҙмәт йәме менән күмгән. Йүрүҙән, 2022 й., 5 б. — 25-се һан, 24 июнь
  • Фассахов Агзям Всю жизнь верна любимой профессии. На земле Салавата, 2022 г., 6 с. — № 25, 24 июня

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. МБОУ СОШ «Лицей № 123». Абдуллина Минсулу Файзрахмановна
  2. Абдуллина М. Ф. Лаҡлы музейы тарихынан (шулай уҡ Ленин ордены менән наградланған батыр Мәғсүм Абдуллин тураһында) — Йүрүҙән, 2005, 25-се һан, 23 март
  3. Хәйретдинова З. Ф. Мәктәп музейы — тәрбиә усағы. — Йүрүҙән, 2007, 99-сы, 8 декабрь.
  4. Илсекәй — боронғо ауыл
  5. Илсекәй — боронғо ауыл — Йәшлек, 2001, 88, 89, 90-сы һандар, 4, 7, 9 август
  6. Ғәббәсова Зилә. «Ҡарға туйы» — байрам тыуы (Илсекәйҙә) — Йүрүҙән, 1994, 42-43-сө һандар, 28 май, 1 июнь
  7. Эҙләнеүсе педагог-2010/ Абдуллина Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы — Дим районының 123-сө лицей уҡытыусыһы 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.