Абдуллин Айҙар Риват улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Абдуллин Айҙар Риват улы
Тыуған көнө:

26 июль 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (56 йәш)

Тыуған урыны:

Кесе Учалы ҡсб, Учалы районы, БАССР

Гражданлығы:

СССР, Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

философ

Ғилми дәрәжәһе:

философия фәндәре докторы (2002)

Ғилми исеме:

профессор (2009)

Уҡыу йорто:

Киев граждандар авиацияһы инженерҙары институты

Абдуллин Айҙар Риват улыфилософ, философия фәндәре докторы (2002), профессор (2009).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1962 йылдың 26 июлендә БАССР‑ҙың Учалы районы Кесе Учалы ҡасабаһында (хәҙер Учалы ҡалаһына керә) тыуған.

1984 йылда Киев граждандар авиацияһы инженерҙары институтын тамамлағандан һуң, Өфө аэропорты инженеры.

1986 йылдан алып ВЛКСМ‑дың Өфө район комитеты секретары.

1988 йылдан — Өфө авиация техникумы лабораторияһы мөдире.

1991—92 йылдарҙа ӨАИ хеҙмәткәре.

1995—99 йылдарҙа Башҡортостан Фәндәр Академияһының социаль фәндәр бүлеге ғилми секретары.

2002 йылдан башлап ӨДАТУ‑ла, 2003 йылда — Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһында уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте, тел философияһы, феноменологик герменевтика һәм экзистенциаль анализ проблемаларына арналған. 60‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Культура и символ. Уфа, 1999;
  • Онтологическое мышление. Уфа, 2002.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Абдуллин Айҙар Риват улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.