Абдуллин Ленар Рәфил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдуллин Ленар Рәфил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 август 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (47 йәш)
Тыуған урыны Салауат, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Атаһы Абдуллин Рәфил Сәйфулла улы
Һөнәр төрө инженер-техник
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Абдуллин Ленар Рәфил улы (17 август 1976 йыл) — инженер-механик. Техник фәндәр докторы[1](2008).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абдуллин Ленар Рәфил улы 1976 йылдың 17 авгусында Башҡорт АССР-ының Салауат ҡалаһында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң юғары белем алыу теләге Өфө дәүләт нефть техник университетына алып килә. Уҡыу йортон 1998 йылда уңышлы тамамлай. Хеҙмәт юлын тыуған ҡалаһында башлай, бер үк ваҡытта белем алыуын аспирантурала уҡый. 2000 йылдан Салауат ҡалаһындағы «Техником» Ғилми-производство берекмәһендә эшләй, һуңынан эшмәкәрлеген Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында дауам итә. 2003 йылда «Обеспечение безопасности эксплуатации нефтегазохимического оборудования и трубопроводов с технологическими, конструктивными и эксплуатационными несплошностями» темаһына докторлыҡ диссертацияһы[2] яҡлай. 2012 йылдан алып Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институты хеҙмәткәре, бүлек начальнигы урынбаҫары. 2015 йылдан — бүлек етәксеһе. Профессор Рәфил Абдуллиндың улы[1].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ленар Рәфил улының фәнни эшмәкәрлеге газ, нефть, химия ҡоролмаларын һәм үткәргес торбаларҙы файҙаланыу проблемаларына арналған. Уның ҡоролмаларҙы хәүефһеҙ файҙаланыуҙың ваҡытын билдәләү ысулдары, уларҙың ҡалған ресурстарын арттырыуҙың техник алымдары «Салаватнефтемаш», «Газпром нефтехим Салават» асыҡ акционерҙар йәмғитендә ҡулланыла. 50 фәнни хеҙмәт авторы[1].

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Обеспечение безопасности транспортировки нефтегазопродуктов. Уфа, 2007 (авторҙ.)
  2. Ресурс оборудования с несплошностями. Уфа, 2007 (авторҙ.).
  3. Техносферные риски при добыче и транспортировке углеводородов в Российском Заполярье. Уфа, 2015 (авторҙаш)[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]