Абдуллин Рәмил Рәйес улы
Абдуллин Рәмил Рәйес улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 октябрь 1961 (62 йәш) |
Тыуған урыны | Андижан[d], Булакбашинский район[d], Андижанская область[d], Үзбәк ССР-ы[d], СССР |
Һөнәр төрө | рәссам |
Эш урыны | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Ғилми исеме | доцент[d] |
Абдуллин Рәмил Рәйес улы (22 октябрь 1961 йыл) — рәссам-график. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы (2016). Рәссамдар союзы ағзаһы (1991)[1]. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абдуллин Рәмил Рәйес улы 1961 йылдың 22 октябрендә Үзбәкстандың Андижан ҡалаһында тыуа. Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетында юғары белем ала һәм уны 1992 йылда тамамлай. «Март» ижади төркөмө ағзаһы[1].
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Акварель техникаһында ижад итә. Уның ижадында пейзаж өҫтөнлөк итә. Рәссамдың донъяға ҡарашы образдың хис-тойғоларға бай булыуы, композицияларҙың динамикаһын ҡулланыу аша тапшырыла. Рәмил Рәйес улының ижадында төҫтәрҙең бер тондан икенсеһенә еңел күсеү, буяуҙы сәсрәтеү, йомшаҡ аҡ күләм һәм киҫкен ҡара, картинаның айырым деталдәренең һынылышыаралашып килә. Аҡ ҡағыҙҙың буяу теймәгән урыны уның эштәрендә ҡыштың ҡар стихияһын да, киңлекте лә сағылдыра. Рәссамдың палитраһы нәзәкәтле, уның эштәрендә барыһы ла форма гармонияһына һәм йөкмәткегә буйһона[1].
Күргәҙмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәмил Рәйес улы 1981 йылдан алып төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре Өфөлә (1995), Вассала (1997, Финляндия), Яр Саллыла (1998), Берлинда (2000) үтә. Эштәре Рус сәнғәте музейы (Нью-Йорк), Башҡорт дәүләт художество музейында, Сыуаш дәүләт художество музейында. Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси тупланмаларҙа һаҡлана[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Абдуллин Рәмил Рәйес улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Абдуллин Рамиль Раисович