Эстәлеккә күсергә

Абиси замогы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абиси замогы
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
 Абиси замогы Викимилектә

Абиси замогы – Карели муниципалитетындағы Абиси ауылының ситендә, Ткоцкури йылғаһының һул ярында урынлашҡан тарихи ҡәлғә. Замок XVIII быуаттың 50-60-сы йылдарында төҙөлгән.

Замок өс өлөштән тора. Үҙәген башня бинаһы биләй, ул торлаҡ өсөн тәғәйенләнгән һәм шул уҡ ваҡытта хәрби функцияны үтәй. Төҙөлөштән һуң тағы өҫтәмә бина төҙөү кәрәклеге тыуа, шуға күрә тағы бер бина өҫтәйҙәр һәм көньяҡ яҡта ҙур сиркәү төҙөйҙәр.

Башняның үҙәк бинаһы өс ҡаттан артыҡ түгел. Майҙанға яҡын тора. Шулай уҡ ҙур булмаған щилиндр формаһындағы башнялар ҙа бар, улар тик һаҡланыу өсөн файҙаланылған. Беренсе ҡаты ярҙамсы хужалыҡ өсөн, ә икенсе ҡат йәшәү өсөн яраҡлаштырылған.

Ҡәлғәнең ҡасан сафтан сыҡҡаны билдәһеҙ. Дөрөҫөрәге, ул XIX быуатта үҙенең функцияһын юғалтҡандан һуң аламалана.

  • საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ. 5, გვ. 353, თბ., 1990 წელი.