Аблай (Туймазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Аблай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы районы

Координаталар

54°46′02″ с. ш. 53°38′47″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 825 002

ОКТМО коды

80 651 425 106

ГКГН номеры

0522273

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Аблай (Рәсәй)
Аблай
Аблай
Аблай (Туймазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Аблай

Аблай (рус. Аблаево) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 315 кеше[1]. Кәкребаш ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452771, ОКАТО коды — 80251825002.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ыҡ йылғаһы (Кама йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.

Алыҫлығы[2]:

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 21 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Кәкребаш): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһына тиклем (Туймазы): 21 км

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795 йылда Ыҡ һәм Акуша йылғалары буйындағы Аблай ауылы 53 башҡорт йәшәгән 8 ихатанан һәм ике хеҙмәтле татар йәшәгән бер йорттан тора. 1816 йылдағы VII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың этник составы тағы ла ҡатмарлаша бара. Аблайлылар — аҫаба башҡорттар ерһеҙ башҡорттарҙы һәм мишәрҙәрҙе ҡабул иткән.

Ҡазан юлы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары тарафынан үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалынған.

Халыҡ һанының һәм этник составтың үҫеүен күҙәтәйек. Башҡорттар: 1834—104, 1859—169, 1870—177, 1920—527. Мишәрҙәр: 1834 — 94. Татарҙар 1834 йылда — 140.

Күренеүенсә, мишәрҙәр һәм татарҙар, керҙәшлек килешеүенең 60 йыллыҡ мөҙҙәте тамамланғандан һуң, 1859 йылға тиклем башҡа тораҡ пункттарға күскән, шуға күрә артабанғы иҫәп алыуҙарҙа тик башҡорттар иҫәпкә алынған. 1804 йылда 104 башҡортҡа ни бары 168 бот иген сәселә. 1865 йылда 31 йортта 177 кеше йәшәгән. Игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 йылда һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән[3].

1917 йылда 90 ихатала 540 башҡорт йәшәгән.

Ауылдың исеме һәм йәше тураһында түбәндәгеләрҙе әйтергә кәрәк: 1834 йылда VIII ревизияла беренсе күскенсенең улы, 58 йәшлек Ихсан Аблаев теркәлгән, уның исеме туранан-тура ошо тораҡ пунктҡа ҡарай. Ихсандың йәше (1776 йылғы) ауылдың XVIII быуаттың икенсе яртыһында барлыҡҡа килеүен күҙ алдына килтереү мөмкинлеген бирә[4].

Ауыл хәҙер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аблай ауылы Кәкребаш ауыл Советына ҡарай. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылда урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар[5].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 527
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 595
1959 йыл 15 ғинуар 366
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 230
2002 йыл 9 октябрь 280
2010 йыл 14 октябрь 315 158 157 50,2 49,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам исеме[6]:

Арҙаҡлы шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]