Абрамзон Леонид Семёнович
Леонид Семёнович Абрамзон | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
техник фәндәр докторы |
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Леонид Абрамзон |
Абрамзон Леонид Семёнович (21 февраль 1934 йыл — 25 ноябрь 1986 йыл) — СССР-ҙың ғалим-инженер-механигы. Техник фәндәре докторы (1985).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Леонид Семёнович Абрамзон 1934 йылдың 21 февралендә Украина ССР-ының Харьков ҡалаһында тыуа.
1957 йылда Мәскәүҙә И. М. Губкин исемендәге нефть институтын тамамлай.
Шул йылдан алып 1971 йылға тиклем Леонид Семёнович Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми тикшеренеүҙәр институтында эшләй.
1971—1986 йылдарҙа ул Өфө нефть институтының «Гидравлика һәм гидромашиналар» кафедраһы уҡытыусыһы булып эшләй.
1985 йылда Леонид Семёновичҡа Техник фәндәр докторы исеме бирелә.
Леонид Абрамзондың ғилми эшмәкәрлеге үҙле һәм ҡатыусан нефть һәм нефть продукттарын ҡыуыу гидромеханикаһына, йылылыҡ алмашыныу мәсьәләләрен тикшереүгә, шуларҙы йөрөтөү һәм һаҡлауҙың иң ҡулай технологияларын уйлап табыуға бағышланған.
140‑тан ашыу ғилми хеҙмәт (шулар араһында 6 монография) һәм 5 уйлап табыу авторы.
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эжекторная выкачка нефтепродуктов с высокой упругостью паров. Мәскәү, 1961 (авторҙ.)
- Трубопроводный транспорт высоковязких и высокозастывающих нефтей. Мәскәү, 1968 (авторҙ.)
- Динамика вязкой несжимаемой жидкости. Расчёт простых и сложных трубопроводов. Өфө, 1980 (авторҙ.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абрамзон Леонид Семёнович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2021)
- 21 февралдә тыуғандар
- 1934 йылда тыуғандар
- 25 ноябрҙә вафат булғандар
- 1986 йылда вафат булғандар
- Техник фәндәр докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Харьковта тыуғандар
- Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусылары
- Өфөлә вафат булғандар
- Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетын тамамлаусылар