Абрамов Виталий Константинович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Виталий Константинович Абрамов
Тыуған көнө:

5 май 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (73 йәш)

Тыуған урыны:

Изварино, УССР, СССР

Ғилми өлкәһе:

экономика, хужалыҡ эшмәкәре

Эшләгән урыны:

ӨПЭПБ
ӨАПБ

Уҡыу йорто:

Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты

Награда һәм премиялары


СССР Дәүләт премияһы «Почёт Билдәһе» ордены
Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png Виталий Абрамов

Абрамов Виталий Константинович (5 май 1947, Изварино, УССР, СССР) — совет һәм Рәсәй инженеры һәм хужалыҡ эшмәкәре. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1989). «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән (1985).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Виталий Константинович Абрамов 1947 йылдың 5 май көнөндә Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһе (әлеге Луганск өлкәһе) Изварино ҡасабаһында тыуа.

1977 йылда Өфөлә Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтын иҡтисадсы һөнәре буйынса тамамлай.

1964 йылдан башлап Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә (ӨПЭПБ) эшләй башлай: 1980 йылдан алып цех һәм бүлек начальнигы, 1983 йылдан — директор урынбаҫары, 1989 йылдан — етештереү буйынса генераль директор урынбаҫары, ә 1992 йылдан генераль директор вазифаһын башҡара.

1985 йылда Виталий Константинович «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән.

1989 йылда Советтар Союзының Дәүләт премияһы лауреаты исеме бирелә.

19941996 йылдарҙа Виталий Абрамов Өфө агрегат производствоһы берекмәһендә генераль директор урынбаҫары булып хеҙмәт юлын үтәй.

Виталий Абрамов ҡарамағы аҫтында Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә ракета техникаһы өсөн цифрлы борт иҫәпләү машиналары, самолёттар өсөн навигация комплекстары (Авионика), «Мир» орбиталь станцияһы һәм «Прогресс‑М» йөк карабы өсөн приборҙар, Ка‑50 вертолёты өсөн аппаратура эшләү ҙур кимәлгә күтәрелә; нефть сығарыу сәнәғәтенең таралып урынлашҡан объекттары өсөн Рәсәй Федерацияһында тәүге «Скат» мәғлүмәт-идара итеү системаһы эшләп сығарыла.

Наградалары һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]