Абрамов бюсы (Семикаракорск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Абрамов бюсы
Ил Рәсәй
Урыны Ростов өлкәһенең Семикаракорск ҡалаһы
Проект авторы Иван Иванович Масличенко

Тышҡы рәсемдәр
Семикаракорск. Иван Васильевич Абрамов бюсы

Абрамов бюсы — Ростов өлкәһендәге Семикаракорск ҡалаһында ҡуйылған балыҡсылыҡ колхозы рәйесе Иван Васильевич Абрамов бюсы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Семикаракорск ҡалаһында ҡаланың һәм райондың бер нисә билдәле кешеләренә бюст ҡуйылған: яҙыусы В. А. Закруткинға, яҙыусы Б. Н. Куликовҡа, төҙөүсе А. А. Араканцевҡа, балыҡсылыҡ хужалығы етәксеһе И. В. Абрамовҡа. Был бюстарҙың авторы Семикаракорск скульпторы, рәссам Иван Иванович Масличенко.

Абрамов Иван Васильевич бюсы ҡалала Абрамов проспекты һәм Атаман проспекты сатында ҡуйылған.

Абрамов Иван Васильевич 1922 йылда Ростов өлкәһе Семикаракорский районындағы Мостовский утарында тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һуғышта ҡатнаша. Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ике Ватан һуғышы ордены, миҙалдар менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң, 1961 йылдан алып «Заветы Ильича» балыҡ тотоу эше менән шөғөлләнеүсе колхоз рәйесе булып эшләй. Колхоз быуала һаҙан, аҡ амур, толстолобик һәм башҡа балыҡтары үҫтерә. Уның инициативаһы буйынса колхозда йылына 50 миллион балыҡ селбәрәһе етештереүсе инкубация цехы төҙөлә.

Колхоз үҙенең хеҙмәткәрҙәре өсөн китапханаһы, спорт залы булған 400 урынлыҡ мәҙәниәт Һарайы, «Алтын балыҡ» балалар баҡсаһы төҙөй.

Абрамов хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Октябрь Революцияһы ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Абрамовҡа «РСФСР-ҙың атҡаҙанған балыҡ үрсетеүсеһе» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Абрамов И. В. 1985 йылдың 9 октябрендә вафат була. Балыҡсылыҡ хужалығы етәксеһе И. В. Абрамовтың исеме Семикаракорсктағы тыҡрыҡҡа һәм балыҡсылыҡ колхозына бирелә.

Һүрәтләнеш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балыҡсылыҡ колхозына нигеҙ һалыусы Иван Васильевич Абрамовҡа бюст бейек булмаған түңәрәк постаментҡа ҡуйылған. Һәйкәлдең ике яғында сәскә түтәле урынлашҡан. Һәйкәл эргәһендәге биләмә төҙөкләндерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]