Ярлыҡапов Абрар Бәҙретдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Абрар Бадретдинович Ярлыкапов битенән йүнәлтелде)
Абрар Бәҙретдин улы Ярлыҡапов
Тыуған көнө

12 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (81 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Матрай районы, Матрай ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

ауыл хужалығы иҡтисады

Эшләгән урыны

РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы

Альма-матер

Башҡортостан ауыл хужалығы институты

Ғилми дәрәжәһе

иҡтисад фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары
Халыҡтар Дуҫлығы ордены  — 1988 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1971

Ярлыҡапов Абрар Бәҙретдин улы (12 июль 1942 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (1997), профессор (2007). Халыҡтар Дуҫлығы (1988) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абрар Бәҙретдин улы Ярлыҡапов 1942 йылдың 12 июлендә Башҡорт АССР-ы Матрай районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы) Матрай ауылында тыуған.

1964 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтынын тамамлай. 1964 йылдан Йылайыр районы «Башҡорт» совхозында өлкән агроном булып эшләй. 1961 йылдан ВЛКСМ-дың Хәйбулла район комитетының 1-се секретары.

1966—1968 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының 2-се секретары, 1968—1972 йылдарҙа шул уҡ комитеттың 1-се секретары.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 7—8‑се саҡырылыш депутаты итеп һайлана.

1974 йылда Мәскәүҙәге КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай. 1974—1978 йылдарҙа ВЛКСМ Үҙәк Комитетының бүлек мөдире вазифаһын башҡара.

1981 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы ижтимағи фәндәр академияһын тамамлай. 1981 йылдан КПСС Үҙәк Комитетының инструкторы, консультанты булып эшләй.

1985—1987 йылдарҙа Афған һуғышында ҡатнаша.

1991—1995 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле. 1993 йылда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы проектын әҙерләүҙә ҡатнаша.

1997 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм «иҡтисад фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһен ала.

1999 йылдан — Мәскәү ҡалаһы хөкүмәтенең Төбәк-ара бәйләнештәр һәм милли сәйәсәт комитеты рәйесенең урынбаҫары булып эшләй.

2003 йылдан Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында уҡыта. 2007 йылда профессор исемен ала.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни эшмәкәрлеге агросәнәғәт комплексын инновацион үҫешенә һәм эшләүенә, ерҙе иҡтисади баһалауҙың теорияһы һәм практикаһына арналған. 35-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Приоритеты инноваций и управление АПК. — М., 1995.
  • АПК: точки роста. — М., 2002.
  • Аграрная экономика. Основные понятия. — М., 2010. (авторҙаш)
  • Экономическая оценка земельных участков и природных ресурсов//Финансы и кредит. Дисциплины специализации. Специальность «Финансы и кредит». Специализация «Оценка собственности». — М.: Изд-во РАГС., 2010. — 184 с.
  • Отраслевая экономика: учебное пособие. — М., 2010. (авторҙаш)

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (1988)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1971)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]