Абсентеизм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Абсентеизм (лат. absentia — юҡлыҡ) — һайлаусыларҙың дәүләт органдарына һайлауҙа ҡатнашыуҙан баш тартыуы; ғәмәлдәге идара формаһы, сәйәсәт режимына ҡаршы халыҡтың пассив протесы һ.б.

Абсентеизм төп сәбәптәре[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Сәйәси институттарҙың һөҙөмтәле булыуына ышаныстың юғалыуы, ижтимағи‑сәйәси ваҡиғаларға битарафлыҡ һ.б. Кеше азатлығының айырым билдәһе булараҡ, абсентеизм һәр йәмғиәттә булыуы мөмкин; һайлауҙа ҡатнашыуҙан баш тартҡан кеше эҙәрләнмәй. Совет осоронда абсентеизм киң таралыу алмаған. 12‑се саҡырылыш (1990) РСФСР халыҡ депутаттарын һайлауҙа БАССР буйынса һайлаусыларҙың 81,8 %; РФ‑тың 1‑се саҡырылыш (1993) Дәүләт думаһы депутаттарын һайлауҙа БР буйынса 62,7 %, 2‑се (1995) — 73,7 %, 3‑сө (1999) — 73,6 %, 4‑се (2003) — 75,9 %, 5‑се (2007) — 89,7 %, 6‑сы (2011) — 79,3 %; 1‑се саҡырылыш (1995) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа 58,7 %, 2‑се (1999) — 61,3 %, 3‑сө (2003) — 57,1 %, 4‑се (2008) — 90,1 %; 1993 й. Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлауҙа 62,7 %; 1998 й. — 69,8 %; 2003 й. 1‑се турҙа 75,9 %, 2‑сеһендә һайлаусыларҙың 69,9 %‑ы ҡатнаша.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]