Әбүбәкерова Гөлназ Әхмәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Абубакирова, Гульназ Ахматовна битенән йүнәлтелде)
Әбүбәкерова Гөлназ Әхмәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 18 ғинуар 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (28 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө спортсы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Әбүбәкерова Гөлназ Әхмәт ҡыҙы (18 ғинуар 1996 йыл) — Рәсәй шашкасыһы, урыҫ һәм халыҡ-ара шашка буйынса махсуслашҡан. Рәсәй һәм Европа беренселегенең күп тапҡырҙар еңеүсеһе. Спорт мастерлығына кандидат. Халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы (2004)[1].

FMJD-Id: 14950

Белеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2002—2013 йылдарҙа Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия-интернатында (Ишембай ҡалаһы) уҡый. 2013 йылдан Башҡорт дәүләт университетының математика һәм информацион технологиялар факультеты студенты.

Был белем биреү учреждениелары командалары өсөн сығыш яһай.

Спорт биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

6 йәшенән, балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк шашка уйнай башлай. Беренсе класҡа барғас, мәктәптең шашка секцияһына йөрөй. 7 йәшендә юғары кимәлдә сығыш яһай, 1993 йылда һәм унан һуң тыуған ҡыҙҙар араһында рус шашкаһы буйынса Башҡортостан беренселегендә 3-сә һәм 2-се урын яулай. Ишембай олимпия резервы мәктәбенең шашка буйынса (тренеры И. С. Ғәтиәтуллин) һәм "Башнефть"шашка клубының әҙерлек төркөмө тәрбиләнеүсеһе[2]. «Сатраш» шашка клубы өсөн сығыш яһай (Ишембай).

2005 йылда беренсе тапҡыр Рәсәй беренселегендә ҡатнашып, 2-3-сө урындар яулай һәм Европа чемпионатына юлламаға эйә була.

1995 йылда тыуған һәм унан кесерәк ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй беренселегенең көмөш призеры (2005, Санкт-Петербург)

Тиҙ уйнау программаһында халыҡ-ара шашка буйынса Европа чемпионатының бронза призеры (2005, Ключборк ҡалаһы, Польша), төп программала — 7-се урын[3]

1996 йылғылар һәм унан кесерәктәр араһындағы төркөмдә тиҙ уйнау программаһында Рус шашкаһы буйынса донъя беренселегенең көмөш призеры (2006, Санкт-Петербург)[4].

1996 йылғылар һәм унан кесерәктәр араһындағы төркөмдә төп программала Рус шашкаһы буйынса донъя беренселегенең бронза призеры (2006, Санкт-Петербург)[5].

2006 йылда — Рәсәй һәм Өфө ҡалаһы беренселеге еңеүсеһе була[6], Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы составында халыҡ-ара шашка буйынса Европа беренселегенә эләгә (2006, Таллинн, Эстония). Төп программала халыҡ-ара шашка буйынса Европа беренселегенең көмөш призеры (2006, Таллинн, Эстония)[7], блицта — еңеүсе[8], тиҙ программала бронза призер була.

Рус шашкаһы буйынса Рәсәй командаһы составында Европа беренселеге еңеүсеһе (2006, Брест, Беларусь)

Тиҙ программала рус шашкаһы буйынса Европа беренселегенең көмөш призеры (2006, Брест, Беларусь).

2007 йылда Рәсәй беренселегендә еңеү яулай[9][10] һәм халыҡ-ара шашка буйынса Европа беренселегендә сығыш яһай (2007, Санкт-Петербург), унда төп программала мини-кадеттар (14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар) араһында 17-се урынды биләй[11].

2008 йылда халыҡ-ара шашка буйынса мини-кадеттар (14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар) араһында төп программала Европа беренселегендә (2008, Щечина, Польша) 5-се урын биләй[12]

Мәктәп командалары араһында рус шашкаһы буйынса Рәсәй беренселегендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Ишембай башҡорт гимназия-интернаты ссотавында сығыш яһап, 2-се урын ала (тренер-уҡытыусыһы Ғәтиәтуллин, спортсылар: Азат Мөхәммәтов, Айгөл Иҙрисова, Илгиз Рисаев, Регина Әйүпова, Гөлназ Әбүбәкерова)[13]. Шул уҡ составта . 2009 йылда турнирҙа еңеү яулай[14].

2011 йылда ололарҙың өс мөһим ярышында ҡатнаша.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Донъя кубогында (Өфө ҡалаһы) 18 мөмкинлектән 9 мәрәй йыйып, 19-сы урын ала[15]. Дәғүәселәре араһында гроссмейстерҙар Нона Савина, Елена Мильшина, Тамара Танһыҡҡужина, Ольга Балтажи, Гүзәл Георгиева була.

Блиц буйынса Өфөлә уҙған Донъя чемпионатында ҡатын-ҡыҙҙар араһында Матрена Ноговицына, Виктория Мотричко (һөҙөмтә — тигеҙ иҫәп), Нина Хукман, Ирина Пашкевич, Елена Мильшина (һөҙөмтә — еңеү) кеүек гроссмейстерҙар менән бер төркөмдә сығыш яһай. 16 мөмкинлектән 7 мәрәй йыйып, 5-8-се урын ала, коэффициенты буйынса — 7-се[16]. Һөҙөмтәлә финалға эләкмәй.

2011 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионатында тиҙ програмамлаИшембай ҡалаһы командаһы 11-се урын ала.

2012 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында Европа чемпионатына һайлап алыу туры булған халыҡ-ара шашка федерацияһы чемпионатында тиҙ программала 6-сы урынды биләй[17].

2016 йылда рус шашкаһы буйынса Башҡортостан Республикаһы вуздары араһында шәхси-команда чемпионатына һәм Волга буйы федераль округы чемпионатында еңә[18][19][20][21][22].

Фекерҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 йылдың ғинуарында Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева Башҡортостанда шашка спортын үҫтереү буйынса проект буйынса интервьюһында түбәндәгеләрҙе белдерә[23]:

Широко известны имена победителей и призёров первенств Европы и мира, выпускников школы Башкирской республиканской гимназии-интерната(БРГИ) №2 имени А.Валиди Тамары Тансыккужиной, Олеси Абдуллиной, Айнура Шайбакова, Алии Аминовой, Гульназ Абубакировой, Регины и Руфины Аюповых.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Сборная России по международным шашкам среди юношей и девушек-2004 2010 йыл 1 ноябрь архивланған.
  2. http://resbash.ru/pdf/2009/6/RB-25-6-3.pdf 2017 йыл 4 ғинуар архивланған.
  3. http://www.bashinform.ru/news/126433-aygul-idrisova-aynur-shaybakov-i-aliya-aminova-zavoevali-medali-na-chempionate-evropy-po-mezhdunarodnym-shashkam/
  4. http://www.bashinform.ru/news/145078-v-ishimbae-proshli-srazu-dva-pervenstva-po-shashkam-russkim-i-mezhdunarodnym/
  5. http://www.bashinform.ru/news/135294-gulnaz-abubakirova-i-aygul-idrisova-iz-ishimbaya-zavoevali-tri-medali-na-pervenstve-mira/
  6. http://www.bashinform.ru/news/138694-shashisty-bashkortostana-v-nachale-avgusta-vystupyat-v-estonii-na-pervenstve-evropy/
  7. http://toernooibase.kndb.nl/opvraag/standen.php?taal=1&kl=28&Id=794&jr=7
  8. http://www.bashinform.ru/news/139267-v-kopilke-bashkortostana-quot-zoloto-quot-quot-serebro-quot-i-dve-quot-bronzy-quot-pervenstva-evropy-po-mezhdunarodnym-shashkam/
  9. http://www.bashinform.ru/news/814428-v-bashkirii-opredelili-grossmeysterov-po-mezhdunarodnym-i-russkim-shashkam/
  10. http://www.bashinform.ru/news/147913-molnienosno-i-bystro-yunye-shashisty-bashkortostana-zavoevali-17-medaley-na-pervenstve-rossii-v-ishimbae/
  11. http://toernooibase.kndb.nl/opvraag/standen.php?taal=1&kl=27&Id=536&jr=8
  12. http://toernooibase.kndb.nl/opvraag/standen.php?taal=1&kl=27&Id=1055&jr=9
  13. http://www.bashinform.ru/news/166748-rossiyskoe-serebro-quot-chudo-shashek-quot-u-ishimbaytsev/
  14. http://resbash.ru/pdf/2009/6/RB-25-6-3.pdf 2017 йыл 4 ғинуар архивланған.
  15. http://toernooibase.kndb.nl/opvraag/standen.php?taal=1&kl=29&Id=2337&jr=12
  16. http://toernooibase.kndb.nl/opvraag/standen.php?taal=1&kl=127&Id=2338&jr=12
  17. http://www.fmsr.ru/2012/cr12/blitz.doc 2017 йыл 4 ғинуар архивланған.
  18. http://mmpsrb.ru/press-centr/novosti/v-ishimbae-proshel-chempionat-privolzhskogo-federalnogo-okruga-i-chempionat-respubliki-bashkortostan-po-russkim-i-mezhdunarodnym-shashkam 2019 йыл 29 март архивланған.
  19. http://chess23.ru/итоги-чемпионата-окружного-и-республ/ 2021 йыл 16 июнь архивланған.
  20. http://bashopen.org/fmsr/index.php?view=article&catid=1:latest-news&id=393:------64--100-&format=pdf 2019 йыл 29 март архивланған.
  21. http://resbash.ru/news/22736 2017 йыл 4 ғинуар архивланған.
  22. http://www.bashinform.ru/news/814428-v-bashkirii-opredelili-grossmeysterov-po-mezhdunarodnym-i-russkim-shashkam/
  23. http://www.bashinform.ru/news/427087-v-bashkortostane-zapuskaetsya-proekt-po-razvitiyu-detskogo-shashechnogo-sporta/

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]