Абыҙгилдин Абдулла Далха улы
Абыҙгилдин Абдулла Далха улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 1913 |
Тыуған урыны | Ишмырҙа, Рәсәй |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | ефрейтор |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Абыҙгилдин Абдулла Далха улы (рус. Абезгильдин Абдулла Далхович) (1913-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, комендант взводының ат ҡараусыһы (коновод). Гвардия ефрейторы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән билдәләнгән[1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Абдулла Далха улы Абыҙгилдин 1913 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Ишмырҙа ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
1941 йылдың декабрендә Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.
16-сы гвардия кавалерия дивизияһына комендант взводының ат ҡараусыһы (коновод) була[2].
Уның награда ҡағыҙында түбәндәге юлдар бар:
![]() |
Комдивтың ат ҡараусыһы булып эшләүсе иптәш Абыҙгилдин Польша ҡалаларын алыу осоронда һәм Бернау, Ораниенбург, Науэн, Бранденбург ҡалалары өсөн һәм Берлин ҡалаһын ҡамау һәм алыу өсөн барған һуңғы ваҡыттағы алыштарҙа, ат составын бомбаға тотоуҙан һаҡлаусы һәм ҡотҡарыусы отделение командиры булараҡ, хәрби бурысын һәр саҡ еренә еткереп үтәне. Бынан тыш иптәш Абыҙгилдин үҙенең отделениеһы менән урмандарҙа йәшеренгән немец төркөмдәрен юҡ итеүҙә ҡатнашты.[2] | ![]() |
1945 йылда Абдулла Далха улы Ҡыҙыл Армия сафтарынан демобилизациялана[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1945)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы (1945)[4]
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Абыҙгилдин Абдулла Далха улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] һәм БР-ҙың Баймаҡ районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ЦАМО. Фонд 33. Опись 686196. Единица хранения 7755.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шаймуратовцы. Абезгильдин Абдулла Далхович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2021)
- Шаймуратовцы. Абезгильдин Абдулла Далхович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2021)
- Дорога памяти. Абезгильдин Абдулла Далхович
- РГБ: Они вернулись с победой. Баймакский район, т. 2, 2002 ISBN 5-295-03092-Х
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Шаймуратовцы. Абезгильдин Абдулла Далхович
- ↑ 2,0 2,1 Память народа. Абезгильдин Абдулла Далхович
- ↑ Шаймуратовцы. Абезгильдин Абдулла Далхович
- ↑ ЦАМО. Фонд 33. Опись 686196. Единица хранения 7755.
- ↑ РГБ: Они вернулись с победой. Баймакский район, т. 2, 2002 ISBN 5-295-03092-Х
- 1913 йылда тыуғандар
- Рәсәйҙә тыуғандар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары