Абҙаҡ (һауыҡтырыу‑спорт комплексы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

«Абҙаҡ»Белорет районында һауыҡтырыу‑спорт комплексы.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Белорет районында Ҡырҡтытау һырты армытында, Яңы Абҙаҡ тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа 2,5 км һәм Белорет ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Тау саңғыһы үҙәгенән һәм ял йортонан тора.

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тау саңғыһы үҙәгенә яҡынса 18 км оҙонлоҡтағы, 300 м ашыу бейеклектән төшкән 13 тау саңғыһы трассаһы (слалом һәм гигант слалом өсөн 4 трассаның Халыҡ‑ара тау саңғыһы спорты федерацияһы сертификаты бар), 5 бугель һәм 1 канат-кресло күтәргесе, балалар өсөн лифт (сәғәтенә 5000 кешене үткәрә ала), саңғыла йүгереү трассалары (10 км), биатлон үҙәге, атыу-стенд комплексы, ҡунаҡхана һ.б. инә. Ял йортонда (500 урын) спорт залдары, теннис корты, аквапарк, зоопарк, күңел асыу үҙәге, 2 медпункт, спорт һәм туристик ҡорамалдар прокаты пункты, ресторан, кафе, мунса, сауналар, китапхана һ.б. бар. Ағиҙел, Оло һәм Кесе Инйәр, Еҙем, Кесе Ҡыҙыл, Нөгөш йылғалары буйлап һыу маршруттары, Шүлгәнташ, Киндерле мәмерйәһе, Ҡыҙылъяр мәмерйәһенә спелеомаршруттар, һыбай йөрөү өсөн маршруттар, һыбай йөрөү мәктәбе эшләй. «Абҙаҡ» базаһында тау саңғыһы спорты һәм биатлон буйынса бөтә Рәсәй ярыштары үткәрелә.

Ҡыҫҡаса тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1975 йылда Магнитогорск металлургия комбинатытының «Абҙаҡ» ял йорто булараҡ асыла, 1996 йылда алып «Магнитогорск металлургия комбинаты» ААЙ‑ның «Абҙаҡ» һауыҡтырыу‑спорт комплексы, 2003 йылда — «Абҙаҡ» ЯСЙ.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]