Австрия Парламенты
Парламент Австрии Österreichisches Parlament | |
Тип | |
---|---|
Тип | |
Палаталар | |
Етәкселек | |
Президент Федерального совета |
en: Gregor Hammerl, Австрийская народная партия |
Президент Национального совета |
Бурес, Дорис, Социал-демократическая партия Австрии |
Структура | |
Ағзалар |
245
|
Федеральный совет Фракциялар | |
Национальный совет Фракциялар | |
Ултырыштар залы | |
Сайт | |
Австрия Парламенты (нем. Österreichisches Parlament) — Австрия Республикаһының 245 депутаттан торған закондар сығарыусы органы. Ике палатанан — Федераль советтан (нем. Bundesrat, Бу́ндесрат) һәм Милли советтан (нем. Nationalrat, На́циональрат) — тора.
Милли совет йәки Национальрат, асыҡ исемлектәр буйынса нисбәттәр системаһы буйынса һайланған 183 депутаттан тора. Милли советҡа үтеү өсөн процент тупһаһы — 4 процент. Түбәнге палатаның вәкәләтлек мөҙҙәте — 5 йыл. Милли совет «түбәнге палата» булһа ла, Парламентта өҫтөнөрәк тора, шунлыҡтан Парламент һәм Милли совет Австрия сәйәсәтендә һәм матбуғатында синоним һанала.
Федераль совет йәки Бундесрат ағзаларының һаны алмашынып тора, әлеге мәлдә уларҙың һаны — 62.[1] Депутаттар Австрияның федераль ерҙәре парламенттары — ландтагтар (нем. Landtag) тарафынан һайлана. Ерҙәрҙән вәкиллек иткән депутаттар һаны, уларҙа йәшәгән халыҡтың һанына бәйле, төрлөсә (3-тән 12-гә тиклем). Юғары палатаның вәкәләтлек мөҙҙәте — 4 йәки 6 йыл, ул депутатты һайлаған ландтагтың вәкәләтлек мөҙҙәтенә бәйле. Күп мәсьәләләр буйынса тик Федераль совет ҡына хәл иткес вето хоҡуғына эйә, ләкин уны Милли совет еңеп сыға ала. Әммә Федераль совет федераль ерҙәрҙең һәм Федераль советтың үҙенең вәкәләттәрен үҙгәртеүгә ҡағылышлы закон проекттарына абсоют вето һалыу хоҡуғына эйә.
Федераль йыйылыш (нем. Bundesversammlung), Федераль конституцион законға ярашлы, закондар сығарыусы орган түгел, Федераль совет менән Милли советтың (Парламент палаталарының) берлектәге ултырышы ғына шулай тип атала. Федераль йыйылыш һирәк йыйыла, мәҫәлән, Федераль Президенттың инаугурацияһына йәки уға импичмент иғлан итеү өсөн саҡырыла ала.
Парламенттың ике палатаһы һәм Федераль йыйылыш Веналағы Рингштрассе урамында урынлашҡан Парламент бинаһында саҡырыла һәм ултырыштарын үткәрә.
Составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милли Советҡа һайлау 2013 йылдың 29 сентябрендә үтте. 2015 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Федераль советта депутаттар һаны.
Палатаның атамаһы | Федераль совет | Милли совет |
---|---|---|
Австрия Халыҡ партияһы | 28 | 51 |
Австрияның Социал-демократик партияһы |
24 | 57 |
Австрияның Азатлыҡ партияһы | 4 | 34 |
Партияһыҙҙар | 6 | 4 |
Йәшелдәр | 0 | 20 |
Австрияның киләсәге өсөн альянс | 0 | 17 |
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1934—1945 йылдарҙа парламент эшләмәй.
1918 йылда ваҡытлы милли йыйылыш ойошторола.
1873 йылда — ирҙәр өсөн, 1907 йылда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дөйөм тауыш биреү хоҡуғы индерелә. 1907 йылда тәүге дөйөм һайлау үткәрелә.
1867 йылда Австро-Венгрия монархияһы барлыҡҡа килә, рейхсрат Австрия өлөшөнөң парламенты була.
1861 йылда тотош Австро-Венгрия империяһы өсөн яңы закондар сығарыу органы — империя советы (рейхсрат) барлыҡҡа килә.
1849 йылда рейхсрат таратыла.
1848 йылда Австрия императоры Фердинанд I-нең бер палаталы һайланма парламент — рейхстаг ойоштороу тураһындағы указы баҫыла.